Башҡортостан Сыуашстан мәҙәниәте көндәренә ҡунаҡтар көтә

Башҡортостан Сыуашстан мәҙәниәте көндәренә ҡунаҡтар көтә
Бөгөн Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре башлана. Ул 2 июнгә тиклем дауам итәсәк. Был республиканың яңы тарихындағы мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға. Халыҡ-ара ижтимағи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Сыуашстан халыҡ фән һәм сәнғәт академияһының Урал буйы филиалы профессоры Иван Тарасов әйтеүенсә, Башҡортостанда Сыуашстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре һуңғы тапҡыр 1982 йылда үткәрелгән. Бынан һуң илдәге ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар арҡаһында оҙайлы тәнәфес булып алған. Был арала күп нәмә ҡырҡа үҙгәргән. Әлеге уҡыусылар ХХ быуаттағы яратҡан кумирҙары — Яков Ухсай һәм Мостай Кәрим, башҡа аҡһаҡалдар менән күрешә алмаясаҡ инде. Улар Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында уның бәхете өсөн көрәшкән ил дә юҡ хәҙер. 
— Бөгөн туғандаш республикаларға ла икенсе кешеләр етәкселек итә, һәм уларҙың бер-береһенә ҡыҙыҡһыныуы юғалмауы, уртаҡ лексикалы телде, атай-олатайҙарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм ҡанундарын, бер нисә быуат элек ике халыҡ менән формалаштырылған сигеүҙәге оҡшаш нағыштарҙы онотмауы ҡыуаныслы, — ти Иван Тарасов. — Еңел дә булмағандыр, бәлки, шулай ҙа улар Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәрен үткәреү тураһында һөйләшеп килешә алды. Хәҙер сыуаштар һәм башҡорттар, рустар һәм татарҙар, еврейҙар һәм мариҙар, немецтар менән удмурттар, украиндар һәм мордвалар бер «түңәрәк өҫтәл» артында йыйылып, иркенләп аралаша аласаҡ. Улар ошо 30 йыл эсендә халыҡтарҙың нисек үҫешеүе, әҙәбиәттәрендә нимәнән китеп, нимәгә килеүҙәре, рухи тормошта, фәндә, тыуған яҡты өйрәнеүҙә, мәғарифта, сәнғәттә ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшеүе һәм нимә юғалтыуҙары тураһында белә аласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сәғәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереп, аҡыл, тормош тәжрибәһе, киләсәккә пландар менән уртаҡлашырға ваҡыт етте. 
Башҡортостан сыуаштары Канашы (съезы) башҡарма комитеты ултырышында был ойошманың етәксеһе Валерий Сидоров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәрендә Сыуашстандан 300-гә яҡын мәҙәниәт эшмәкәре һәм йәмәғәт вәкиле ҡатнашасаҡ. Республикалағы бер нисә ҡаланың һәм район үҙәгенең театрҙары һәм мәҙәниәт йорттарында улар спектаклдәр, концерттар ҡуясаҡ, музей һәм китапханаларҙа күргәҙмәләр һәм презентациялар үткәрәсәк. Спектаклдәр һәм концерттар ҡабатланмай — артистар уларҙы республиканың төрлө майҙанында бер үк ваҡытта күрһәтәсәк. Туғандаш республикалар тормошонда бындай ваҡиғалар йыш булып тормай: кәм тигәндә 30 йылға бер тапҡыр үтә. Шуға күрә уға етди әҙерлек алып барыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb