“Әй театр, илһамым һин минең!”

“Әй театр, илһамым һин минең!”
Ғафури районы — халыҡ театрҙарына бай төбәк. Театрҙар Яңғыҙҡайын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Красноусол ауылдарында эшләп килә. Һуңғыһы “Ғафури халыҡ театры” исемен йөрөтә һәм республикала һәләтле артистар туплаған билдәле үҙенсәлекле театрҙарҙың береһе иҫәпләнә.

1972 йылда ойошторолған театрға 1994 йылда “халыҡ театры” тигән дәрәжәле исем өҫтәлә. Етмешенсе йылдарҙан уңа республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнәшева етәкселек итә. Театрҙың ҡырҡ йылдан артыҡ эш дәүерендә, драматургияның йөҙөк ҡашы булырлыҡ әҫәрҙәр (“Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Гөргөри кейәүҙәре”, “Әсә хөкөмө”, “Башмағым”, “Мәхәббәт ҡоштары”) менән бер рәттән, йәш авторҙарҙың әҫәрҙәре лә ҡуйылған.

— Әлбиттә, олпат драматургтарҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү ҙур көс талап итә. Ләкин, минең фекеремсә, классиканы уйнарға кәрәк. Ул беҙҙе — артистарҙы ла, тамашасыларҙы ла — уйланырға мәжбүр итә, яуаплылыҡ өҫтәй. Йылына икешәр спектакль ҡуябыҙ. Халык теләп йөрөй, премьераларыбыҙҙы көтөп ала, — ти Зәйтүнә Зәйнәшева.
Театр республика дәрәжәһендәге конкурстарҙа еңеү яулай. Әйтәйек, 2006 йылда “Ҡыҙ урлау” 156 театр ҡатнашкан “Алтын тирмә” театрҙар фестивалендә Гран-приға лайыҡ булған. Өс йылдан һуң әлеге фестиваль Ғафури районында үткән. Ғөмүмән алғанда, ошондай фестивалдәрҙә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияларында ғафурилеләр даими еңеп килә.

Театрҙың утыҙға яҡын артисы бар. Араларында уҡытыусыларҙы, эшселәрҙе, тәрбиәселәрҙе, пенсионерҙарҙы осратырға мөмкин. Әйтәйек, 80 йәшен тултырған Флүрә Садыҡова театр асылған көндән алып сәхнәлә. Рәзилә Хәбибуллина, Рима Зверева, Әнүәр Ғәзизов, Рәмил Сәйфуллин һәм башҡалар тамашасыларҙың яратҡан артистарына әйләнгән. Театр район халҡын мәҙәни ағартыу юлында ҙур эш башҡара. Шулай ук “Красноусол” курортында ял итеүселәр ҙә айына ике тапкыр Ғафури артистары менән осраша.

Спектаклдәрҙән тыш, сәхнә оҫталары улар алдында концерт менән дә сығыш яһай. Районда өлкән йәштәгеләр ойошторған “Ханым” клубының йырҙары республика халҡын да әсир иткән. Быйыл сентябрҙә Өфөлә уҙған “Яратам һине, тормош!” конкурсында “Фольклор коллективы” номинацияһында лауреат булып ҡайткандар.

Ағымдағы йылда театр тамашасыһын бер-бер артлы ике спектакль менән ҡыуандырған. Лек Вәлиевтың “Кәләш әйттергәндә” комедияһын сәхнәгә ғинуар аҙағында сығарһалар, мартта яҡташтары Мөнир Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайткансы” тигән комик фарсының премьераһы булған. Һуңғыһында эскеселек проблемаһы күтәрелгәнгә, ул бөгөнгө көнгә бигерәк ауаздаш.

Пьесаның шулай аталыу мәғәнәһен, серен спектакль башында уҡ ауыл Советы рәйесе аңлатып үтә. Имеш, Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәтен кисеп ҡайтҡан бер ауылдаштары Люксембург тигән бәләкәй генә ил хаҡында һөйләй икән. “Их, шунда барып ҡайтырға!” тип хыяллана, ти. Һәм һалмыш саҡтары аҙналарға һуҙылған ваҡытта ире тураһында һорашҡандарға уның ҡатыны “Люксембургҡа китте” тип кенә яуап бирә икән. Һуңынан был һүҙ халыҡ теленә кереп китә. Ғөмүмән, спектакль көлдөрә лә, илата ла...

Әлеге ике спектакль — Зәйтүнә Зәйнәшеваның сираттағы уңышы. Театрға йәнә талантлы йәш көстәр йәлеп ителгән. Тимәк, быуындар бәйләнеше дауам итә, театр яңы һулыш ала.

Резеда Ғәликаева
Ғафури районы
Сығанаҡ: “Ҡыҙыл таң” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb