Өфөлә V Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы сиктәрендә «Самрау Шоу» фестивале үтәсәк

Өфөлә  V Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы сиктәрендә «Самрау Шоу» фестивале үтәсәк

28 июндә Өфөлә Йәштәр көнөнә һәм V Бөтә донъя ҡоролтайына ҡарата башҡорт һәм Рәсәй эстрадаһы артистары ҡатнашлығында «Ватан» этнопаркында «Самрау Шоу» фестивале үтәсәк. Шоу-фестивале «Беҙ йәштәр – Башҡортостандың киләсәге» девизы аҫтында уҙа.

Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Улар араһында Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария, Монако, Израилдә һәм башҡа дәүләттәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ бар. Ҡоролтайҙа мөһим мәсьәләләр ҡарала, башҡорт халҡын үҫтереү йүнәлештәре билдәләнә. Йыйындың төп өлөшө «Торатау» конгресс-холында уҙа.

Ә инде киске сәғәт 9-ҙа «Ватан» этнопаркында бөтә тамашасыларҙы ҙур интерактив программа, театрлаштырылған тамаша, 3D- һүрәттәр һәм махсус эффекттар менән менән яҡтылыҡ шоуы, ҙур байрам концерты көтә. Концертта балаларҙың «Байыҡ-2019» телевизион конкурсы еңеүселәре, «Арғымак», «Бүрелар», «Рахман» этно- рок төркөмдәре, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов, йырсылар Иҙел Аралбаев, Дамир Тайыпов, Марсель Ҡотоев сығыш яһаясаҡ. Концерттын саҡырылған ҡунағы – Элвин Грей (Радиҡ Юлъяҡшин). Инеү ирекле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb