Әбйәлил районында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале уҙа

Әбйәлил районында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале уҙа

13 февралдә Башҡортостандың Әбйәлил районында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале ойошторола. Фестивалде ойоштороусы – Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге.

Ҡатнашыуға Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бөтә йүнәлештәге башҡорт аш-һыуы оҫталары һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары белгестәре саҡырыла. Фестивалдә айырым номинациялар буйынса конкурстар үткәрелә: ит ризыҡтары конкурсы; һөт ризыҡтары конкурсы; эсемлектәр конкурсы; ҡамыр аштары конкурсы; онотолған милли ризыҡтар рецептары конкурсы; тамашасылар һөйөүе призы.

Ризыҡты тәбиғи ингредиенттарҙан ғына бешерергә кәрәк. Аш-һыуҙы әҙерләп бөтөү һәм өҫтәлде биҙәү өсөн командаларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Экспозиция өҫтәлгә ҡуйыла һәм һайлап алынған башҡорт милли аш-һыуы тематикаһына ярашлы биҙәлә. Өҫтәл менән таныштырғанда йыр-моң, декорациялар, милли атрибутика, кейем-һалым хуплана. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Ғаризалар 11 февралгә тиклем 83477220334 телефоны буйынса йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ҡабул ителә.

 

Сығанаҡ:https://kulturarb.ru/ru/news/v-abzelilovskom-rajone-projdyot-festival-bashkirskoj-kuhni-ashyauly%D2%A1

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb