Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күңеленә йыһан үҙе һыйған
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 29 май 2015
Күңеленә йыһан үҙе һыйған
Күренекле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы лауреаты Гөлнур Яҡупованың ил яҙмышын, халыҡ ғәмен иңдәрендә ирҙәрсә йөкмәп килгән, сәңгелдәк тирбәткән, донъяның ҡото, уты, тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырылған «Ҡатындар» трилогияһын ҡулға алыу менән күптәрҙең башына гүзәл зат өсөн генә махсус яҙылғандыр был әҫәр тигән уй киләлер.
Китапта иҫ киткес бай, шағирана образлы, һутлы тел менән ҡатын-ҡыҙҙың холоҡ-фиғеле һүрәтләнгән, ҡабатланмаҫ характерҙары тыуҙырылған, кешелектең, мәрхәмәттең, мөхәббәттең илаһи көсө данланған. Әлбиттә, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупованың үҙе менән яҡындан аралашҡас, ошондай рухлы тормош хәҡиҡәтен ул ғына тыуҙыра алалыр тигән фекергә киләһең. Ғөмүмән, авторҙың күңел донъяһын, тормошон аңлап белеү өсөн уның тыуған яҡтарын күрергә кәрәк, тиҙәр. Илаһи рухлы шағирә, яҙыусы тыуған Сәйетбаба – Башҡортостаныбыҙға күп ғалимдар, әҙиптәр биргән иң ҙур ауылдарҙың береһе. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ошондай изге мөхиттең тылсымында Кесе йыһандан Оло йыһанға аяҡ баҫҡан.
Китапханабыҙҙа үткән осрашыу әҙибәнең күңел донъяһына тағы ла күҙ һалып, сихәтләнеү бәхетенә ирештерҙе. Күптән көтөлгән ҡунаҡ менән аралашырға әҙәбиәт һөйөүселәр, уҡытыусылар, Мәләүез ҡалаһы һәм Беренсе Май ҡасабаһы ағинәйҙәре лә килгәйне.
Гөлнур Яҡупова был осрашыу алдынан 15-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән ихлас аралашып, сығыштарына ҡыуанып килгәнлектән, әсә һәм бала, ғаилә усағы төшөнсәләренең бер-береһенә һәр саҡ бәйле икәнен билдәләне, кисә башында «Өмөт шәме – ҡатын-ҡыҙ» исемле әҙәби-музыкаль сығышты ҡарағас, айырыуса ағинәйҙәргә ихлас һоҡланып, рәхмәт һүҙен еткерҙе. Әҫәрҙе уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтте, авторға һорауҙар биреп, яуаптар алды. 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфара Әлиева ошо әҫәр буйынса ғилми-ғәмәли конференцияға әҙерләнеүе, «Әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙ роленең ҡуйылышы» тигән темаға дәрес үткәреләсәге хаҡында әйтте.
Авторҙың тел ҡеүәһе тураһында 15-се балалар баҡсаһы логопеды Фирүзә Юлбаева һөйләне. Әҙибә осрашыу барышында үҙенең һәр геройына туҡталып, уларҙың һис кенә лә осраҡлы образдар түгеллеген билдәләп, һәр кемгә трилогия майҙанынан урынды тәғәйен инселәүен әйтте. «Ҡыҙ бала», «Бер һөйгәнем өсөн», «Кесе йыһан – Оло йыһан» китаптарынан торған ҡоласлы йыйынтыҡта иң мөһиме – бала яҙмышы, яңы быуындарҙың әсәйле-атайлы булып үҫеүен теләү.
Гөлнур Яҡупова, шағирә булараҡ, ҡунаҡтарға ижади күстәнәс итеп өр-яңы шиғырҙарынан да тәмләтте. Мәләүездең осрашыуға ашҡынып килгән ижади көстәре лә яуап сәләмдәрен еткерҙе. Рәфҡәт Айытҡолов, Зөфәр Толомғужин, Фәүзиә Йомағолова, Наилә Әйүповаларҙың уртаҡлашыр фекерҙәре тос ине. Шиғырҙарына билдәле шәхестән баһалама ишетеүе уларға илһам ҡанаттары ҡуйҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Гөлсәсәк Солтанғолованың моңло йырҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Мәғариф алдынғылары Миңниса Ниәтшина, Фирҙәүес Баһауетдиновалар ҙа кисәгә ихлас ҡушылды, уҡыусыларҙа юғары зауыҡ тәрбиәләгән, тарихи хәтер офоҡтарын балҡытҡан, илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә, милли ғорурлыҡҡа өндәгән авторға изге теләктәрен еткерҙе. Яҡташтары исеменән Ғафури ҡыҙы Тәнзилә Ғибәҙуллина күңел тойғоларынан үрелгән шиғри шәлкемен һәм ҡул эшен бүләк итте. Ағинәйҙәр Нурия Шәйәхмәтова, Зөһрә Юмаева, Руфия Мөхәмәтова, Мөнирә Мәхмүтова һәм Зоя Аҡсурина әҙибәнең тағы ла килеүен һәм өмөтлө ҡәләменең гел яҙып тороуын теләне. Әҙәби кисә барыһының да күңелен яҡтыртты, ҡатын-ҡыҙ исеменә мәҙхиә йырланы һәм ир-егеттең донъялыҡтағы урынын баһаланы.
Автор: Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА, Мәләүез ҡалаһының Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһы хеҙмәткәре.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө