Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына арналған әҙәби - музыкаль кисә үтәсәк

Өфөлә Рәми Ғариповтың ижадына арналған әҙәби - музыкаль кисә үтәсәк

27 ғинуар сәғәт 19:00 «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған «Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!» әҙәби - музыкаль кисә үтәсәк. 

«Һеҙҙе Рәми шиғриәте аша мөхәббәт, тыуған ил һәм кешелек тураһында һөйләшергә, халыҡ шағирының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға ҡушылып йырларға саҡырабыҙ. Кисәгә билет алып килгән һәр кем Рәми тураһында фильмы өсөн үҙ өлөшөн индерәсәк», - тинеләр ойоштороусылар. 

Кисәлә Әхтәм Абушахманов, Таңсулпан Бабичева, Рушанна Бабич, Артур Ҡунаҡбаев, Илгиз Тагиров, Рәмзил Сәлмәнов, Руслан Хайсаров, Радмир Абдуллин, Фирғәт Ғарипов, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Морат Рафиҡов, Лилиә Исҡужина, Гөлназ Мөхәмәҙиева ҡатнашалар. «Ҡаруанһарай» фольклор - эстрада төркөмө, Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева, Әлим Ҡәйүмов, Фәрүәз Урмашин, Гөлсөм Бикбулатова, Айгиз Ханов, Светлана Хәкимова, Урал Ниғмәтуллиндар сығыш яһаясаҡ. 

Кисәнең сценарий авторы - Гөлсәсәк Саламатова. Режиссеры - Таңсулпан Бабичева. 

Билеттар:  http://pc-tamasha.ru https://ufa.kassir.r

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb