Өс көн дауамында барған фестиваль тиҫтәләп райондың халыҡ театр коллективтарын бергә йыйҙы. Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһе бер минут та буш торманы: тамашасыларҙы уйландырған, көлдөргән, ғәжәпләндергән әҫәрҙәр ҡуйылды. Бәйгенең һуңғы көнөндә театрҙар режиссерҙары өсөн семинар үткәрелде.
Былтыр башланғыс алған был фестиваль артистың тыуған Буранғол ауылында уҙғайны. Тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, унда театр коллективтары күпләп ҡатнашты.
Быйылғы фестивалдең Гран-приһын Ишембай районының Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң «Зөбәржәт» халыҡ театры яуланы. Әхтәм Абушахманов халыҡ театрҙары республика фестиваленең төп бүләген тапшырып, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне.
Автор: Азат Ғәлиуллин.