"БАШҠОРТОСТАНҒА ҒАШИҠ БУЛДЫМ..."

"БАШҠОРТОСТАНҒА ҒАШИҠ БУЛДЫМ..."
"Берҙәмлек" Милли мәҙәниәттәр халыҡ-ара фестивале баш ҡалала асыҡ һауала үткән ҙур концерт менән тамамланды. Фестивалдә быйыл ШОС һәм БРИКС саммиттары илдәренән - Бразилиянан, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм Рәсәйҙән бөтәһе 200 кеше ҡатнашты.
Сараны асыу тантанаһы Бәләбәй ҡалаһында үтте, ул унда рус мәҙәниәте байрамы менән тап килде. Бынан тыш, ҡунаҡтар Туймазы, Дәүләкән райондары һабантуйҙарында, Октябрскийҙа үткән Ҡурай байрамында ҡатнашып, республика халыҡтарының мәҙәниәте менән танышты, үҙҙәре лә сығыш яһаны. Бынан һуң халыҡтар дуҫлығы байрамы кире Өфөгә әйләнеп ҡайтты.
Гала-концертта ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы сәләмләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республика етәксеһенең сәләмләү адресын уҡып ишеттерҙе. "Биш көн дауамында Башҡортостан ерендә төрлө илдәрҙең вәкилдәре үҙ сәнғәтен күрһәтте, беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, тормошобоҙҙо өйрәнде. Йөрәктәрҙә тоҡанған дуҫлыҡ уты йылдан-йыл сағыуыраҡ, йылыраҡ һәм үҙ халҡын һәм мәҙәниәтен яратыусылар өсөн генә түгел, башҡа халыҡтарҙың да сәнғәтен ихтирам итеүселәргә кәрәгерәк була барһын. Бер айҙан Өфөгә донъяның иң эре 15 дәүләтенең етәкселәре йыйыласаҡ. Шуға ла бынан алда был дәүләттәрҙең мәҙәниәте килеп етеүе бик символик күренеш булды. Мәҙәниәт телен, бейеү телен аңлау өсөн тәржемә кәрәкмәй, быға беҙ тағы бер ҡат инандыҡ", - тиелгәйне унда. Ысынлап та, тамашасылар Ҡырғыҙстандың "Етегән" халыҡ музыка ҡоралдары коллективын да, Тажикстандың "Гөлшан" оркестрын да, Һиндостандың - "Халыҡ-ара ритмдар", Бразилияның "Cadica Dance Company" төркөмдәрен дә ихлас ҡабул итте. Көньяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре ямғыр саҡырыу йолаһы аша хис-тойғоға бай сәнғәтен күрһәтә алды. Әйткәндәй, был коллективтар үҙҙәрендә генә түгел, ә Европала ла киң билдәлелек яулап өлгөргән. "Гуань-индың мең ҡулы бейеүе" тип аталған бейеүе менән тамашасының хәтерендә ҡалған Ҡытайҙың "Ланьчжоу йондоҙҙары" коллективы ла халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә Ланьчжоу провинцияһын күрһәтеп йөрөһә лә, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда - тәүге тапҡыр. "Беҙҙең ҡалабыҙ Ҡытайҙа иң мөһим төбәктәрҙән иҫәпләнә, сөнки уның аша башҡорттарға ла таныш булған Ебәк юлы үтә. Ул бик үҫешкән ҡала. Ансамблгә килгәндә, унда башлыса профессиональ белеме булмаған үҙешмәкәр бейеүселәр бейей. Ғөмүмән, беҙҙә халыҡ бик әүҙем тормош менән йәшәй, шуға ла тән һығылмалылығын өлкәнәйгәс тә һаҡлай. Коллективтың иң өлкән бейеүсеһенә, мәҫәлән, 60 йәш", - ти Ҡытай делегацияһы вәкиле Лин Хонкуй. Алда һүҙ барған бейеү иһә көнсығыш мәҙәниәтенең иң күркәм, иң үҙенсәлекле бейеүе, ул мең ҡуллы будда батшабикәһе Гуань Ши-инды һынландыра. 
Быйылғы "Берҙәмлек"тең географик сиктәре киңәйеүе, ысынлап та, уға айырыуса йәм өҫтәне. Шулай уҡ уның даими ҡатнашыусылары фестивалдең йылдан-йыл үҫешә барыуын да билдәләне. Ҡаҙаҡ халыҡ йырҙарын импровизациялау эшмәкәрлеге менән киң шөғөлләнеүсе композитор, йырсы Азамат Мукатов әйтеүенсә, быйыл уның форматы үҙгәреүе лә, масштабы киңәйеүе лә маҡтауға ғына лайыҡ. "Һәр "Берҙәмлек" яңыса үтә, әммә бында ҡатнашыусыларҙың барыһын да музыка һәм ижад, мәҙәниәт һәм сәнғәткә һөйөү берләштерә. Башҡортостан әле ҙур сәйәси ваҡиғалар алдында тора, уның мәҙәниәттәр дуҫлығынан башланыуын изгегә генә юрарға кәрәк. Саммиттарҙа ҡатнашыусыларға мәҙәни, этник күҙлектән сығып мөрәжәғәт итергә мөмкинлегем булһа, уларға шулай тип әйтер инем: донъяла милләттәр ҙә, мәҙәниәттәр ҙә төрлө, әммә беҙ барыбыҙ ҙа ерҙә тыныслыҡ, изгелек булыуын теләйбеҙ", - ти "Берҙәмлек"тең 2004, 2007, 2011, 2013 йылдарҙағы лауреаты. Республиканың йөҙөн халыҡтарҙың мәҙәниәте, йәшәйеше генә түгел, уларҙың ихласлығы, алсаҡлығы ла билдәләй икән, ҡунаҡтар менән аралашҡандан һуң быға тағы инанаһың. "Әсәйем - тарих һәм рус теле уҡытыусыһы. Мин был төбәк тураһында китаптарҙан уҡып ҡына белә инем. Бындай игелекле кешеләрҙе, йылы ҡараштарҙы, матур тәбиғәтте бер ҡайҙа ла күргәнем булманы. Башҡортостанға барабыҙ, тигәс, хәҙер беҙҙе бәләкәй генә йорттарҙан торған ауылға алып килеп төшөрөрҙәр инде, тип уйлағайныҡ. Ә был ожмахтың үҙе булып сыҡты! Урамда 21-се быуат, ә халыҡтың мәҙәниәте, кешеләрҙең күңеле шул килеш матур һаҡланған - быға һоҡланып бөтә алмайым. Халҡығыҙҙа бөгөнгө заманға хас насар күренеш - тәкәбберлек юҡ" - Үзбәкстандың "Ватандаш" ансамбле ағзаһы Дилнавоз Алимованың был һүҙҙәре тап ошоно раҫлай ҙа инде. 
Шулай итеп...
"Мин Башҡортостанға ғашиҡ булдым!" - Һиндостандан килгән артист Амердел Панесарҙың ошо һүҙҙәрен фестивалдә ҡатнашыусы һәр кеше ҡабатланы. Кемгә генә мөрәжәғәт итһәң дә, барыһы ла тәбиғәтебеҙҙе лә, бейеүҙәребеҙҙе лә, ҡунаҡсыллығыбыҙҙы ла, аш-һыуыбыҙҙы ла һәм, әлбиттә, ҡыҙҙарыбыҙҙың сибәрлеген дә маҡтаны. "Сәк-сәк" һәм "ҡымыҙ" тигән һүҙҙәрҙән һуң ҡунаҡтарҙың йөҙөндә барлыҡҡа килгән ҡәнәғәт йылмайыуҙы уларҙың ихласлығы итеп аңларға ла булалыр, моғайын. Ике тиҫтә йыл дауамында ойошторолған "Берҙәмлек" фестиваленән быйыл да һәр ҡатнашыусы һәм тамашасы байрамса кәйеф менән таралышты. 
Автор: Ләйсән ДАЯНОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb