Өфө районында үткән әҙәбиәт марафоны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән көндәргә тап килеүе менән үҙенсәлекле булды. Сара Николаевка ауылындағы урта мәктәп янында Советтар Союзы Геройы Александр Михайловҡа бюст асыуҙан башланды.
Уҡыусылар, ветерандар, ауыл халҡы, батырҙың туғандары тигеҙ сафҡа теҙелгән. Хатта алыҫ Калининград өлкәһенән батырҙың бер туған һеңлеһе Зоя Семак та килгәйне. Тантанала шулай уҡ мәктәптең IV класс уҡыусылары “Башҡортостан пионерҙары” сафына ҡабул ителде. Балалар тыуған илде яратырға, Александр Михайлов кеүек ысын кеше булып үҫергә, яҡшы уҡырға һүҙ бирҙе.
Александр Фадеевич 1925 йылда ошо ауыл Советына ҡараған Кручинино ауылында тыуа. Ете класты тамамлағас, Өфө педагогия училищеһында белем ала. 1943 йылда 18 йәше лә тулмаған егет Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ошо йылдың сентябрендә Украинаның Черкесск районы тирәһендә барған алышта бер үҙе егермеләгән немецты дөмөктөрөп, дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Ҡыйыу яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Александр Михайлов 1944 йылдың 2 ғинуарында батырҙарса һәләк булып, Житомир өлкәһенең Бердичев районында ерләнә.
Авдон урта мәктәбенән IV класс уҡыусыһы Артур Исмәғилев хикәйәләрен килтергәйне. Йәш автор тиҫтерҙәре тормошона арналған “Тикшереүҙе Василий алып барҙы” тигән мажаралы хикәйәне оҫта тел, ышандырырлыҡ итеп яҙған. Наил Әсҡәт улы уны хуплап:
– Хикәйәң бик отошло, идеяһы бар, уны гәзиткә бирергә кәрәк. Артабан да ошо юҫыҡта дауам ит, – тине.