Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Күп яҡлы ижадсы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Күп яҡлы ижадсы
Яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалға – 60 йәш.
“…Ер йыуашайғандай итте: ярһыуҙары баҫылды, танһығы ҡанды, ниһайәт. Ул утығып, туйып кикергәндәй ятты, ирәйеп йәйрәне, буйҙан-буйҙарға һуҙылды… Ер, наҙға тулышҡан бисәләй, тулғынып иркәләнде… Туҡ орлоҡтар ҡарынына ҡойолдо…”
Ринат Камалдың “Китап” нәшриәтендә 2008 йылда донъя күргән “Ҡотлояр – Бәхтейәр” трилогияһынан алынды был юлдар. Ер һәм Кеше. Тупраҡтан яралып, изге Рух тарафынан йән, намыҫ һәм Рух өрөлөүҙән барлыҡҡа килгән Кеше менән Тәбиғәт – Ҡара тупраҡҡа мәңгелек иш итеп яратылған да бит. Әйҙә, Кеше, тупраҡты эшкәрт, уңыш үҫтер. Ошо Ерҙә үҙең дә тамыр йәй, ҡурпыла, үрсе. Һине бит, Кеше, Хоҙай үҙе кеүек үк ирекле итеп яратҡан. Бары тик Хоҙай тарафынан тыйылғанды көҫәмә – ямандан йыраҡ тор…
Бер ҡарауға кеше яҙмыштары Ринат Камал әҫәрендә йәнләндереп, үҙенең булмыш асылында һүрәтләнгән тупраҡ кеүек ябай булһа ла, бер ҡатлы ғына түгел шул. Тулҡын-тулҡын ваҡиғалар, көскә тулышып, туғыҙынсы валға олғашһынмы, кеше күңеленең төпкөл-зөмбәйҙәренә йәшеренеп ятҡан йәйендәй ҡалҡынып, йә әҙәмдең үҙен йотһонмо, йә эргә-тирәһендәге яҡындарын һәләкәткә илтһенме...
Кеше күңеленең тәрән ятыуҙарын диңгеҙ төбөн тикшергән батыр аквалангтай буйлаған яҙыусы ул Ринат Камал. Тәнҡитсе Гөлфирә Гәрәева Ринат Камалды психологик прозаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атай икән, был ысынлап та шулай. Ринаттың Ҡотлояры, Сабирйәне, Бәхтейәре романдан романға күсә, әле бер, әле икенсе яҡтарынан асыла икән – быға авторҙың геройҙарының психологияһына, теге йә был ҡылыҡты эшләүгә килтергән сәбәптәрҙе “төбөнә төшөп” асыҡларға тырышыуҙан килә. Эйе, бер ҡараһаң, тәнҡитселәр ҙә әйткәне бар, Ринат Камалдың әҫәрҙәре әҙәби ҡанундарға һыймаған, йә иһә яуап бирмәгән дә кеүек. Әммә яҙыусының тикшереү объекты – есеме – Кеше. Ҡайһы кешене йәки кемебеҙҙе алдан әҙерләп ҡуйған кәртәгә һыйҙырып була?! Күк есемдәрен бер тәртипкә теҙеп булмаған кеүек, әҙәм балаларын да бер төрлө уйлатып, бер тормош ҡалыбы менән йәшәтеп булмай. Трилогияның үҙәк геройы Ҡотлояр үҙе ниндәй генә сүрәткә инмәй ҙә ниҙәр кисереп, нисек яфаланмай. Ҡотлояр ғынамы һуң, романдарҙағы бөтә яҙмыштар ҙа һикәлтәле тормош юлдарынан үткәндә яналар ҙа, ҡараялар ҙа, бер көн килеп ағаралар ҙа…
Ринат Камалдың “Бәлә”, “Арыған кеше”, “Кәрһеҙ ир” повестары, “Таня-Таңһылыу”, “Оҙонтал”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Вариҫ”, “Ағай-энеләр” романдары – барыһы ла тәрән психологик оҫталыҡ менән яҙылғандар. Икенсенән, Ринат Камалдың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә бығаса тулы сағылыш тапмаған төньяҡ-көнсығыш – Әй буйы һөйләшенең үҙенсәлеген алып килеүе менән дә мөһим. Яҙыусының әҫәрҙәрен уҡығанда мин үҙемде: “Бәй, Салауат, Байыҡ ошолай һөйләштеме икән, шулай тип әйттеме икән?” – тигән уйға ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, Степан Злобин әҫәре урыҫ телендә яҙылған һәм, әлбиттә, геройының йәшәү мөхитен тасуирлаһа ла, тел, фекерләү стилен бирә алмаған ине. Башҡа авторҙарҙың Салауат хаҡындағы әҫәрҙәренән, билдәле, үҙ диалектының үҙенсәлектәре шағирға ямау кеүек әллә ҡайҙан ҡысҡырып торҙо.
Ринат Камал иһә Әй буйы һөйләшенең бөтә нескәлектәрен асып һала. Ишетер ҡолаҡҡа ятыраҡ тойолған был һөйләш тора-бара аңлашыла, диалогтар ҙа геройҙарҙың теле кисерештәрен нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә…
Ринат Камал әҫәрҙәре, уның китап биттәренә сығарған, бығаса башҡорт әҙәбиәтендә йәшәп килгән образдарҙан үҙенең темпераменты, ынтылыштары менән айырылып торған геройҙары хаҡында бик күп яҙырға булыр ине. Уйлап ҡараһаң, донъя әҙәбиәте менән сағыштыра килһәң, Әлфирә үҙе генә ни тора! (“Әлфирә” романы).
Үҙенсәлекле характеры, ярһыу темпераменты менән был образ Шолоховтың Анфисаһынан һис тә ҡалышмай, тип әйтерлек. Әммә күләм рамкаһы менән сикләнгән мәҡәләлә Камалдың әҙәби геройҙар даирәһенә экскурс-байҡау яһап сығыу мөмкин түгел. Авторҙың егәрлелегенә хайран ҡалыуҙан уҙып булмай. Ә бит шул саҡлы әҫәрҙәр яҙған арала ул замандаш прозаиктарының, шуныһы ҡыҙыҡлы – ҡатын-ҡыҙ прозаиктарҙың – тулы ижади портреттарын яҙыуға ла өлгәште. Был күренештең (һирәк күренеш бит!), авторҙың үҙе кеүек, “төбөнә төшөргә” тырыштым һәм төштөм шикелле. Ринат Камалда ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамы үҙ әсәһен бары тыуҙырыусы ғына итеп түгел, шәхес итеп күреүҙән, шәхес булараҡ баһалауҙан килә. Уның әсәһе тураһындағы әҫәре – “Ике ғүмер” повесы – ошоноң асыҡ дәлиле.
Мин был мәҡәләмдә Ринат Камал ижадының төрлө, бигерәк тә үҙемә оҡшаған, күңелемә уйылған яҡтарына иғтибар итергә тырыштым. Уның ижадының күп яҡлылығын һәм әһәмиәтен күрһәтергә тырыштым. Йыйып әйткәндә, әҙиптең ижады уны ил ағаһы, әҙәбиәтебеҙҙең олпат бер вәкиле итеп таныта.
Автор: Таңсулпан ҒАРИПОВА, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө