Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Йоҡо сәғәте" йәндәрҙе уятты
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 06 июнь 2013
"Йоҡо сәғәте" йәндәрҙе уятты
Радмир Дәүләтбәков менән танышыуым "Байраҡ аҫтында" тигән комедиямдан башланды. Ул сәнғәт академияһының һуңғы курсында уҡып йөрөй ине. Бер көн: "Салауат ағай, "Үҫәргән" халыҡ театрында һинең комедияңды сәхнәләштерергә булдым", — тине. Башланды беҙҙең аралашыуҙар. Көн һайын тиерлек Радмир телефондан шылтырата, эш барышы тураһында һөйләй, тәҡдимдәрен әйтә. Ғәжәпләнә торғайным, образдарҙы сағыуыраҡ, мәғәнәлерәк итеү өсөн әллә ҡайҙан ниндәй ҙә булһа табыш соҡоп сығара. Шулай итеп, комедия күҙ алдында йәнләнде, Ейәнсура тамашасыһы уны алҡыштарға күмде.
Радмир Дәүләтбәков сәнғәт академияһының режиссура бүлеген быйыл тамамлай. Уҡыу осоронда Мостай Кәримдең "Айгөл иле", Таңсулпан Ғарипованың "Китмәгеҙ, торналар!", Флорид Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй?" пьесаларын сәхнәләштереп өлгөрҙө.
Бына сираттағы әҫәр — Флорид Бүләковтың "Йоҡо сәғәте".
Кемдер, эшләһәң барыһы ла бар, барыһы ла була, тиһә, кемдер хәҙерге көндөң моңһоулығына, рухһыҙлығына, хәйерселеккә дусар булғандарҙың күплегенә борсола.
Эйе, эшләгән — тешләгән тигән әйтем менән килешеп булғандай, икенселәрҙең дә борсолоуы урынлы. Тормошобоҙҙоң рухи яҡтан ярлылана барыуы уйға һала. Бигерәк тә иң әрнеткәне, тетрәндергәне бөгөн ҡарттар һәм балалар йорттарының күбәйеүе. Аҡылға һыймаҫ күренеш былар. Шыҡһыҙ, бер ниндәй ҡыуанысһыҙ, һыуыҡ ҡарттар йортонда ятыусы оло быуын... Ошо турала әсенеп уйландым, Ейәнсура районының "Үҫәргән" халыҡ театры ҡуйған "Йоҡо сәғәте" спектаклен ҡарап.
Ҡасандыр донъяны гөрләтеп йәшәгән, йәмғиәткә кәрәк булған кешеләр дәүләт ҡарамағындағы йортта күңел йылыһына, яратыуға мохтаж булып ята. Барырға балалары, һыйынырға ирҙәре, йылынырға өйҙәре юҡ. Шулай ҙа күңелдәрендә аҙ ғына нур ҡалған. Береһе шиғырҙарына, икенсеһе йырҙарына, өсөнсөһө Алла урынына табынған юлбашсы һынына һыйынған. Ә дүртенсеһе бөтөнләй битараф кеүек.
Ошо дүрт бисара әбей бер йылы һүҙгә, наҙлы ҡарашҡа һыуһап ята, һәм һыуһындарын ҡандырыусы килә. Ул — Абдулла ҡарт. Буш ҡул менән килмәгән үҙе, күстәнәсе бар: солоҡ балы һәм Золушканың һушын алырлыҡ туфлиҙар. "Кемгә ярай, шуға өйләнәм", — ти ул. Дөрөҫөрәге, кемгә йөрәге тартыла, кем менән күңел донъяһы бөтәйә, шуға яҡынайырға уйы. Саҡырыр урыны ла йәннәттең үҙе: ҡоштар һайрап торған йәнле урман, һауаһы һулап туймаҫлыҡ иркен ағас йорт, миндекле мунса, йырлап туя, һөйләп тә тел талмаҫ сихри тәбиғәт мөйөшө. Эх, нисек һыуһағанбыҙ беҙ уға. Сөнки үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәткә төкөрөп ҡарап, юҡҡа сығарабыҙ. Тәбиғәттән бөтөнләй йыраҡлашҡанбыҙ, тамырҙарыбыҙҙан өҙөлгәнбеҙ. Ер-әсә беҙҙең битарафлыҡтан зар илай. Үткән тормоштан яраланған күңел төпһәләре, ҡырҡылған ағастар — ҡорғаҡһыған йәндәр ҡалған. Сәхнәләге әбейҙәрҙең булмышы, тормошо шул... Шулай ҙа өмөт ҡалдырҙы режиссер. Йәш балалар үҫенте ултыртты... бүкәндәр урынына. Тик шул уҡ ваҡытта һиҫкәндерҙе лә, интернат балалары улар...
Режиссер оҫталығы ролдәрҙе бүлгәндә лә күренә. Һәр башҡарыусы үҙ геройының яҙмышы менән йәшәп, уның күңел донъяһын аса алды.
Сәхнә биҙәлеше тамашасыны ошо бер шатлыҡһыҙ, шыҡһыҙ тормош тулҡынына индерә. Режиссерҙың хатта аҙыраҡ ҡурҡыныс алымы ла — әбейҙәрҙең койкаларҙа түгел, ә ләхет таҡталарында ятыуы — күптәрҙе уйға һалды.
Беҙ нисек теләйбеҙ, шулай йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты онотола, тәбиғәт камиллығы, уға тоғролоҡ беҙҙе уйландырмай. Быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән мәңгелек төшөнсәләр: мөхәббәт, намыҫ, изгелек, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ юғала бара. Һуңғы сиккә еткәс кенә, ошолар тураһында уйланабыҙ.
Район мәҙәниәт йортоноң "Үҫәргән" халыҡ театры тамашасыларын сығыштары менән һөйөндөрөп тора. Уның эҙләнеүенә, әҫәрҙе ҡараусыға идеяны еткерә белеүенә һоҡланды кисәгә килеүселәр. Тамашасы сәхнә әҫәрен ҡарап ял итеп ҡайтып китмәне, күңел сөмбәйҙәрен аҡтарҙы.
Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө