Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны

Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны

Бөгөн, 8 сентябрь көнө, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә А.М. Топанов исемендәге Хакас милли драма театры Михаил Кильчичаковтың "Алып Пил Тараан” спектаклен тәҡдим итте. Этно-фэнтези жанрына ҡараған әҫәр - билдәле хакас шағиры һәм драматургы, музыканты М.Е. Кильчаковтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелә. Бөгөнгө спектакль - “Алып Пил Тараан” легендаһына нигеҙләнеп ижад ителгән.

Спектаклдең сюжеты буйынса, баһадир батыр Пил Тараан ергә тәртип урынлаштырырға ебәрелә. Дан һуғышсы тормош юлында асыу һәм үпкә, төшөнкөлөк хистәре, күтәрелеш мәлдәре лә кисерә.

«Алып Пил Тараан» спектаклен ҡыҫҡаса анализлағанда, был сәхнә әҫәре - кешенең эске гармонияһы һәм үҫеше тураһында. Тел һәм образдар аша, беҙ, тамашасылар, үҙебеҙҙе күрҙек, донъялағы үҙ урыныбыҙҙы һиҙҙек.

Сәхнә әҫәре композитор Татьяна Шаглинова ижад иткән йәнле һәм оригиналь музыка менән үрелеп барҙы.

Спектакль персонаждары:  Ах хан (Кирилл Султреков), Алтын Тарғаҡ (Екатерина Макина), Айтана (Александра Тахтобина), Пус Чурек (Валентин Ульчугачев), Тас Чурек (Николай Бельтереков), Сайын Мирген (Александр Асочаков), АлтыпПiчiк (Иван Салайдинов), ХараМолат (Геннадий Чаптыков) һәм Хуу хат (– Светлана Чаптыкова, Гөлфиә Кокова, Светлана Селигеева, Нонна Галецкая, Александра Сукало) тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителде.

Пил Тараанды уйнаусы- Андрей Тюкпиеков геройҙың характерын тулыһынса асып бирә алды.

А.М. Топанов исемендәге Хакас милли драма театрының ижади коллективы Өфө тамашасыһын боронғолоҡтоң һынланылышы, кешелектең һүрәтләнеше менән мифологик аҡыл аша, рухи яҡтан тәрән байытты.

Мәғлүмәт өсөн: А.М. Топанов исемендәге хакас милли драма тенатры Хакас Республикаһының олпат һәм үҙ йөҙө булған профессиональ коллективтарҙың береһе. Театр 1931 йылда бер төркөм йәш энтузиастар-агитколлектив ағзалыры тарафынан ойошторола. Тәүге художество етәксеһе-халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүсе, драматург һәм музыкант, артист Александр Михайлович Топанов була. Ижад юлын күсмә театр шарттарында башлап коллектив бөгөнгә ҡәҙәр данлы тарихи юл үтә. Был юл- драматургия һәм сәнғәт, халыҡтың дөйөм мәҙәни һәм эстетик үҫешенә, башҡа халыҡ мәҙәниәте менән аралашыуға бәйле.

Гүзәл Багаева

 

Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны
Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны
Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны
Бөгөн Өфөлә Хакас милли драма театры сығыш яһаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb