Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XI төбәк-ара конкурсы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 25 май 2012
Башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XI төбәк-ара конкурсы
Бынан теүәл 16 йыл элек, йәғни 1996 йылдың 15-18 майында тәүге тапҡыр «Ирәндек моңдары» бәйгеһе ойошторола. Шул мәлдән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы күркәм традицияға әүерелеп, Сибай ҡалаһы иң һәләтле, моңло, дәртле балалар һәм йәштәрҙе йыйыр төбәккә әйләнде. Быйыл был йыр-моң бәйгеһе 11-се тапҡыр ойоштороласаҡ.
«Ирәндек моңдары» кеүек оло бәйгенең тап Сибайҙа үткәрелеүе юҡҡа түгел. Уның башҡорт милләтенең төп этник өлөшө йәшәгән, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарының иң гүзәл өлгөлөре һаҡланған, мәшһүр йырсылары менән дан тотҡан ерлектә уҙғарылыуы тәбиғи ҙә, дөрөҫ тә. Тәүҙә, йәғни 1996 йылдан 2000 йылға тиклем йыл һайын үткәрелеп, унан ике йылға бер ойошторолоп килгән конкурс бик күптәргә ҡанат ҡуйҙы. Беренсе йылдарҙа үҙешмәкәрҙәр араһында сығыш яһап, бер нисә йылдан профессионалдар араһында үҙ көсөн, һәләтен һынап ҡараусыларҙың күп булыуы ла быға асыҡ дәлил. Балалар араһында ҡатнашыуҙан башлап, үҫә барып, аҙаҡ Гран-при алыусылар ҙа бар. Был үҙе үк күпте һөйләй. Тәүге йылдарҙа конкурсанттар һаны 90-ға ла тулмаһа, аҙаҡ ул 100-ҙән ашты. Ҡыҫҡаһы, бәйгенең абруйы күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Быйыл да конкурстың юғары кимәлдә үтәсәгенә һәм яңы таланттарға киләсәккә ышаныслы юл һаласағына өмөт ҙур.
1-2 июндә үтәсәк «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсының шарттарына килгәндә, ул түбәндәгесә: конкурста 35 йәшкә тиклемге һәр һәләтле башҡарыусы ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бәйгеселәр ике йәш, 16 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәндәр төркөмөнә бүленә. Махсус белеме булғандар профессионалдар араһында һынау тотасаҡ. Шулай уҡ 16-35 йәштәгеләр теләге буйынса оҙон йә иһә ҡыҫҡа көй номинацияһы өсөн көрәш алып барырға хоҡуҡлы. Әгәр икеһендә лә үҙен һәләтле итеп таныта ала икән, был еңеүгә күберәк мөмкинлек бирә.
Кесе, йәки 16 йәшкә тиклемгеләр араһында бер генә тур уҙғарыла. Улар үҙҙәре һайлап алған башҡорт халыҡ йырын микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ йырларға тейеш. Шулай уҡ урындағы фольклорҙы (йола йырҙары, шаян йыр, таҡмаҡ, ҡобайыр, бәйет, мөнәжәт, һамаҡ) белеүе мөһим. Оло төркөмдәгеләргә иһә ике турҙы үтеү зарур. Тәүгеһендә микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ «Урал», «Сибай», «Буранбай», «Ильяс», «Баяс», «Эскадрон», «Абдрахман», «Сәлимәкәй», «Ғилмияза»,«Зөлхизә», «Тәфтиләү», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Ҡолой кантон», «Ғүмәров», «Ҡаһым түрә» йырҙарын башҡара алыуы мотлаҡ. Шулай уҡ бәйгесенән 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған оҙон көйҙәрҙе белеүҙе талап итәсәктәр. Икенсе турға йәнә микрофонһыҙ, музыкаль оҙатыуһыҙ «Әрме», «Бейеш», «Илсе Ғайса», «Йәмәлекәй тауы», «Һандуғас», «Томан», «Шәүрә», «Шафиҡ», «Хисам», «Һаҡмар», «Илсе Урал», «Һары ла сәс», «Арғужа», «Көйөлдө», «Төйәләҫ», «Уйыл» йырҙарын йырлау мотлаҡ һынала. Йәнә урындағы фольклорҙан оҙон көй ишеттереү кәрәк буласаҡ.
Ҡыҫҡа көй номинацияһында көс һынашыусыларға эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе йырлап ишеттереү, һамаҡ, мөнәжәт, бәйет, таҡмаҡ, йола, мәжлес йырҙарын, шаян йырҙарҙы һәм башҡаларҙы көйләүҙән тыш, уның тарихын яҡшы белеү талап итеп ҡуйыла.
Балалар, үҙешмәкәрҙәр, профессионалдар араһында призлы урындар билдәләнеп, уларға диплом һәм бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ бер Гран-при билдәләнәсәк. Төп урын яулаусыға бағыусы «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенән ВАЗ-2107 автомобиле тапшырыласаҡ.
Автор: Резеда Усманова
Сибай ҡалаһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө