Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек!

Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек!
Концерт миҙгелен ябыу – яңыһы асылғансы артистарҙың ялға китеүеме? Был осорҙа ижади төркөмдәр ни менән мәшғүл? Мәҙәниәт йылы көндәлек эшмәкәр­леккә ниндәйерәк йоғонто яһай? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Нефтекама дәүләт филармония­һының художество етәксеһе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Айбулат РӘХМӘТУЛ­ЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.
– Тамамланған миҙгелде нисек баһалайһығыҙ, Айбулат Дәүләтбай улы?
– Филармониябыҙ эшләй башлағандан алып ун алтынсыһын уңышлы һәм емешле уҙғарҙыҡ. “Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек” тигән бай йөкмәткеле программа менән асылған миҙгел шундай уҡ рухта дауам итте. Ул тулыһынса Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына арналды. Коллектив сығышыбыҙ менән баш ҡала тамашасыларын да һөйөндөрҙөк. Улар рес­публикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Рәфҡәт Ғәбделйәновтың “Йөрәгемдә һайрай һандуғас” тип аталған концерт программаһын да йылы ҡабул итте. Йырсы Илнур Мөфтәховтың үҙебеҙҙә ҙур уңыш менән үткән “Мөхәббәттән донъя яралған” исемле концерты ла, “Түңгәүер” бейеү ансамбленең сәхнәне дер һелкеткән сағыу сығышы ла, Раисия Исенбаева етәкселегендәге “У сем” мари төркөмөнөң “Беҙгә бергә күңелле” тигән бай йөкмәткеле программаһы ла Мәҙәниәт йылына бағышланды. 
– Гастролдәргә килгәндә...
– Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарында беҙҙе һәр саҡ йылы ҡаршылайҙар. Күрше Татарстанда, Пермь крайында, алыҫтараҡ ятҡан Свердловск, Силәбе һәм Төмән өлкәләрендә лә үҙ тамашасыбыҙ йылдан-йыл арта бара. Ижади кол­лек­тивыбыҙҙың гастроль маршруттары быйыл да киң булды. Раян Алтыншин етәкселегендәге “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө Силәбе өлкәһе райондарында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе матур сығыштары менән шатландырҙы, уларҙың күңелен күтәрҙе. “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө (етәксеһе – Рәфҡәт Ғәбделйәнов) – Татарстанда, “У сем” мари эстрада төркөмө Екатеринбург ҡалаһында һәм Свердловск өлкәһе ауылдарында уңышлы сығыш яһаны. “Сыңғыҙ һәм Тамерлан” цирк төркөмө (етәксеһе – Нураниә Хәлитова) яҡындағы ҡала һәм райондарҙа төрлө йәштәге тамашасыны шатландырҙы... 
– “Төрлө йәштәге”, тинегеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн дә махсус саралар ойоштороламы?
– Ижади төркөмдәрҙең бишенсеһе нәҡ уларҙың зауығын күҙ уңында тотоп эшләй ҙә инде. Башҡортостандың атҡаҙанған ­мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Йосопова етәкселегендәге музыкаль лекторийҙың төп маҡсаты – йәш быуында матурлыҡҡа һөйөү той­ғоһо тәрбиәләү, уларҙың мәҙәни кимәлен үҫтереү. Быны тормошҡа ашырыу өсөн иллегә яҡын программа төҙөлгән. Улар тыңлаусыларҙы төрлө милләттәрҙең аҫыл мәҙәни өлгөләре, бер нисә быуын, шул иҫәптән хәҙерге заман композиторҙары әҫәрҙәре менән яҡындан таныштыра. Бынан тыш, республикабыҙҙың билдәле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре лә – лекторийҙың даими ҡунаҡтары.
Әлеге көндәрҙә, ҡайһы бер артистар ялда булғанда ла, был төр­көм үҙ эшен әүҙем дауам итә. Уның ағзалары Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы мәктәптәрҙә һәм ҡаланан ситтә урынлашҡан балаларҙың ял һәм хеҙмәт лагерҙарында “Йәй вернисажы” тигән программа менән сығыш яһай. Миҙгел барышында музыкаль лекторий төркөмөнөң енәйәтселеккә, наркоманияға һәм эскелеккә ҡаршы республика программаһына ярашлы төбәктә үткәргән саралары ла ыңғай баһа алды.
Ял тиһәм дә, артистарға әллә ни эләкмәй инде ул. Дөйөм­ләштереп әйткәндә, беҙҙең ҡайҙалыр сығыш яһамаған көн юҡ. 
Төрлө байрам айҡанлы концерттар ойоштороп торабыҙ, райондарҙа үткән һабантуйҙарҙа ла бай йөкмәткеле программа тәҡдим иттек. Әле генә төрлө жанр артистарынан төҙөлгән төркөмөбөҙ Нижневартовск ҡалаһында үткәрелгән Ханты-Манси автономиялы округы һабантуйынан ҡайтты.
– Яҡын киләсәккә пландар ниндәйерәк?
– Нисек кенә тиһәң дә, сәхнә кешеһенә лә ял кәрәк бит. Әҙерәк хәл йыйып алғас та, яңы миҙгелгә әҙерлек башлаясаҡбыҙ. Ул алдағы йылдың оло ваҡиғаһына – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына – бағышлана. Шуға ла ижади уйланыуҙар өсөн урын киң. Был йәһәттән беҙҙә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Директорыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилевтән уңдыҡ. Залды заманса йыһазландырыу, яңы аппаратура, сәхнә кейемдәре алыуҙан башлап, көндәлек ижади тормошобоҙға тиклем барыһын да оҫта ойоштора ул. Нәҡ Рәйес Абдрахман улының тәҡдиме менән көҙ айҙарының береһендә Ҡырымға – Башҡортостан шефлыҡҡа алған Белогорск районына – концерт алып барырға ниәтләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең яңы, матур ижади эштәр алда әле.
– Кешегә бер йылы һүҙ етә, тиҙәр. Филармонияның художество етәксеһе булараҡ, Айбулат Дәүләтбай улы, тамашасы һөйөүен яулаған сәхнә оҫталарын атаһағыҙ ине... 
– Тиҫтә ярым йыл эсендә коллективта талантлы һәм үҙен­сәлекле ижади артистар тупланды. Мәҫәлән, “Түңгәүер” ансам­б­ленең һәр бейеүе көслө алҡыштарға күмелә. Йырсыларыбыҙ Раян Алтыншин, Рәфҡәт Ғәбделйәнов, Иршат Ҡарасурин, Илгиз Миңләхмәтов, Сүриә Ғималова, Сулпан Ғәфүрйәнова һәм Зәбирә Әминева тамашасының ысын һөйөүен яуланы. Улар һәм сәхнәбеҙҙең башҡа хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә сағыу сығыштары менән барыһын да арбар әле. 
– Афарин, шулай булһын. Ижади уңыштар һеҙгә!
Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.
Нефтекама ҡалаһы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb