Халҡыбыҙға бер бүләк ине

Халҡыбыҙға бер бүләк ине
Динис Бүләков йәш яҙыусылар иҫәбендә йөрөмәне лә шикелле. Тәүге хикәйәләре менән үк иғтибар үҙәгенә эләкте, шунда уҡ повестары, китаптары донъя күрә башланы. Ул "анһат ҡына" төп прозаиктарыбыҙҙың береһенә әйләнде лә китте. Кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белеүе, ойоштороу һәләте Динисҡа төрлө яуаплы вазифаларға үрләргә ярҙам итте. "Башҡортостан" гәзитенең хеҙмәткәре, бүлек мөдире, "Ағиҙел" журналында проза бүлеге мөдире, "Пионер" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан телевидение һәм радио комитетының етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар cоюзы идараһы рәйесе... Ошо яуаплы йөктәрҙе еренә еткереп тартыу менән бергә, йоҡо һәм ял иҫәбенә туҡтауһыҙ ижад итеү. Тиҫтәләгән хикәйәләр, повестар, романдар...
Ситтән ҡарағанда, Динис анһат һәм тиҙ яҙа кеүек. Уның өйөндә булғанда, берәй әҫәр яҙған осорона тап килһәм, яҙыусының өҫтәленә күҙ һала инем. Динис үҙе лә әҫәр өҫтөндә эшләүенең серҙәрен йәшермәй торғайны. 
Ҙур ҡағыҙға йәки ватманға үҙе өсөн аңлайышлы түңәрәктәр яһап, шулар эсенә әҫәр геройҙарының исемдәрен, уларға хас һыҙаттарҙы, башҡа образдар менән мөнәсәбәттәрен теркәп, түңәрәктәрҙе яҙыусының үҙенә генә аңлайышлы уҡтар менән бәйләп ҡуя ине. Ошонда геройҙарҙың характерҙары ла, әҫәрҙең сюжеты ла барлыҡҡа килә. Бер ҡарағанда был анһат та, ябай ҙа кеүек тойола, ә ысынында иһә, ижад итеү өсөн оло талант, яҡшы хәтер һәм иҫ киткес эшһөйәрлек талап ителә. Былар барыһы ла Диниста ташып торҙо. Ул күңелен солғап алған идеялар, темалар хаҡында ярһып һөйләп, йөрәген борсоған уйҙарын тормошҡа ашырырға өлгөрә алмауына ҡайғыра, шунан йәнә ашҡынып ижадҡа сума торғайны. 
Беҙҙең ныҡлап яҡынлашып китеүебеҙгә яҙыусылыҡҡа, башҡорт прозаһының нисек булырға тейешлегенә бер төрлө ҡарашта тороуыбыҙ ярҙам итте. 
1975 йыл. Мин "Әлфиә" исемле тәүге повесымды Себер яҡтарында яҙып, почта аша "Ағиҙел" журналына ебәрҙем. Журналдың проза бүлеген яңы ғына етәкләгән Динис әҫәремде уҡып сыҡҡан, оҡшатҡан һәм был хаҡта хат яҙып ебәрҙе. Октябрь айында мин ял алып, Өфөгә килеп төштөм. Динис менән осрашҡас, минең повесть хаҡында, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре тураһында Матбуғат йортоноң етенсе ҡатында оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ. Шунда әҙәбиәткә, проза әҫәрҙәренә бер төрлө ҡарашта булыуыбыҙ асыҡланды. Ул саҡта миңә – 26, Динисҡа 30 йәш булған. Әлбиттә, йәштәргә хас талапсанлыҡ һәм максимализм менән күп кенә яҙыусыларҙың повесть һәм романдарын ҡаты тәнҡитләп, хатта юҡҡа сығарып ташланыҡ. Бөгөн улай яҙырға ярамай, тигән маһайыусан фекергә килдек. Динис минең повесты бик маҡтаны, әммә финалын үҙгәртергә ҡушты. Мин әҫәр аҙағында бер-береһен яратҡан ҡыҙ менән егеттең араһын өҙөп ҡуйғайным. Динис улай ярамағанлығын әйтте, ҡауыштырырға өгөтләне. "Бөгөн үк төҙәт! Шунда уҡ баҫабыҙ!" – тине хатта. Повестың планда тороуын әйтте. Беҙ оҙаҡ ҡына ошо финал хаҡында бәхәсләштек. Минеңсә, ҡыҙ менән егеттең араһы өҙөлһә, уҡыусының күңелендә тыуған һағыш хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, ике яҡшы кешенең шундай аңлайышһыҙлыҡҡа осрауы уйландырыр һымаҡ ине. Повесты шуның өсөн яҙҙым бит. Әммә Динис, әҙәби әҫәрҙең үҙ ҡануны була, ул тормошто ҡабатларға тейеш түгел, тип иҫбат итеп маташты. Мин Өфөлә бер ай тирәһе булдым. Беҙ ошо ваҡыт повестың финалы хаҡында бәхәсләштек, уға әҫәремде уҡыған башҡа яҙыусылар (Ноғман Мусин, Йыһат Солтанов, Фәрит Иҫәнғолов, Рәми Ғарипов) ҡушылып китте. Барыһы ла Динис яҡлы ине. Хәҙер аптырайым, әммә мин һүҙемдә ныҡ торҙом, повестың аҙағын үҙгәртеүҙән баш тарттым. Себергә ҡайтҡас, шул хаҡта Динис менән ике-өс хат алыштыҡ, әммә бер фекергә килә алманыҡ. Бер мәл Динистан хәбәр алам: "1976 йылдың март айында повесың журналда баҫыла!" Донъя күрәсәк тәүге әҫәрем! Мин журналды түҙемһеҙләнеп көтөп алдым һәм шунда уҡ повестың финалына күҙ һалдым. Динис уны үҙенсә үҙгәрткән – ҡыҙ менән егетте ҡауыштырып ҡуйған! Бына шулай принципиаль булғанбыҙ. Йәшлек! Хәҙер көлкө. Эш финалда түгел, әҫәрҙең йөкмәткеһендә булған икән! 
Мин оҙаҡ ваҡыт Өфөнән ситтә, тәүҙә – Себерҙә, аҙаҡ Сибайҙа йәшәнем. Ә Динис, әҙәбиәт ҡаҙанының уртаһында ҡайнағанға күрә, ундағы проблемаларҙы, ниндәй әҫәрҙәр кәрәклеген яҡшы белә ине. Шуға ла телефон аша һөйләшкәндә лә, хат аша ла мине яңы әҫәрҙәр яҙырға туҡтауһыҙ өгөтләп торҙо. Ул ғына ла түгел, инженерлыҡ юлында карьера яһарға тотонған еремдә Динис Бүләков, Ноғман Мусин, Әнүр Вахитов, Рәми Ғарипов бергәләп ҡоҙалап, хатта бер аҙ әрләп, төп һәләтемде ижадҡа йүнәлтергә тейешлегемде иҫбат итеүгә өлгәштеләр. "Һин – әҙәбиәттең киләсәге!" тигән кеүек алдатҡыс, ялтырауыҡ һүҙҙәр әйтергә тартынманылар. Бәлки, дөрөҫ эшләгәндәрҙер. Шул арҡала мин инженерлыҡ карьераһынан, ҙур аҡсалы юғары вазифаларҙан баш тартып, ижадҡа тотондом да инде. 
Динис "Пионер" журналының баш мөхәррире булғас та мине балалар өсөн хикәйә, повесть яҙырға өгөтләй башланы. Тәү осор ундай әҫәрҙәрҙе нисек ижад итергә кәрәклеген күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Шул хаҡта әйткәс, Динис: "Урыҫ яҙыусыларының балалар өсөн яҙылған әҫәрен уҡы", – тип кәңәш бирҙе. Уҡыным, әммә барыбер нисек тотонорға белмәй икеләнеп йөрөйөм. Ә Динис телефон аша шылтырата, хат яҙа: "Ҡасан беҙгә повесть бирәһең?" "Хикәйә" лә тимәй бит әле, повесть! Ни эшләйһең, тотондом. Тәүҙә ике-өс хикәйә яҙып ҡараным. Динис уларҙы оҡшатты, шунда уҡ "Пионер"ҙа баҫты ла "Повесыңды ебәр", – ти башланы. Яҙҙым! Динис бер аҙ төҙәтергә ҡушып, кәңәштәрен әйтеп, кире ҡайтарҙы, тик "оҙаҡҡа һуҙма инде", тип тә ҡуйҙы. Күп тә үтмәй, повесть журналда донъя күрҙе. Балалар өсөн яҙыу үҙемә лә оҡшап китте. Тағы бер нисә әҫәр яҙып ташланым. Улар "Пионер" журналында, "Башҡортостан пионеры" гәзитендә баҫылып сыҡты, аҙаҡ китап итеп нәшер ителде. 
Динис төрлө йыйынтыҡтарҙың төҙөүсеһе лә була торғайны. Уларға ла әҫәр һорап, шунда уҡ миңә шылтырата. Ул төҙөгән һәр китапҡа минең әйберҙәр эләгә килде. 
Шул уҡ ваҡытта Динис та, мин дә өлкәндәр өсөн прозала әүҙем яҙышабыҙ, әҫәрҙәребеҙҙе уҡып сыҡҡас та фекеребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Әлбиттә, ҡаты тәнҡит тә әйтешә инек. Хатта үпкәләшеп ҡуябыҙ. Әммә бының көнсөллөктән түгел, ярҙам итергә теләүҙән килеүен аңлап, тиҙ яраша инек. 
Өфөгә килеремде мин Динисҡа алдан әйтеп ҡуям, поездан төшөү менән уның эшенә киләм. Һәм өс-дүрт көн буйына гел бергә йөрөй торғайныҡ. Шуға ла миңә бөтәһе лә "Динистың дуҫы" тигән исем ҡушты. Һәм был минең өсөн иң юғары баһа һаналды. Әлбиттә, бик йыш уның өйөндә булдым, эш кабинеты, китапханаһы менән һоҡландым. Сибайҙа үҙемдең эш бүлмәмде уныҡына оҡшатып эшләнем, китаптар йыйҙым. Динис, комсомолдың өлкә комитеты ағзаһы булараҡ, отчет һайлау конференцияларын ойошторорға килгәндә, беҙ Сибайҙа бер-беребеҙҙән айырыла алмай инек. 
Динис телевидениеға етәксе булып киткәс, мине үҙ урынына "Пионер" журналына баш мөхәррир итеп ҡуйырға маташты. Ләкин килеп сыҡманы. Аҙаҡ мәҙәниәт министрының урынбаҫары булып китеүемә ныҡ булышлыҡ итте, ә Яҙыусылар союзына рәйес эшенә күскәс, үҙенә ярҙамсы итеп алды... Тормош юлымда Динис Бүләков кеүек ярҙамсыл шәхестең, ҙур яҙыусының тап булыуы өсөн яҙмышыма оло рәхмәтлемен. Әгәр уны осратмаһам, ижадымдағы бөгөнгө уңыштарыма өлгәшер инемме икән?! Белмәйем. 
Дуҫымдың был донъянан китеүе миңә, миңә генә түгел, уны белгән барса кешеләргә бик ауыр тәьҫир итте. Быға ышанырға теләмәнек. Уға илле генә йәш ине! Ҡанатланып ижад итер осорона аяҡ баҫҡайны, пландары бик күп ине. Йәл, шундай йәл... Үҙемдең тыуған ҡалам Сибайҙың иң матур урамдарының береһенә ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов ярҙамында Динис Бүләковтың исемен ҡуштырыуым, унда таҡтаташ элдереүем күңелдәге һағышты бер аҙ баҫҡандай итте. Сибайға барған һайын ошо урамдан үтәм һәм яратҡан дуҫымды осратҡандай булам. Маяковскийға оҡшатып: "Һаумы, яҙыусы һәм урам!" – тип әйтке килә шул саҡ. 
Әҙәбиәткә төрлө яҙыусы төрлөсә килә, төрлөсә ижад менән шөғөлләнә, йәшәй, хеҙмәт итә. Кемдер ипләп кенә, ашыҡмай ғына аяҡ баҫа, оҙаҡ йылдар тыныс ҡына ижад итә. Ә кемдер ярһып килеп инә, тәүге әҫәрҙәре менән үк: "Ҡабул итегеҙ! Мин килдем!" – тип һөрән һалғандай була, ижадта дөрләп яна һәм көтмәгәндә беҙҙе ташлап китә. Ул үҙенә бирелгән етмеш, һикһән йыллыҡ энергияны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярһып файҙалана, шуға ашҡынып йәшәй, ялҡынлы ижад итә һәм бик тиҙ арабыҙҙан юғала... Ундай әҙиптәр иҫәбенә мин Шәйехзада Бабич, Ғабдулла Туҡай, Рәми Ғарипов кеүек был донъянан йәшләй киткән яҙыусыларҙы индерәм. Улар араһында Динис Бүләков та бар. Ул әле генә иллеһен тултырғайны, төрлө яуаплы вазифаларҙан ҡотолоп, ныҡлап ижадҡа тотонорға йыйына ине. Өлгөрмәне... Ләкин яҙып ҡалдырған әҫәрҙәре лә тос, һәлмәк һәм Динисты әҙәбиәтебеҙ тарихында төп урынға ҡуйырлыҡ кимәлдә. Уның мәрхүм булғанына егерме йыл үткән! Ышанғы килмәй. Динис һаман да беҙҙең арала кеүек. Матбуғат йортона барып инһәм, ул ҡапыл ҡаршыма килеп сығыр ҙа: 
– Һа! Һине күптән күргем килә ине! – тип ҡосаҡлап алыр һымаҡ. – Әйҙә, бер һөйләшеп ултырайыҡ әле! 
Автор: Наил ҒӘЙЕТБАЙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb