Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Өфө - “Китапханала картина” проектының етенсе майҙаны булды.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 ноябрь 2016
Өфө - “Китапханала картина” проектының етенсе майҙаны булды.
Мәғлүм булыуынса, 10-сы ноябрь көнө, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рус импрессионизмы Музейының (Мәскәү) “Китапханала картина” проекты сиктәрендә билдәле рәссам Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы”) картинаһының күргәҙмәһе асылғайны. Ә бөгөн иһә, 24 ноябрҙә күргәҙмәне ябыу тантанаһы үтте.
“Китапханала картина” проекты региональ күргәҙмә программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Күргәҙмә Рус импрессионизмы Музейы һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә уҙғарылды.
Өфө - иҫәп буйынса “Китапханала картина” проектының етенсе майҙаны булды. Проект сиктәрендә өфөлөләргә Петр Кончаловскийҙың “Төрлө сәскәләр” («Всякие цветы” Сәскәләр һәм һыуһиптергес менән натюрморт) картинаһы тәҡдим ителде. Был сара Минзәлә Ишморатованың балалар белемен үҫтереү һәм булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында үткәрелде.
Ағымдағы йылдың октябрь айында Великий Новгородта рәсем күрһәтелә башлай һәм Рәсәй региондары буйлап бөгөнгө көнгә тиклем сәйәхәт дауам итә.
Сараны ябыу тантаныһында Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙы, хеҙмәттәшлек итеүселәрҙе маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Музей коллекцияһын тәшкил иткән импрессинизм ҡомартҡыларын региональ китапханаларҙа күрһәтеү идеяһы Гениева Екатерина Юрьевнала тыуа. Ул- Рус импрессионизмы Музейының бағыусылыҡ советы ағзаһы, Бөтә Рәсәй дәүләт Сит әҙәбиәте китапханаһының генераль директоры.
Һуңғы ике йылда Саратов, Воронеж, Санкт-Петербург, Ульяновск, Екатеринбург һәм Великий Новгород ҡалаларында йәшәүселәр музей коллекцияһы картиналары менән танышҡан да инде.
Быйыл бөйөк рәссам Петр Кончаловскийҙың тыуыуына 140 йыл тула. Ошо уңайҙан Рус импрессионизмы Музейы был картина күргәҙмәһен ойошторған да инде.
Петр Кончаловский хәҙерге заманды ҡабул итә белгән, эксперименттары менән таң ҡалдырыусы ХХ быуат башы сәнғәтенең иң төп провакаторы булып иҫәпләнгән. Шулай уҡ һәләтле рәссам картиналарҙа рус традицияһына тоғро ҡала белгән. Һүрәттәрҙә тормоштоң тулылығын, бәхеттең киңлелеген тойоп була.
Рәссамдың һыу буйындағы һылыу ҡыҙҙар, алма ағасының сәскәгә тулған мәлен, йәшелсә-емеш, сәскә гөлләмәләре һүрәтләнгән картиналарҙа йәнлелек сағыла. Һүрәттәге сәскәләрҙең баҙыҡ төҫтәре аша нескәлекте тойомларға мөмкин. Рәссам ябай ғына сәскәләрҙе киндер туҡымаға һалмаған. Оҫтаның натюрморттарында: тирә-яҡтағы предметтар менән тулы тормоштағы кешенең тойғолары һәм хистәре.
Өфөлә йәшәүселәр ике аҙна дауамында бөйөк картина менән һоҡлана алды. Билдәле рәссамдың ижадына бағышланған экскурсиялар, лекциялар ойошторолдо. Шулай уҡ күргәҙмә сиктәрендә һынлы сәнғәт донъяһына битараф булмаусылар өсөн төрлө мастер-кластар үткәрелде.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө