Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында әйтеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ! 

«Беҙ легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы кимәлдә билдәләргә тейешбеҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Донбастағы ҡаты бәрелештәр мәлендә геройҙарса һәләк булды», – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында.

Шайморатов генералға ошо урын юҡҡа һайланмаған. Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә тап ошо майҙандан башҡорт дивизияһы яугирҙары фронтҡа юллана. Фотоларҙа сағылыш тапҡан командирҙың сығышы ла ошо хаҡта һөйләй.

Әйткәндәй, был урында парк төҙөү идеяһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика менән етәкселек иткән заманында күтәрелгән. Буласаҡ төҙөлөш проекты менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсин таныштырған.

Быйыл 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тула. Легендар командирҙың юбилейы айҡанлы бик күп саралар үткәреләсәк. Был туралағы Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уның тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районында бына тигән музей һәм һәйкәл бар. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb