Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йөҙ йылдан һуң башҡорт халҡының баһаланмаҫ байлығы кире тыуған иленә ҡайтарылды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 31 октябрь 2014
Йөҙ йылдан һуң башҡорт халҡының баһаланмаҫ байлығы кире тыуған иленә ҡайтарылды
Башҡортостан халҡы Берлин һәм Вена архивтарында һаҡланған рухи хазина өлгөләрен ишетә аласаҡ. Халҡыбыҙҙың ижади ҡомартҡыһын Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов алып ҡайтты. Боронғо халыҡ йырҙарын Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙан Австрия профессоры Роберт Лах яҙҙырып алған. Яугирҙар уға йырҙар ғына түгел, көләмәс, риүәйәттәр һәм ауыҙ-тел ижадының башҡа өлгөләрен дә тапшырған.
100 йыл элек беренсе донъя һуғышында әсирлеккә төшкән башҡорт һалдаттарының йырҙары, тауыштары бер быуат һәм меңдәрсә километрҙар аша тыуған яғына ҡайтып етте. Билдәле ҡурайсы һәм журналист Юлай Ғәйнетдинов Вена һәм Берлин архивтарында башҡорт яугирҙарының яҙмалары һаҡланыуы хаҡында 1998 йылда «Ватандаш» журналы аша белеп ҡала. Был тарихи ҡомартҡыны Башҡортостан халҡына еткереү хаҡында хыяллана башлай. Юлай Ишбулды улы архивтар менән бәйләнешкә сыға, рәсми хаттар оҙата. Билдәле журналист һәм ҡурайсының ниәте 2008 йылда тормошҡа аша. Яҙмаларҙа әсирлеккә төшкән башҡорт егеттәренең йырҙары, тауыштары һаҡланған була, уларҙы Австрия профессоры Робер Лах фонографҡа яҙып ала. Мәҫәлән, Ишембай районынан Әхмәтгәрәй Хәмитов оҙон көй һәм шаян йыр яҙҙырһа, Баймаҡтан Ильяс Ғибәҙәтов һандар, ҡош-ҡорт, ағастар хаҡында, ә Хәйрулислам Бәҙретдинов көләмәс һөйләгән. Һәр бер авторға паспорт яһалып, тулы мәғлүмәт бирелгән. Фоноваликтарҙа латыш йырсыһы Ирма Яунзем башҡорт халыҡ йыры «Абдрахманды» латыш телендә башҡарған яҙмаһы ла бар. Башҡорт егеттәренең яҙмалары «Рәсәй әсирҙәренең йырҙары» тигән китаптың икенсе томына ла инә. Ул 1939 йылда Австрия ғалимдары Герберт Яунзем менән Роберт Лах авторлығында донъя күрә. Йыйынтыҡҡа Беренсе донъя һуғышында әсирлеккә эләккән өс башҡорт яугирының йырҙарынан тыш, Ғәлимйән Тағандың 13 йыры инә, йыраусы ғалим үҙе лә был томды әҙерләүҙә ҡатнаша, тәржемә менән ярҙам итә.
Юлай Ғәйнетдинов сит илдә был яҙмаларҙы фәнни маҡсатта ғына ҡулланасағы хаҡындағы килешеүгә лә ҡул ҡуя. Билдәле журналист һәм ҡурайсы әйтеүенсә, әле Венала ла, Берлинда ла фоноваликтарҙы цифрлау бара, ул бик ҡатмарлы һәм нескә эш. Әлбиттә, 100 йыл элекке яҙмаларҙың сифаты үҙгәргән, әммә был уның тарихи әһәмиәтенә йоғонто яһамай. Цифрлау барышында архивтарҙа йәнә башҡорт әсирҙәренең йырҙары килеп сығыуы бар. Солтанғәзи Мәүлетовтың яҙмаһы, Ғәлимйән Тағандың тағы ете йыры һаҡланыуы мөмкин. Был мираҫтар туған халҡына ҡайтырға тейеш, ти Юлай Ишбулды улы. Әсирҙәр ҙә бит нисек итеп булһа ла Ватанына ҡайтыу хаҡында хыялланған, был аһ-зар уларҙың яҙмаларында ла ярылып ята.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө