Өфөлә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған башҡорт телендәге "Билдәһеҙ һалдат" кантатаһының премьераһы уҙҙы

Өфөлә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған башҡорт телендәге "Билдәһеҙ һалдат" кантатаһының премьераһы уҙҙы

Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған "Билдәһеҙ һалдат" кантатаһының премьераһы уҙҙы. Көйҙөң авторы — йәш композитор Алина Әхмәтова.

Композиторҙың әйтеүенсә, әҫәрҙең исеме көй яҙыла башлау менән барлыҡҡа килгән, һәм башҡа төрлө атама ҡаралмаған да.
"Мостай Кәримдең "Исемһеҙ һалдат" тигән шиғыры кантатаның үҙәк өлөшө булып тора", — ти Алина Әхмәтова.
"Билдәһеҙ һалдат" кантатаһын пролог, һигеҙ өлөш һәм эпилог тәшкил итә. Тыңлаусыларҙың күҙ алдына дөйөмләштерелгән һалдат образы килтерелә: ул бер үк вакытта илһөйәр ҙә, кемдеңдер яратҡан улы ла, кемдеңдер ышаныслы яуҙашы ла. Музыкаль әҫәрҙең төп темаһы — "билдәһеҙ һалдат"тың ҡаһарманлығы һәм уның хаҡындағы хәтер. Кантата башҡорт телендә башҡарыла.
Концерттың Башҡортостан музыка сәнғәте өсөн тағы бер әһәмиәтле яғы бар. БР Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Линар Дәүләтбаев) менән БР-ҙың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алһыу Хәсбиуллина) тәүге тапҡыр бергә ҙур күләмле әҫәр башҡарҙы.
Быға тиклем ике ҙур коллективтың бер сәхнәлә сығыш яһағаны булды, тик улар ҡыҫҡа әҫәрҙәре башҡарҙы. Ошондай ижади тәжрибәләр әлеге ҙур уртаҡ проектың уңышына нигеҙ һалған да инде.
Артур Шәрипов (баритон), Татьяна Чулина (сопрано), Юлай Маллайәнов (нәфис һүҙ) солист булараҡ сығыш яһаны.
Төрлө күңел кисерешенә бай музыка һәм йөрәккә үтеп инерлек яңғыраш тамашасыны тәүге ноталарҙан уҡ арбаны. Кантатала Тыуған илгә һөйөү ҙә, яуҙа һәләк булғандар өсөн ҡайғырыу ҙа, яралыларҙың әрнеүе лә, Еңеү шатлығы ла ишетелә... Тамаша аҙағында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡайһы бер яугирҙәрҙең исемдәре яңғыраны. Улар сығыш яһаған барлыҡ артистарҙың олаталарының исеме ине. Артабан музыканы яйлап метроном тауышы алмаштырҙы, һәм аяғүрә баҫҡан тамашасылар менән артистар һәләк булған яугирҙарҙы тын ҡалып иҫкә алды.
Кантатаның премьераһына бөйөк шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова саҡырылғайны. Ул хор һәм оркестр артистарына яугир шағирҙың күңел тойғоларын аса алған өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ композитор Алина Әхмәтованың Мостай Кәримде дөрөҫ аңлай алыуын билдәләне.
"Атайым музыканы ныҡ яратты, күп шиғырына көйҙәр ижад ителде. Ул йырламаны, әммә музыкаль тойомлауға эйә булды. Ул бөгөн һәр берегеҙгә шат һәм рәхмәтле булыр ине. Ә мин йәштәрҙең, бөтөнләй икенсе быуындың, ошондай иҫ киткес әҫәр барлыҡҡа килтереүенә ҡыуанам. Был көй кешеләр һуғышты онотмаһын һәм тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәһен өсөн яҙылған, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлфиә Мостай ҡыҙы.
Концерт "Культура.РФ" порталында тура эфирҙа күрһәтелде, яҙмаһын теләгән һәр кем ҡарай ала.
 
Андрей Коротнев фотоһүрәттәре.
Өфөлә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған башҡорт телендәге "Билдәһеҙ һалдат" кантатаһының премьераһы уҙҙы
Өфөлә Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған башҡорт телендәге "Билдәһеҙ һалдат" кантатаһының премьераһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb