– Ул осорҙа К. Әхмәтйәнов, Ә. Вахитов, Я. Хамматов, Ғ. Дәүләтов, Ш. Бикҡол, Б. Рафиҡов, Р. Солтангәрәев кеүек тәнҡитселәр, прозаиктар һәм шағирҙар ҡәләмдәрен сарлай. 1957 йылдан һуң уҡыу йортона “Башҡорт дәүләт университеты” тигән статус бирелгәс, “Шоңҡар”ҙың эшмәкәрлеге айырыуса йәнләнә һәм һөҙөмтәлерәккә әйләнә. Был фекер менән бәхәсһеҙ ризалашырға тура килер, сөнки ҙур ижади уңыштарға өлгәшкәндәрҙең исемлеге бигерәк оҙон һәм һиммәтле. Награда-дәрәжәләрен атамай ғына, исем-шәрифтәренә күҙ һалайыҡ: М. Минһажетдинов, Р. Байымов, Ф. Иҫәнғолов, М. Басиров, М. Сәғитов, М. Сиражи, М. Ишбулатов, С. Ғәбиҙуллин, Ғ. Шафиҡов... Улар төрлө жанрҙа эшләй, ҙур шөһрәт ҡаҙана. Үкенескә ҡаршы, әле һаналғандарҙың барыһы ла бөгөнгө тантанала үҙҙәре түгел, ижадтары менән генә ҡатнаша.
Уларҙан һуң “Шоңҡар”ҙың байрағы йәшерәк быуынға күсә: Р. Шәкүр, Ҡ. Аралбай, Т. Йосопов, Р. Мифтахов, Р. Бикбай, И. Кинйәбулатов, В. Әхмәҙиев, Т. Килмөхәмәтов, С. Әлибай, Р. Тойғон, Р. Хажиев, М. Иҙелбаев, Г. Юнысова, Т. Ҡарамышева, Р. Хисаметдинова, Ф. Туғыҙбаева, Т. Ғарипова, А. Баһуманов, С. Шәрипов, Ғ. Хисамов, Р. Йәнбәк, З. Ҡотлогилдина... Һанап үтелгән ҡәләмдәштәрҙең бәғзеләренә үҙ ваҡытында төрлө атама менән йөрөтөлгән әҙәби түңәрәккә етәкселек итергә, уның исемен нығытыу, уңыштарҙы күрһәтеү маҡсатында арымай-талмай эшләргә, яңы тумалып килгән ижади “бөрө”ләрҙе ҡурсаларға тура килә. Талант ғүмере – ике, тиергә ҡала, сөнки әлеге исемлек тә фанилыҡта ҡыҫҡара бара. Был осорҙа башҡорт студенттары күрше Татарстан, Сыуашстан йәштәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығыта, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында уҙған фәнни конференцияларҙа, республика кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша.
– Эйе, артабан да “Шоңҡар” кимәлен төшөрмәҫкә тырыша. 1980 – 2000 йылдарҙа ла был ижад мәктәбенән үҙенсәлекле ҡәләм оҫталары үҫеп сыҡты. Г. Ғиззәтуллина, Й. Ильясова, Т. Юлдашева, Р. Камал, арабыҙҙан бигерәк иртә киткән шағирҙар Р. Түләк, Ғ. Зарипов, Р. Ҡол-Дәүләт, әҙәби ижадты журналистика менән уңышлы бәйләгән Т. Дәүләтбирҙина, Ф. Аҡбулатова, З. Ханнанова, Г. Ҡотоева, Л. Абдуллина, М. Ҡунафин – нәҡ шундайҙар иҫәбендә.
Ҡыҫҡаһы, 1934 йылдан алып бөгөнгәсә “Шоңҡар”ҙар араһынан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының 160-лап ағзаһын, тиҫтәләгән фән докторы һәм кандидатын, дәүләт эшмәкәрҙәрен ғорурлыҡ менән телгә алырға мөмкин. Улар араһында тиҫтәгә яҡын әҙип халыҡ яҙыусыһы һәм халыҡ шағиры исемен йөрөтә, өс тиҫтә әҙип – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, егермеләбе Ғ. Сәләм, Ш. Бабич, Һ. Дәүләтшина, М. Буранғолов исемендәге премияларға лайыҡ булды. Атҡаҙанған фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, СССР, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге наградалар, юғары премиялар алғандар ҙа бар.