Китап кәштәһенә

Китап кәштәһенә
“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”
Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриә­тендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” китабында Баш­ҡортос­тандағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эш­мәкәрлеге хаҡында ентекләп һөйләп бирелә, башҡорт еренең күркәм этносәйәси тормошо — күп милләтле халҡы күҙ алдына килтерелә.
Башҡортос­та­ны­быҙҙы үҫтереү, нығы­тыу өсөн ары­май-талмай эшлә­гән­дәр­ҙең уртаҡ уйлы һәм маҡсатлы булыуы, бөтөнлөгө һоҡ­ланыу тыуҙыра. Был китап республикала йәшә­гән ха­лыҡ­тар­ҙа, милләт-ара дуҫлыҡ сы­ға­наҡ­тарын аң­лар­ға те­ләгән һәм шул изге мөнә­сә­бәт­тәрҙең нигеҙен ҡаҡ­шатмау өсөн даими хәстәрлек күргән төрлө йәш­тә­ге, телдәге һәм диндәге кеше­ләр күңе­лендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм һәр кемдең күңелен байытыр, рухын нығытыр.
Халыҡ улын данлап
Күренекле кешеләребеҙ тормошо хаҡында китап-альбомдар сығарыу йолаһы, хәҙергесә әйткәндә, “Китап” нәшриәтенең брендына әүерелде. Күҙ яуын алып торған береһенән-береһе матур һәм әһәмиәтле был китаптарҙы уҡыусы һәр саҡ көтөп ала.
Яңыраҡ сыҡҡан “Хөкүмәт рәйе­се Зәкәриә Аҡназаров” китап-альбомын да халыҡ шатланып ҡабул итер. Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров — Башҡортостан тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бере­һе. Халыҡ уны үҙ еренең, иленең ысын улы итеп белде һәм ихлас яратты. БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйе­се бу­лып си­рек бы­уат ти­ерлек эш­ләү осоронда ул Баш­ҡорт­ос­тан­дың социаль-иҡ­тисади тормошон үҫ­те­реүгә лайыҡ­лы өлөш индерҙе. 
Китап-альбомда дәүләт эшмә­кәр­ҙә­ренең, замандаштарының һәм төрлө быуын журналис­та­рының күренекле шәхес хаҡында төплө мәҡәләләре, йылы иҫтә­лек­тәре тупланған. Китапты күре­нек­ле публицист Марсель Ҡот­ло­ғәл­лә­мов һәм нәшриәт ветераны Ғәлиә Ғәлимова төҙөгән.
Әһәмиәтле Антологиялар
“Балалар әҙәбиәте анто­логияһы”ның беренсе томын сығарыу әҙәбиәтебеҙ һәм рухиәтебеҙ тормошонда күптән хыялланған ваҡиға булғайны. 
Бына был антологияның икенсе томы ла баҫылып сыҡты. Унда халыҡ ша­ғирҙары, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреат­тары менән бергә төрлө быуын яҙыусы­ларының һәм шағирҙарының балалар өсөн әһәмиәтле әҫәрҙәре тупланған. Киләһе йылға был кәрәкле антологияның өсөнсө томы ла әҙерләнә. Үтә лә әһәмиәтле баҫмаларҙы күре­некле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина төҙөй.
“Башҡорт әҙәбиәте тарихы” – урыҫса
Рәсәй Фәндәр ака­демия­һының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты байтаҡ йыл элек “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н алты томда башҡорт телендә баҫып сығарғайны. 
Хәҙер уның урыҫ те­лендә дүрт томлығы сыға башланы. Яңыраҡ “Китап” нәшриәтендә икенсе баҫма донъя күрҙе. Башҡорт совет әҙә­биә­тенең 1917 – 1955 йыл­дарҙағы осорон үҙ эсенә алған ул. “Башҡорт әҙә­биәте революция һәм граждандар һуғышы осо­рон­да”, “Егер­менсе йылдар әҙәбиәте”, “Уты­ҙынсы йыл­дар әҙә­биә­те”, “Бө­йөк Ватан һу­ғышы осоро әҙәбиәте” һәм “Һуғыш­тан һуңғы ун йыл­лыҡтар әҙәбиәте” бүлектә­рендә әҙәбиәт­тең үҫеше һәм торошо фәнни ҡараштан яҡ­тыртылған. 
Әҙәбиәт йылында был томдар — киң ҡатлам уҡыусылары өсөн ҙур бүләк. 
Автор: И. БУЛАТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb