Өфөлә Республика көнөндә «Алға, Башҡортостан!» open air концерты уҙа

Өфөлә Республика көнөндә «Алға, Башҡортостан!» open air концерты уҙа

Өфөлә Республика көнөндә асыҡ һауала «Алға, Башҡортостан!» тип аталған байрам концерты уҙа. Ул «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатрында була.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәғәт 4-тән асыҡ һауалағы майҙансыҡта Үҙәк хәрби округының  Йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай.

Киске сәғәт 6-сы 30 минутта Башҡортостан Республикаһы гимнын башҡарыу буйынса флешмоб башлана.

6 тула 20 минутта йондоҙҙар концерты старт ала. Кисәнең хедлайнерҙары — Элвин Грей, «Дәрүишхан», «Карауанһарай» һәм «Премьер» төркөмдәре.

Концерт лазер шоуы һәм фейерверк менән тамамлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb