Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт”
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 30 январь 2015
“Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың өс йәшлек сағын күргегеҙ киләме? Мәшһүр прозаик Булат Рафиҡовтың йәш ярымлыҡ мәлен нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ? Фронтовик-яҙыусы Яҡуп Ҡолмойҙо хәрби кейемдә күргәндәр бармы? Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев йәш сағында ниндәйерәк булды икән?
“Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылы уңайынан асҡан “Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт” күргәҙмәһендә ошо һорауҙарҙың барыһына ла яуап таба алырһығыҙ. Һәр хәлдә Башҡортостан әҙиптәренең, башҡорт яҙыусыларының йөҙө сағылған фотоларҙан барыбыҙға ла таныш кешеләр баға, бары тик сырамытып танырға ғына кәрәк. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова: “Фотоларҙа әҙәбиәт тарихы ғына түгел, тотош илдең, республиканың һулышы тойола. Ошондай әһәмиәтле сара ойошторған гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!” – тине. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та үҙ сығышында баҫманың мәҙәни тормошта тотҡан урынын юғары баһаланы. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов иһә байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, йылдың уңышлы үтеүен теләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев:
– Элек-электән “Башҡортостан” гәзите әйҙәүсе баҫмаларҙың береһе булды. Әҙәбиәт йылының тап ошо редакцияла башланып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Бала саҡтан унда сыҡҡан әҙәби материалдарҙы көтөп алыуымды яҡшы хәтерләйем. “Әҙәби нағыш” республика марафонын ойоштороусыларҙың береһе лә – “Башҡортостан” гәзите. Артабан да бергә ижад итәйек әҙәби йылъяҙманы, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, күргәҙмәнең әһәмиәтен баһалап, тарихи фотоларҙа дәүерҙең тын алышы, шәхестәр йөҙөндә уҙған йылдар күҙ алдына баҫыуын билдәләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев гәзиттең үткәненә тарихи байҡау яһаны:
– Ырымбур еренең, Туҡсоран буйы шәхестәренең “Башҡортостан” гәзитенең эшмәкәрлегенә туранан-тура йоғонтоһо бар. Баҫманың тәүге баш мөхәррире Сәғит Мерәҫов булған. 1921 йылдан күренекле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтый ҙа ошо гәзиттең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1925 йылдан “Башҡортостан”дың яуаплы мөхәррире вазифаһын Кәрим Иҙелғужин йөкмәһә, 1937 йылдан гәзит өсөн Ҡасим Аҙнабаев яуаплы була. Был шәхестәрҙең барыһы ла Ырымбур далаһында үҫкән. Сыға башлағандан алып халыҡҡа аң-зиһен генә түгел, ижтимағи-сәйәси, әҙәби-мәҙәни фекер ҙә еткергән баҫманың йәмғиәт үҫешендәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күргәҙмә төрлө дәүерҙә йәшәгән күренекле шәхестәр, ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Ул үҙенә күрә быуаттарҙы быуаттарға ялғар мәҙәни күпер кеүек. Уның менән мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа танышһын ине.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, редакция иғланына иғтибар итеп, күргәҙмәне иҫтәлекле фотолар менән тулыландырған авторҙарыбыҙға – халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовҡа, мәғариф министрының элекке беренсе урынбаҫары Роберт Арыҫлановҡа, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваға, прозаик Рәшит Солтангәрәевтең туғандарына, Факиһа апай Низаметдиноваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шәхси архивтарҙа һаҡланған ҡаралы-аҡлы һүрәттәр күргәҙмәнең үҙенсәлеге булды. Яҙыусыларҙың төрлө йылдарҙа төшкән фотоларын ҡәҙерләп һаҡлап, матбуғатҡа бирерлек кимәлгә еткергән баҫмабыҙҙың фоторәссамы Нәсих Хәлисовтың да эше баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы урынлашҡан Матбуғат йортоноң 5-се ҡатында эленгән сағыу рәсемдәр менән теләгән һәр кем килеп таныша ала. Бәлки, гәзит уҡыусыларҙа тағы ла ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле фотолар табылыр? Беҙ күргәҙмәне даими байытып, халыҡҡа яңы һүрәттәр тәҡдим итергә әҙер! Әҙәбиәт йылы менән, хөрмәтле ҡәләмдәштәр, гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Автор: Л. АБДУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө