Беренсе Волга буйы театр фестиваленән уңыш һәм дәрт менән

Беренсе Волга буйы театр фестиваленән уңыш һәм дәрт менән
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ырымбур губернаһының 270 һәм өлкәнең 80 йыллығына бағышлап уҙғарылған Беренсе Волга буйы театр фестиваленән ҡайтты. Театр фестивалдә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) мюзиклы менән сығыш яһаны. Спектакль М.Горький исемендәге Ырымбур Рус дәүләт драма театры сәхнәһендә 15 июнь көнө уйналды. Әйтергә кәрәк, Беренсе Волга буйы фестивале Ырымбур өлкәһе Губернаторы –  Ю.А. Берг ҡарарына ярашлы әҙерләнде. Фестиваль программаһы бай йөкмәткеле булды, унда спектаклдәрҙән тыш актер оҫталығы буйынса профессор Юрий Альшиц (Берлин), Ирина Промптованың мастер-кластары тәҡдим ителде.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының спектакле Фестивалдең иң абруйлы – «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булды һәм тәнҡитселәр коллегияһы, жюри ағзалары билдәләүенсә, уның сағыу биҙәге һәм асышы тип танылды.
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы, ысынлап та, ғәжәйеп үҙенсәлекле сәхнә күренеше: бында башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер-береһенә үрелеп бирелгән. Мюзикл башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға”ның сюжетына нигеҙләнгән. Унда әҙәм йәнле хайуан – Ҡара юрғаның –  кешеләр бәхете хаҡына ҡылған изгелеге һүрәтләнә. Бында героик әкиәт, социаль-көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр барыһы ла асыҡ күренә. «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» – сағыу һәм романтик, күңелгә үтеп инерлек, моңло спектакль. Күтәренке рух, юмор, махсус музыка, актерҙарҙың оҫта уйыны, зауыҡлы сәхнә костюмдары, заманса биҙәлеш тамашасыла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Ошо урында эпос хаҡында хәтергә төшөрөп үтеү ҙә хилаф булмаҫ. «Ҡара юрға» - башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөһө. Ул шиғри формала ла, сәсмә рәүештә лә йәшәп килә. Эпос 1907 йылда мәшһүр башҡорт сәсәне, драматург Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Һамар губернаһы (Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районы) Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылы кешеһе Хәсән Буранғоловтан яҙып алынған. Эпостың төрлө варианттарын халыҡтан ошо уҡ исем аҫтында Кирәй Мәргән, Әхмәт Сөләймәнов, Ғата Сөләймәнов та яҙып алған. Эпостың 10-лап вариаты Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Ырымбур өлкә архивында һаҡлана.
Фестивалдә ҡатнашҡан барлыҡ спектаклдәр буйынса ла фекер алышыу уҙғарылманы, бының өсөн иң ҡыҙыҡлы тип табылғандары ғына һайлап алынды. 15 июнь – «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» спектаклен жюри ағзалары, тәнҡитселәр коллегияһы, фестиваль ҡунаҡтары ҡарап фекер алышы. Түбәндә бер нисә театр белгесенең сығыштарынан юлдар бирелде.
Театр тәнҡитсеһе Е.А. Павлова (Ырымбур): 
Мин Олег Хановты быға ҡәҙәр актер булараҡ белә инем, ә был юлы уның режиссерлыҡ эшен ҡарап ҙур ҡәнәғәтләнеү алдым. Был өлкәлә лә Ханов О.З. шаҡтай юғары оҫталыҡ күрһәтте. Сағыу, күңелле, еңел сәхнә әҫәрегеҙ менән Һеҙ беҙгә ысын мәғәнәһендә байрам бүләк иттегеҙ. Рәхмәт.
Рәсәй режиссерҙар гильдияһы вәкиле Корчак М.М.: 
Һеҙ фестивалдә үҙегеҙҙе барыһынан да күркәм, профессиональ кимәлдә күрһәттегеҙ. Һеҙҙең уйынығыҙҙан йәнле, һоҡланғыс энергетика ағылды, уны барыбыҙ ҙа тойҙо. Милли театрҙарҙың шундай баһалап бөткөһөҙ байлығы бар, был байлыҡ – ауыҙ-тел ижады, фольклор, традициялар. Һеҙ шуның менән бәхетле. Һеҙҙең кимәлде буш һәм йәнһеҙ тойолған Көнбайыш театрҙары менән сағыштырыу ҙа урынһыҙ. Актерҙарҙың уйыны, пластика, сәхнә биҙәлеше, костюмдар, сәхнә хәрәкәте, музыка – барыһы ла үҙ урынында, иҫ китмәле. Бындай ҙа күркәм, матур актерҙар ҡайҙан был театрҙа? Ҡара юрға ла, Ҡолонсаҡ та, Әбләй, Ҡара бейә лә барыһы ла һөйкөмлө. Был спектакль һәр фестивалдең йәне булырлыҡ.
Театр тәнҡитсеһе Щербаков К.А.: 
Спектакль ҙур ихтирам уята, бик шәп идея.Легенда нигеҙендә заманса мюзикл ижад итеү еңелдән түгел, етмәһә легенданың төп геройы кеше түгел, ә хайуан булһа, уғата ауыр. Әммә Һеҙ был эште еңеп сыҡҡанһығыҙ. Һоҡланғыс декорация, матур, бай костюмдар араһында артистар һис юғалып ҡалмай. Этнография артында бөгөнгө көн сағылыуы бигерәк һәйбәт. Герой менән героиня бик матур күренде. Труппа бик профессиональ һәм ул иң ҡатмарлы пофессиональ бурысты ла тормошҡа ашырырлыҡ дәрәжәлә көслө. Бында Ҡара юрға менән Ҡара бейә мөнәсәбәтендә иреккә ынтылыш темаһы һалынған һәм ул да бик ышандырырлыҡ. Ҡара юрға – кешеләр янына ынтыла, ул миһырбанлы, изгелекле хайуан. Артист юғары дәрәжәлә һәйбәт уйнай. «Абсолют ирек» темаһы мюзиклда бик оҫта асыла. «Мин ялсы түгел, мин – ир күңеле, уның ике ҡанаты!», – ти Әбләйҙең (А.Ҡунаҡбаев) тоғро дуҫы Ҡара юрға (Р.Хайсаров). Һәм мин уның был һүҙҙәренә ышанам.
Карпова Н. Н. «Сатира» театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, театр белгесе:
Шуныһы шатлыҡлы, мюзиклдар илебеҙ сәхнәләрендә йышыраҡ күренә башланы. Тәүҙәрәк, был синтетик жанрҙың беҙҙең сәхнәгә ерегеп китеүе икеле, тигән фекерҙәр ишетелә ине. Музыкаль жанрҙы тамашасы ярата. Ә мюзикл үҙе театрҙың бөтә яҡлап та мөмкинлектәрен: режиссер һәм актер оҫталығын, вокаль, пластика, сценография һ.б. кимәлен күрһәтә. Режиссер боронғо эпосты заманса яңғырата алған, актерҙар иҫ киткес бирелеп, әҫәрҙе яратып, оҫта уйнай. Ҡара юрға үҙе ни тора! Үҙе артынан башҡаларҙы ла эйәртә. Хореография, музыка, биҙәлеш йәһәтенән дә әҫәр миңә бик оҡшаны. Массалағы артистарҙың да һәр ҡайһыһы үҙ урынында. Спектакль тере организм кеүек. Ул, моғайын, оҙон ғүмерле булыр.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb