Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
92 йәшендә күренекеле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова вафат булды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 18 июнь 2012
92 йәшендә күренекеле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова вафат булды
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында тыуған. Мәүлет башланғыс һәм Мөхәммәтҡолой ете йыллыҡ мәктәптәрендә белем ала. 1935 йылда Өфө педагогия рабфагында, 1939-1940 йылдарҙа Өфө педагогия институтында уҡый. 1941-1953 йылдарҙа Мөхәммәтҡолой урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй. 1953 йылдан Өфөгә килеп «Әҙәби Башҡортостан (хәҙерге «Ағиҙел») редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып урынлаша. 1962 йылда Мәскәүҙең Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡас, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире була. 1939-40 йылдарҙа беренсе шиғырҙары донъя күргән. 1954 йылда балалар өсөн яҙылған тәүге китабы нәшер ителә. Ижадының башланғыс осоронда күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу таба. Артабан уның ижади мөмкинлектәре киңәйә һәм ул төрлө жанрҙарҙа ла ижад итә башлай. Уның әҫәрҙәре рус уҡыусыларына ла таныш һәм бик күп башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән. Ул бер нисә повесть («Алтын тояҡ, аҡ кәзә», «Айгүзәлдең алтын асҡысы») шиғри йыйынтыҡтар, шулай уҡ балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары авторы. «Почет билдәһе» ордены менән наградланған, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2011 йылда Кәтибә Кинйәбулатова «Ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө