Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яугир, яҙыусы Рамаҙан Ҡотошов арабыҙҙан китте

Кисә Өфөлә Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Нурғәле улы Ҡотошов арабыҙҙан китет. Уға апрелдә апрелдә 96 йәш тулыр ине. Шәхесте тыуған яғында – Ишембай районында ерләйәсәктәр. 

Туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Рамаҙан Нурғәле улы Ҡотошов 1924 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Ҡарайған ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 

Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлағас, Рамаҙан Ҡотошов фронтҡа офицер званиеһында китә. Хәрби сынығыуҙы 19 йәшлек егет Орел-Курск дуғаһында ала. Артабан лейтенант Ҡотошов Брянск һәм 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре сафында Берлинғаса барып етә. 2 тапҡыр ҡаты яралана, контузия ала. Һуғыштан һуң 2 йыл Берлинда хеҙмәт итә. 

1947 йыл тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайта. Өфөлә Юғары совет Президиумында, партия органдарында, республика газеталары редакцияларында, китап нәшриәтендә эшләй. Оҙаҡ йылдар республика радио һәм телевидениеһында сығыш яһай, “Белем” университеты лекторҙары менән бергә республика буйлап йөрөй.  Тыуған төбәктәге бер ваҡиға ла Рамаҙан Нурғәле улының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Уның мәҡәләләре республика газета һәм журналдарында 75 йыл элек үк баҫыла башлай. Рамаҙан Ҡотошов башҡорт энциклопедияһы өсөн күп яҙа, китаптар сығара. “Зенитсылар “ исемле романы бар.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb