Өфө татар «Нур» театрының майҙаны Ғабдулла Туҡай исемен йөрөтәсәк

Өфө татар «Нур» театрының майҙаны Ғабдулла Туҡай исемен йөрөтәсәк

Өфө татар «Нур» театрының майҙаны татар халҡының бөйөк улы, шағир һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡай исемен йөрөтәсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәте депутаттары сираттағы йыйылышта был ҡарарҙы бер тауыштан ҡабул иткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр апрель айында Өфө татар «Нур» театры янында Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйылғайны.

Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (1886-1913) — күренекле татар халыҡ шағиры, әҙәби тәнҡитсеһе, публицист һәм тәржемәсе. Туҡай татар әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып халыҡтың ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт иткән. Башҡорт халыҡ ижадына ла оло ихтирам менән ҡараған: Уральск мәҙрәсәһендә шәкерт сағында уҡ татар йырҙары менән бер рәттән башҡорт йырҙарын да яҙып алған («Фатима», «Эстәрле», «Ағиҙел»), 1910 йылда Ҡазанда халыҡ әҙәбиәте тураһындағы лекцияла «Ашҡаҙар», «Тәфтиләү» йырҙарының тарихына һәм художестволы үҙенсәлектәренә иғтибар иткән. Шағир Өфөлә алған тәьҫораттарына таянып яҙған «Махсус мәҡәлә» очеркында башҡорт йырҙарына лайыҡлы баһа биргән. 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-poyavitsya-ploshhad-tukaya 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb