Өфөлә карикатуралар оҫтаһы Камил Бузыҡаевтың күргәҙмәһе асыла

Өфөлә карикатуралар оҫтаһы Камил Бузыҡаевтың күргәҙмәһе асыла

Иртәгә, 10 декабрҙә, Өфөнөң Тарих музейында билдәле рәссам, карикатуралар оҫтаһы Камил Бузыҡаевтың «Мына ҡарале!» исемле күргәҙмәһе асыла. Экспозицияла 40-ҡа яҡын эш иҫәпләнә.

Камил Буҙыҡаев әйтеүенсә, был күргәҙмә – йылға йомғаҡ яһау.

«Мин үҙемдең эштәремде социаль селтәргә һалһам, күптәр «бөтәһе лә аңлашылмай» тип дәғүә белдерә, шуға күрә тәүге тапҡыр һәр эш эргәһендә аңлатма буласаҡ», – тине ул.

Күргәҙмә 10 декабрҙән 2020 йылдың 10 ғинуарына тиклем эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb