Ҡырғыҙ халҡының «Манас» иртәге башҡорт телендә донъя күрҙе

Ҡырғыҙ халҡының «Манас» иртәге башҡорт телендә донъя күрҙе

Ҡырғыҙ һәм башҡорт телдәрендә ҡырғыҙ халыҡ иртәге «Манас» нәшер ителде. ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫтар исемлегенә индерелгән был иртәк башҡорт теленә беренсе тапҡыр тәржемә ителә. Ҡырғыҙҙар араһында «Манас»тың күп версиялары һәм варианттары бар. Тәржемә өсөн мәшһүр аҡын Биксултан Жакиев тарафынан эшкәртелеп рәсми рәүештә ҡанунлаштырылған тексы алынды.

    Ҡырғыҙҙар теле, дине, ғөрөф-ғәҙәте буйынса башҡорттарға яҡын, ҡәрҙәш халыҡ. Шуға күрә боронғо исемдәрҙә, аш-һыуҙа, йолаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттә уртаҡлыҡтарыбыҙ күп. Был уртаҡлыҡ ике туғандаш халыҡ эпостарының геройҙарына, сюжетына һ.б. ла хас: ҡырғыҙҙарҙың Манас батыры Урал батыр кеүек азатлыҡ йырсыһы, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы.

    Иртәктә үҙаллылыҡ өсөн көрәштән тыш, ҡырғыҙ халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, хәрби оҫталығы, медицинаһы, донъя һәм кешелек тураһында фәлсәфәүи ҡараштары, әҙәмдең йәмғиәттәге урыны һәм бурысы, ғаилә мөнәсәбәттәре, әхлаҡ ҡағиҙәләре, ҡоллоҡ һәм азатлыҡ тураһында уйланыуҙары сағыла.

    Әҫәрҙең лексикаһы бик ҡыҙыҡлы, мәҫәлән, беҙ унда найҙа (һөңгө), ейеү (ашау), ҡаһһар (асыуланыусы), ут (үлән), пул (аҡса), ашлау (һаплау), үргеү (батырайыу), ҡарый (ҡарт) һ.б. дөйөм төрки һүҙҙәр менән танышабыҙ.

    Китап гуманитар фәндәре белгестәре һәм төрки халыҡтарҙың рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан

      http://www.kitap-ufa.ru/news/  һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb