Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды

Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды

Затон биҫтәһендә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһын асыу тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр итте Өфө мэрияһы.

Был – биҫтәлә берҙән-бер балаларға өҫтәмә музыкаль белем биреү учреждениеһы, ул 1966 йылдан башлап йәш өфөләрҙе башҡарыу оҫталығы һәм музыка сәнғәте нигеҙҙәренә өйрәтә. Быға тиклем музыка мәктәбе Пожарский урамындағы 1926 йылда һалынған иҫке бүрәнә бинала урынлашҡайны. 2016 йылда уҡыу йорто Әхмәтов урамындағы бинаға күсерелде.

Һуңғараҡ биҫтәлә халыҡ һанының артыуына бәйле Чкалов һәм Союз урамдары киҫешкән урында балалар музыка мәктәбенең яңы заманса бинаһын һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Төҙөлөш 2018 йылдың йәйендә башланды. Бина йыл ярым эсендә төҙөлдө.

Яңы бинала 400 уҡыусының төрлө йүнәлештәр буйынса белем алыу мөмкинлеге бар. Фортепиано, гитара, скрипканан тыш, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кластары асылды, башҡорт фольклор ансамблдәре һәм оркестрҙар, хореография класы ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb