Өфөлә яңы йыл ретро-күргәҙмәһендә 500 шыршы уйынсығы, открыткалар һәм аксессуарҙар күрһәтелә

Өфөлә яңы йыл ретро-күргәҙмәһендә 500 шыршы уйынсығы, открыткалар һәм аксессуарҙар күрһәтелә

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Яңы йыл тураһында» ретро-күргәҙмә ойоштора.

Витриналарҙа 500-гә яҡын предмет: шыршы уйынсыҡтары, аксессуарҙар, ХХ быуаттың 40-60-сы йылдарындағы яңы йыл открыткалары ҡуйыла.

Шыршы уйынсыҡтарының тематикаһы төрлө: һауала осоу һәм йыһан, цирк, йәнлектәр донъяһы, балалар һындары, әкиәттәр серияһы, совет символикаһы, Кремль уйынсыҡтары, бәләкәй уйынсыҡтар, шыршы төбөнә ҡуймалы һындар.

Күргәҙмә залында яһалған яңы йыл инсталляцияһы ла совет осоро мөхитенә сумырға ярҙам итер.

Был коллекция шыршы уйынсыҡтарының тылсымлы донъяһын асыр, өлкәндәргә – бала саҡ донъяһына әйләнеп ҡайтырға, ә балаларға илебеҙ тарихын ғәҙәти булмаған ракурстан күрергә булышлыҡ итер, матурлыҡҡа ынтылған һәр кемдә ижад итеү теләген уятыр.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1395264/ 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb