Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йырлы-моңло “Әҙәби троллейбус”
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 28 апрель 2015
Йырлы-моңло “Әҙәби троллейбус”
Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына һәм башҡа тарихи ваҡиғаларға арналған төрлө саралар гөрләп үтеп тора. Шәмбе көндө Өфө халҡын шаҡ ҡатырған тағы бер ғәжәйеп хәлдең шаһиты булырға тура килде. Шаһиты тип әйтеү ҡоро килеп сыҡҡан һымаҡ, ул саранан кәйеф күтәрелеп, күңел йырлап ҡайтты тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ!
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә “Әҙәби троллейбус” тигән акция үткәреүе тураһында ишеткәс, нисектер сәйер тойолдо. Хәҙер бит кешене троллейбуста китап уҡытыу түгел, китапханаға йөрөтөп булмай. Ләкин был өмөтһөҙ уйҙар, ел осорған тирәк мамыҡтарылай, шунда уҡ юҡҡа сыҡты.
Сара Республика Хәрби Дан музейында башланды. Ундағы тарих еҫе һеңгән бай экспонаттар менән музей хеҙмәткәре Рәйлә Мирғәсим ҡыҙы Кашапова таныштырғандан һуң, ҡунаҡтар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Вил улы Сәйетбатталов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Әсғәт улы Ғәзизов, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов, ошо уҡ нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Ғәлим улы Аралбаев, республиканың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Сергей Яковлевич Габриелов, шағирәләр Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина, Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина, балалар яҙыусыһы Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы Бикмәтова һәм башҡалар – урамда көтөп торған троллейбусҡа табан йүнәлде. Троллейбустың “хужабикәһе” – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ғәли ҡыҙы Ильясова һәммәһен дә яғымлы йылмайыу менән әйҙүкләп ҡаршыланы.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ, форсаттан файҙаланып, ихлас күңелдән байрам менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Бөгөн ғәҙәти булмаған троллейбуста, ғәҙәти булмаған юлға сығабыҙ. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! – тине мөләйем алып барыусы.
Әкиәттәге кеүек биҙәлгән өр-яңы троллейбус ҡуҙғалып китеү менән, ул һүҙ дилбегәһен Борис Мелкоедовҡа тотторҙо.
– Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүгә арнап байтаҡ китап сығарҙы. Байрам алдынан уҡыусыларға ҙур бүләк был, – тине Борис Николаевич. – Бөгөнгө сара иһә халыҡты әҙәбиәткә ылыҡтырыу, илебеҙҙе һаҡлап ғүмерҙәрен биргән батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу маҡсатында ойошторолдо. Әлбиттә, бының менән генә сикләнергә уйыбыҙ юҡ. Киләсәктә кафеларҙа, ресторандарҙа һәм башҡа урындарҙа төрлө саралар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Теләгебеҙҙе хуплап ҡаршылаған Өфө Транспорт идаралығына, шулай уҡ китап авторҙарына рәхмәтебеҙҙе еткерәм!
Сергей Яковлевич та йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте:
– Бөйөк Еңеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Беҙҙең бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙ Еңеү менән бәйле. Иң мөһиме – хәҙерге һәм киләсәк быуын шуны онотмаһын ине.
Эдуард Вил улы, яу батырҙарына сәләмәтлек һәм бәхетле тормош теләп, Ветерандар советына китаптар бүләк итте.
Әҙәби троллейбусҡа туҡталыш һайын яңы юлсылар өҫтәлде. Сәйҙә Ильясова “Еңеү көнө” йырын башлап ебәргәс, күҙҙәргә йәш төйөлдөргән йыр яңғырағанда түҙеп ултырып буламы ни, башҡалар ҙа ҡушылды.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүгә арнап утыҙлап китап сығарған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Һайланма әҫәрҙәр”, Тимерғәле Бүләковтың “Баҫым”, Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған бала саҡ”, Сабир Шәриповтың “Кеше яҙмышы”, Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун”, Әмир Моратовтың “Төбәгемдең батырҙары” китаптары бар. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Талха Ғиниәтуллин, Суфиян Поварисов һәм башҡалар уҡыусыларҙы яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрҙө.
– Еңеүҙең 70 йыллығына арнап китаптар нәшер итеү 2014 йылда башланды, – тине Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов. – Әйткәндәй, Еңеүҙең 55 йыллығына “Хәтер” китабының 22 томы донъя күрҙе. Унда яу юлдарында ятып ҡалған йәки хәбәрһеҙ юғалған 323 мең яҡташыбыҙҙың биографияһы ингән. 2005 йылда иһә дошманды тар-мар итеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең исемлеге тупланған “Улар Еңеү менән ҡайтты” тигән китаптың 14 томы баҫылды. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 20 томдан торған “Тыл батырҙары” йыйынтығы сыҡты. Әлбиттә, илебеҙ именлеге, яҡты киләсәк өсөн йәнен аямаған яугирҙәр онотолмаясаҡ, был изге эштәр киләсәктә лә башҡарылыр.
Илһам Миңлеғәли улы пассажирҙарға китаптар бүләк итте.
Әҙәби троллейбус Еңеү паркынан башлап Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына тиклем барҙы. Уның сәфәре Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем дауам итәсәк.
Автор: Салауат Әбүзәров.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө