Өфөлә акустик музыка фестивале үтте

Өфөлә акустик музыка фестивале үтте

"Ватан" этнопаркы биләмәһендә уҙғарылған "Unplugged 1000" байрамында илдең егерме биш ҡалаһынан музыканттар сығыш яһаны.

Иң ҙур рок-төркөм бер майҙанда. Көн дауамында сәхнәлә йөҙҙән ашыу гитарасы сығыш яһаны, сараны музыкаль яҡтан ҡурайсылар, скрипкасылар байытты. Концерт программаһы буйынса донъя кимәлендә билдәле композициялар яңғыраны. Музыканттарҙың 70 проценты Башҡортостандан булһа, ҡалғандары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгәйне. Фестивалдең маҡсаты киләсәктә Халыҡ-ара кимәлгә сығыу.

Айрат Ҡадиров, фестивалдә ҡатнашыусы: «Был байрамда ҡатнашыуыма шатмын. Гитарала икенсе йыл ғына уйнайым. Рокты яратам. Өфөлә йылдан-йыл был йүнәлештәге музыка үҫә, шуға ҡыуанам».

Сығанак: bash.news 

Фото: Рустам Шигапов

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb