Өфөлә Радий Хәбиров менән түңәрәк өстәл үтте

Өфөлә Радий Хәбиров менән түңәрәк өстәл үтте

Өфөлә, 14 декабрҙә, «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының етәксһе Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзалары һәм республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашты. Осрашыуҙың маҡсаты башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тәҡдимдәрен тикшереү ине. Йыйынды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова асты. «Башҡорт теленең үҫеше, ҡулланылыу даирәһе өсөн был көн бик мөһим. Туған телебеҙҙең яҙмышы һәр беребеҙгә туранан-тура бәйле. Башҡорт теле юғары даирәләргә лә күтәрелде, хәҙер мөһим ултырыштарҙа башҡортса сығыш яһай башлауҙары һәр беребеҙгә мәғлүм», – тине Радий Хәбиров. Һөйләшеү фәһемле һәм эшлекле үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb