«Иҙел йорт»тоң исем туйы үтте

«Иҙел йорт»тоң исем туйы үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаевтың 2013 йылда донъя күргән «Иҙел йорт» романының исем туйы үтте. Сарала билдәле ғалимдар һәм БДУ, БДПУ студенттары ҡатнашты.
Филология фәндәре докторы Гөлфирә Гәрәева әҫәргә һәм, ғөмүмән, Мирас Хәмзә улының ижадына, ентекле анализ эшләне. Бик иҫтәлекле көн был, сөнки тарихи романдар көндә тыуып тормай, тине ул. 
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев та әҫәргә үҙ фекерен әйтте:
- Автор башҡорт халҡы өсөн еңел булмаған осорҙо һүрәтләй. Ул ваҡытҡа ҡараған тарихи документтарҙың аҙ булыуын иҫәпкә алһаң, был маҡтауға лайыҡ.
Шағир, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов сәсән хаҡында яҙыу ул оло яуаплылыҡ, роман башҡорт әҙәбиәтендә оло күренеш, тип билдәләне.
Мирас Хәмзә улы ни өсөн был темаға тотонғанын аңлатып китте:
- Докторлыҡ диссертация эшем сәсәндәр ижадына арналды, әммә ул күп ҡатлам уҡыусыға түгел. Халыҡ сәсәндәребеҙҙе белһен тигән маҡсатта был романға тотондом. Документтар аҙ, ғалимдарҙың хеҙмәттәрен, архив материалдарын өйрәнергә тура килде. Әлбиттә, художестволы әҫәр булараҡ, уйҙырма ла бар.
Әҫәр хаҡында фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен Зәки Арсланов, Әхәт Вилданов, Илшат Янбаев һәм башҡалар әйтеп үттеләр.

«Иҙел йорт» романының «Үҫмер егет менән ат башы» тип аталған беренсе китабында Ҡобағоштоң балалыҡ йылдары, үҫмер сағы һүрәтләнә. XVI быуаттың атаҡлы һүҙ оҫтаһы, ырыу башлығы Ҡобағош сәсән икәнлеге төҫмөрләнә. Хәл-ваҡиғалар XV-XVI б.б. бара.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb