Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Кино сәнғәте аша донъя кимәленә юл асыҡ!”
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 28 ноябрь 2014
“Кино сәнғәте аша донъя кимәленә юл асыҡ!”
Мәҙәниәт йылы сиктәрендә 27– 29 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты грантына уҙғарылған халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн төп ойоштороусыларҙың береһе, “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры, фестивалдең координаторы, Рәсәй Кинематографистар союзы, Рәсәй Режиссерҙар киногильдияһы ағзаһы, “Тэфи-төбәк” премияһы лауреаты Вилүрә Иҫәндәүләтова менән сағыу сара хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
– Вилүрә, “Аҡбуҙат” менән таныштырып кит әле.
– Билдәле булыуынса, сара Президент грантына һәм тәүгә ойошторола. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләп 200-ҙән ашыу фильм килде, был – бик яҡшы күрһәткес. Беҙ Ҡазандағы коллегалар менән һөйләшеп торабыҙ, мәҫәлән, улар кинофестивалде тәү тапҡыр ойошторғанда кинолар һаны был тиклем үк булмаған. Ғөмүмән, беренсе ҙур сара өсөн беҙҙең менән эшләргә теләк белдереүселәрҙең апаруҡ булыуы – бик ҡыуаныслы хәл. Күптәрҙең күңеленә милли һәм этник фильмдар фестивале итеп ойоштороуыбыҙ оҡшаны. Бына иҫеңә төшөр әле Совет осорон: беҙ үҙәк телевидение аша ҡаҙаҡ, үзбәк, грузин, әрмән һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың милли киноларын ҡарай торғайныҡ. Ә хәҙер был күренеш юҡҡа сыҡты, эфирҙы әллә нимәләр менән тултыралар, әммә халыҡ асылын, милли үҙенсәлеген асҡан фильмдар юҡ иҫәбендә. Шуға күрә ошо өлкәнең профессионалдары хәстәрләмәһә, кем тотоп эшләргә тейеш һуң был эште тигән маҡсаттан беҙ конкурсты ойошторорға булып киттек. Был сара бөгөн бик кәрәк, сөнки тап кино сәнғәте аша беҙ халҡыбыҙ хаҡында бөтә Ер шарына һөйләй, күрһәтә алабыҙ! Башҡортостаныбыҙ күп милләтле, милли йүнәлештәге фестивалдең тап беҙҙә уҙғарылыуы – ул тәбиғи хәл генә түгел, ә күптән эшләнергә тейешле эш. Грант ижад кешеләренә ҙур мөмкинлектәр аса. Күршеләргә күҙ һалайыҡ: бына, мәҫәлән, Ульяновск кеүек бәләкәй генә ҡалала ла күптән “От всей души” тип аталған үҙ фестивале популярлыҡ яулай. Чебоксарҙа “Фестиваль малых народов” байрамы 10 йылдан ашыу ойошторолоп килә. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдә аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, профессиональ фекер туплау – былар барыһы ла кино сәнғәте әһелдәре өсөн генә түгел, ә иң беренсе кино ҡараған тамашасы өсөн мөһим. Халыҡҡа һинең аҡсаң барлығы-юҡлығы, профессионалдарҙың эш кимәле лә ҡыҙыҡлы түгел, уларға экранға сыҡҡан әҫәрҙең сәнғәт күренеше, йығылып ятып ҡарарлыҡ булыуы шарт. Фестиваль беҙгә башҡаларҙың киноһы менән танышырға, үҙебеҙҙең эштәребеҙгә ситтән күҙ һалырға мөмкинлек бирә, профессиональ аралашыу өсөн яңы ижади офоҡтар аса.
– Гәзит уҡыусыларҙың тағы ла бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөп китәйек әле: фестивалдә кемдәр ҡатнаша?
– Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Ираҡ, Германия илдәренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Саха (Яҡут) республикаларынан, Хабаровск, Екатеринбург, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан 33 фильм конкурста ҡатнаша, ә 10-ы ҡунаҡ булараҡ килә. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар сәнғәт әҫәрҙәрен “Родина” кинотеатрында (иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гәсә), Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда (сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем) бушлай ҡарай ала. Конкурсҡа фильмдар өс йүнәлеш буйынса һайлап алынды: тулы метражлы нәфис фильм, ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм.
– Грант фестиваль өсөн генә тотонолдомо?
– Президент грантын “Башҡортостан” киностудияһы отто. Күләме – 10 миллион һум. Бер өлөшө Өфөнөң Затон биҫтәһендә киностудияға 1000 гектар ерҙә павильон булдырыу өсөн бүленде. Әле унда яҡтыртҡыс һәм башҡа ҡоролмаларҙы урынлаштыралар.
– Быныһы бигерәк тә ҙур шатлыҡ бит, Вилүрә! Ҡотлайбыҙ!
– Эйе, ниһайәт, был көндө күрергә лә насип булды. Рәхмәт! Кино сәнғәте үҫеше өсөн мөмкинлектәр асыла бара. Сара барышында унда С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың Башҡортостандың хозур тәбиғәтен һүрәтләгән күргәҙмәһе ойошторола. Ҡунаҡтарҙы иҫ киткес республикабыҙ менән өс көн эсендә тулыһынса таныштыра алмаһаҡ та, ошо рәүешле булһа ла төбәгебеҙ йәмен күрһәтергә булдыҡ. Әлбиттә, фестиваль ваҡытында баш ҡалала экскурсия уҙғарыу ҡаралған. Хатта милли һәм этник фильм хаҡында фәнни конференция ла үткәрергә ниәтләгәйнек, әммә ваҡыт ҡыҫа, шуға уны мөмкин тиклем кино сәнғәте әҫәрҙәренә бүлергә булдыҡ. Кем белә, киләсәктә фестивалдең даирәһе киңәйеп, әйтәйек, уны бер аҙна дауамында уҙғарырға хәлебеҙҙән килһә, фән әһелдәренең кәңәшенән, сығышынан баш тартмаҫ инек.
– Жюри ағзалары менән дә танышып китәйек...
– Бик абруйлы кешеләр саҡырылды. Уларҙың һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ҡайһыһының шәхси ҡаҙаныштары етерлек. Жюри рәйесе итеп актер, режиссер Шәүҡәт Абдусәлимов һайланды. Ул Андрей Тарковский, Элем Климов, Али Хамраевтарҙың фильмдарын эшләүҙә ҡатнашҡан, Тонино Гуэрро һәм Антониини кеүек билдәле кино сәнғәте белгестәре уның ижады хаҡында юғары фекерҙә. Әйткәндәй, Ш. Абдусәлимов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашасаҡ.
Тажик ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре Давкат Худоназаров, Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы, Европа киноакадемияһы ағзаһы Актан Арым Кубат, кинодраматург, Үзбәк ССР-ының дәүләт премияһы лауреаты, ВГИК профессоры Одельша Агишев, “Мусульманин” тапшырыуы етәксеһе (“Рәсәй-1” телеканалы) Василий Антипов, киң билдәле артист Алексей Булдаков – жюри ағзалары. Фестивалгә Рәсәй Кинематографистар союзы етәкселеге, билдәле артистар ҙа ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Заманында Ю. Гагариндың Ергә әйләнеп ҡайтыуын төшөргән билдәле кинооператор Мәхмүт Рафиҡовтың килеүе үҙе ҙур ваҡиға булмаҡсы. Сараны асыу тантанаһын билдәле актриса, һылыу ҡатын Ольга Кабо алып барасаҡ. Уның партнеры кем икәнен әле әйтмәй торайыҡ, әммә туған телебеҙҙә матур һөйләшкән күренекле башҡорт егете икәнен хәбәр итә алабыҙ!
– Асыу тантанаһы үҙе бер сағыу күренеш булмаҡсы, тип вәғәҙәләй анонс әҙерләүселәр.
– Фестиваль беренсе тапҡыр ойошторола, шуға күрә беҙ, хужалар һәм әҙерләүселәр булараҡ, бик тулҡынланабыҙ. Бындай фестивалдәрҙә, ғәҙәттә, кино йондоҙҙары, жюри ағзалары ҡыҙыл келәмдән – “йондоҙло юл”дан үтә. Беҙҙә лә был йола еренә еткерелеп башҡарыласаҡ. Үҙебеҙҙең билдәле артистарҙы ла ҡунаҡ итеп саҡырҙыҡ. Сараның был өлөшө үҙе бер сағыу тамаша булыр, тип өмөт итәбеҙ! Йәнһүрәтселәребеҙ В. Байрамғолов менән Р. Шәрәфетдиновтың ижад емештәре байрамды асҡан мәлдә күрһәтелеп торасаҡ. Артабан инде фильмдар менән танышыу китә. Әйткәндәй, һәр әҫәр күрһәтелгәндән һуң уҡ матбуғат конференцияһы, фекер алышыу ойоштороласаҡ.
– Беҙҙең республиканан кемдәр ҡатнаша?
– А. Асҡаровтың “Әсе бал”, Т. Бураҡаеваның “Мин өйләнәм”, Б. Йосоповтың “Визит” һәм минең “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, Берүк һүрелмәһен” фильмдары, ҡунаҡ сифатында Новосибирскиҙан Элла Дәүләтшинаның “Учим говорить по-башкирски” документаль әҫәре саҡырылған.
– Еңеүселәр ниндәй номинациялар буйынса билдәләнәсәк?
– Тулы метражлы нәфис һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында “Иң шәп фильм”, “Иң шәп сценарий”, “Иң шәп оператор эше” билдәләнһә, документаль киноларҙан “Иң шәп режиссер эше”, “Иң шәп герой”, “Иң шәп оператор” бүләкләнәсәк. Тағы ла махсус приздар бар: “Жюри бүләге”, “Тамашасылар һөйөүе” номинациялары үҙ хужаларын көтә. Башҡортостан Кинематографистар союзы тарафынан Әмир Абдразаҡов исемендәге приз – режиссерға, Ғилуан Әмиров исемендәге бүләк операторға тапшырыласаҡ. Ҡазандағы коллегаларыбыҙ Ш. Худоназаровты иң ғәҙел, иң талапсаны тине, шуға күрә беҙ уның етәкселәгендәге баһалама ағзаларының юғары профессиональ фекерҙәрен көтәбеҙ. Уңыштар теләйбеҙ уларға!
– Вилүрә, фестивалдең координаторы булараҡ, бар фильмдар менән дә танышып сыҡҡанһыңдыр. Шәхсән һине тетрәткән кино сәнғәте әҫәрҙәре булдымы?
– Эйе, булды ундай фильмдар! Белһәгеҙ, шундай кинолар бар, ҡарап ултырһаң, ирекһеҙҙән илап ебәрерлек! Ҡырғыҙҙарҙың “Ҡорманжан – Датка”(“Королева гор”) ҡыҫҡа метражлы документаль әҫәре тамам әсир итте. Унда халҡыңа мөнәсәбәт тә, мөхәббәт тә, тарих та бар! Уларҙың “Тринадцатый”, “Перегон” фильмдары ла бик ҡыҙыҡлы.
Ә бына Ирандан килгән эштәрҙе ҡарап, шаҡ ҡаттым! Унда йылына 600 фильм төшөрөлә. Тулы метражлы, документаль кинолары ла экрандан күҙеңде алмай ҡарарлыҡ! Ирандар даими рәүештә фестивалдәр уҙғарып тора, шуға күрә киләсәктә “Аҡбуҙат”ыбыҙҙы һәр йылдың ҡунағы итергә ине ул! Аҫаба халыҡтың эпостарының береһендәге изге маҡсатлы атты күҙ алдына баҫтырған ат һыны – “Көмөш Аҡбуҙат” – гран-при яулаусыға тапшырыласаҡ. Ҡатнашыусыларға милли нағыштар менән берәр генә дана булған бүләктәр әҙерләгәнбеҙ. Милли кино сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, тигән профессиональ сарабыҙ юғары кимәлдә үтһен!
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө