Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
МИЛЛИ-ЭТНИК ФЕСТИВАЛЬ БАШҠОРТ КИНОҺЫН ҮҪТЕРӘСӘК
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
МИЛЛИ-ЭТНИК ФЕСТИВАЛЬ БАШҠОРТ КИНОҺЫН ҮҪТЕРӘСӘК
Бөгөнгө көндә донъя мәҙәниәте картаһынан "милли кинематограф" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡҡа сыға барған ваҡытта башҡорт киноһының яйлап булһа ла үҫеш алыуы, үҙебеҙҙең бынамын тигән шәп режиссерҙарыбыҙ барлыҡҡа килеүе яҡшы күренеш. Республикала профессиональ кино бармы? Милли кино дәүләт ярҙамынан тыш үҫешә аламы? Төп бурысы милли кинематография үҫешен тәьмин итеү булған киностудияның бөгөнгө хәле нисек? Ошо һәм кино сәнғәтенә ҡағылышлы башҡа һорауҙарға 50-нән ашыу фильм авторы, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзы, Рәсәй кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир-ағзаһы, "Башҡортостан" киностудияһы директоры Азамат Шәриф улы ХУЖАХМӘТОВ менән яуап эҙләйбеҙ.
Милли фильм тәрбиәләргә тейеш
Кино төшөрөү ҙур сығымдар талап итә. Бына шуның өсөн дә сәнғәттең был төрөнә үҙаллы, дәүләт ярҙамынан тыш көн күреүе ауырға төшә. Әлбиттә, беҙ бөгөн милли киноға иғтибар күберәк булыуын теләр инек. Тик башҡа төбәктәрҙең хәле күпкә ауырыраҡ икәнен күҙ уңында тотҡанда, беҙ ул тиклем көрсөктә түгел әле, шөкөр. Ғөмүмән, сәнғәттең һәр төрө үҙ эшенең оҫталары иҫәбенә йәшәп килә, кино төшөрөүселәр араһында ла бер нәмәгә лә зарланмайынса, мөмкинлектәр табып, үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыусылар күп. Тап улар башҡорт киноһын бар итә, уны үҫтерә һәм камиллаштыра. Республикала һәләтле кинорежиссерҙар байтаҡ, киностудия уларҙың барыһын да штатҡа ала ла алмай. Беҙҙә уларҙың бер өлөшө генә эшләй.
Милли кино сәнғәтенә инвесторҙар йәлеп итеү ҙә әлегә ауыр мәсьәлә. Бер кем дә кино төшөрөүгә аҡсаһын былай ғына бирмәй. Уларҙы йә шәп проект ҡыҙыҡһындырасаҡ, йә абруйлы, данлыҡлы берәй исем ылыҡтырасаҡ. Быларҙың икеһе лә булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Иң мөһиме, бай кешенең башҡорт киноһына ышанысы, тимәк, уның үҙ халҡын фиҙаҡәр һөйөүе кәрәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлегә беҙҙә был йәһәттән маҡтанырлыҡ өлгөләр юҡ. Кино фондына ла йыл да ғариза бирергә тырышабыҙ, әммә әлегә унан ярҙам алғаныбыҙ булманы.
Шулай ҙа "Башҡортостан" киностудияһы эшмәкәрлеген дауам итә. Күберәк ҡыҫҡа метрлы, аҙ бюджетлы фильмдар төшөрәбеҙ. "Ҡыҫҡа метрлы фильм менән генә милли кино сәнғәтен үҫтереп буламы?" тигән һорауҙы миңә йыш бирәләр. Кино төрлө булырға тейеш. Әлбиттә, мөмкинлектәр булғанда, исмаһам, ике йылға бер тапҡыр булһа ла тулы метрлы фильм төшөрөргә лә кәрәк. Әлегә Айсыуаҡ Йомағоловтың "Ел аулаусы" фильмы - киностудияла төшөрөлгән тулы метрлы аҙаҡҡы фильм. Уға республика һәм федераль сығымдар һалынды. С. Бондарчук исемендәге "Волоколамск сиге" VII Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильм фестивалендә кешенең әхлаҡи матурлығын кәүҙәләндергәне өсөн махсус приз менән бүләкләнгән был фильм киң прокатҡа сыға алманы. Үкенескә күрә, Рәсәй кино прокаты менән шөғөлләнеүселәр уның милли колоритлы булыуы менән тамашасыға ҡыҙыҡлы булмаясаҡ, тип тапты шикелле. Ә бит кинематограф һәр эше менән тәрбиәүи функция үтәргә тейеш. Бәлки, шуның өсөн дә милли кино коммерция киноһына әүерелә алмайҙыр, сөнки ул һәр ваҡыт ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп ижад ителә. Тамашасы кино ҡарағанда үҙен герой менән сағыштырып ҡарарға, яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүенә ҡыуанырға, фильмда үҙенсә йәшәргә тейеш.
Йортло булдыҡ
Киләһе йыл "Башҡортостан" киностудияһы 25 йыллыҡ юбилейын байрам итә. Һәр төбәктең киностудияһы, кино төшөрөүгә дәүләт ярҙамы юҡ, был йәһәттән беҙ күпкә бәхетлебеҙ. Элек союздаш республикаларҙа ғына киностудиялар төҙөү рөхсәт ителгәнлектән, Башҡортостанда ул ваҡытта киностудия булмай. Союз мәлендә үк кино сәнғәте яҡшы үҫешкән дәүләттәрҙең бөгөнгө хәле беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Сөнки булған база Советтар Союзы тарҡалғас та уларҙа тороп ҡалған, һәр хәлдә, уларҙың үҙ биналары бар. "Башҡортостан" киностудияһының ошоға тиклем үҙ йорто ла булманы, бер бинанан икенсеһенә күсенеп йөрөүҙәр уның рухын ҡаҡшата алманы, әлбиттә, шулай ҙа ауыр ине. Быйыл беҙ, шаяртып әйткәндә, 10-сы юбилей күсенеүен тағы кисерҙек. Хәҙер киностудияның баш ҡаланың "Ағиҙел" биҫтәһендә ике бинаһы бар. Күптәр беләлер, Затонда кино төшөрөү павильоны эшләй алдыҡ. Киностудия өсөн был павильон бик кәрәк ине, унда кино, сериалдар төшөрөүҙән тыш, күргәҙмәләр ойошторорға, спектаклдәрҙең телевизион версияһын төшөрөргә мөмкин буласаҡ. Унан һуң, беҙҙең эргәлә кинопавильондар юҡ, тимәк, беҙ уны арендаға ла бирә аласаҡбыҙ.
"Башҡортостан" киностудияһы прокат ойошмаһы ла. Дәүләт һәм муниципаль кинотеатрҙарҙа барған фильмдарҙы беҙ һайлап алабыҙ. Бөгөнгө көндә Рәсәй кино баҙарында Голливуд төп урынды биләй, финанс яғынан ҡарағанда, Рәсәй прокатының 80 проценты Америкаға китә. Иң хәүефлеһе шул: был боевик, мистика, фантастикалар нигеҙендә икенсе ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирәсәк яңы быуын тәрбиәләнә. Милли фильмдарға йөрөүселәр аҙ, мәҫәлән, 2013 йылда дәүләт аҡсаһына Рәсәйҙә төшөрөлгән фильмдарҙың 10 проценты ғына үҙенең хаҡын ҡайтара алған. Ә был фильмдарҙы исемдәре диңгеҙ аръяғында билдәле булған режиссерҙар төшөргән, быға етди компаниялар ҡатнаштырылған, ҙур аҡсалар һалынған. Бөгөн тамашасыны Рәсәй фильмдарына йәлеп итеү эшмәкәрлеге алып барыла барыуын. Ошо шарттарҙа башҡорт киноһының республикала булһа ла үҙенең тоғро тамашасыһы булыуы шатлыҡлы.
Кино фестивале - Өфөлә
27-29 ноябрҙә Өфөлә "Аҡбуҙат" Милли һәм этник кино халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Республикала "Ер һәм Кешеләр" Төбәк-ара телевизион фестивале бер нисә тапҡыр үткәйне. Әммә бындай форматта һәм тап ошо йүнәлештә әлегә фестиваль булғаны юҡ. Шуға ла беҙ бер кемде лә ҡабатламайбыҙ, тип кенә әйткем килә. Халыҡ-ара фестиваль булараҡ, унда ҡатнашыусылар күп буласаҡ. Әлеге мәлдә уларҙың барыһы ла үҙ эштәрен конкурсҡа ебәрә, ойоштороусылар халыҡ-ара жюри өсөн фильмдар һайлау эше менән мәшғүл.
Республикала йыл һайын уҡ булмаһа ла, мәҫәлән, ике йылға бер үтеп торған кинофестиваль үткәреү идеяһы менән күптән яна инек. Теге йәки был сәбәп-тәр менән уны әлегәсә тормошҡа ашыра алмаһаҡ, былтыр фестиваль үткәреү һәм кино төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән павильонды йыһазландырыу өсөн Президент грантына лайыҡ була алдыҡ. Әлбиттә, фестиваль үткәреү тәжрибәһе юҡ, әммә беҙ уны нисек эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Ә бына төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Рәсәй кимәлендәгеләрен иҫәпкә алмағанда, 2013-2014 йылдарҙа 50-нән ашыу халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, киностудия фильмдары 30 диплом һәм бүләккә лайыҡ булды. Вилүрә Иҫәндәүләтованың Ирек Зарипов тураһындағы "Ике килгән ғүмер" документаль фильмы Миланда Халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә юғары баһаланды. Мультипликаторҙарыбыҙ күптән донъя кимәленә сыҡҡан.
"Аҡбуҙат" кинофестивалендә фильмдар өс - тулы метрлы, ҡыҫҡа метрлы, документаль фильм жанрҙарында баһаланасаҡ. 30-ҙан ашыу фильм һайлап алынды. Өфөлә өс көн дауамында кинофестиваль рухы гөрләп торасаҡ. Сараны тантаналы асыу, ҡыҙыл балаҫ буйлап үтеү, һәләтле кино төшөрөүселәр - былар барыһы ла буласаҡ. Конкурста ҡатнашҡан киноларҙы жюри ағзалары, төшөрөүселәр менән бергә тамашасылар ҙа ҡарай аласаҡ, улар Актерҙар йортоноң залында күрһәтеләсәк. Документаль фильмдарҙы "Родина" кинотеатрында күрһәтәбеҙ. Һәр фестиваль урындағы милли кинематографияны үҫтереүгә булышлыҡ итә. Фестивалдән һуң кемдер башҡорт киноһы тураһында һүҙ йөрөтә башлай икән, башҡорт киноһы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә танылыу ала икән, маҡсатыбыҙға өлгәштек, тигән һүҙ. Мәҙәниәт йылында республикала кинофестиваль үтеүе һәр кем - кино төшөрөүселәр өсөн дә, кино һөйөүселәр өсөн дә ҙур ваҡиғаға әүерелһен ине.
Иң яҡшыһы булырға тейешһең
Кино өлкәһенә мин телевидение аша килдем. 1991 йылда ВГИК-тың режиссура факультетына профессор Виктор Лисаковичтың оҫтаханаһына уҡырға ингәндә унда мультипликатор булып эшләй инем. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң телевидениела башта режиссер, аҙаҡтан художество етәксеһе булдым, документаль, бөтәһенә лә билдәле "Таныш түгел таныштар" кеүек музыкаль-нәфис фильмдар төшөрҙөм. 2000-2002 йылдарҙа Мәскәүҙә Александр Политковскийҙың студияһында эшләү бәхете тейҙе. Был йылдарҙа ҙур тәжрибә тупланды, Политковский кеүек үҙенсәлекле фекерле, ижади кеше менән аралашыу үҙе оло мәктәп булды. Унда режиссер булараҡ ҡына түгел, журналист булараҡ та эшләргә тура килде. Шул саҡ бер нәмәгә төшөндөм: ҡайҙа ғына булһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һин бар нәмәне лә яҡшы итеп башҡарырға тейешһең, юғиһә, һинең урыныңда башҡалар буласаҡ.
Өфөгә ҡайтҡас, СТС Өфө телеканалы асырға ярҙамлашып, унда ун йылға яҡын генераль директор вазифаһын башҡарҙым, "Башҡортостан" киностудияһына күскәнсе йылға яҡын "Рәсәй-Башҡортостан" каналында эшләп алдым. Телевидениела эшләгәндә үҙем теләгән нәмәләрҙе төшөрә ала инем, шуға ла был осор ижади яҡтан үҙемде асыу йәһәтенән иң бәхетлеһе булғандыр. СТС каналында менеджер һөнәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнергә тура килде. Шулай ҙа кино төшөрөү күңелемә яҡыныраҡ ине, шуға киностудияға эшкә килергә ризалаштым да инде. Бер кемгә лә сер түгел, ул саҡта был ойошманың финанс проблемалары бар ине, шулай уҡ милли киноның торошо, уның талғын үҫеше күңелемә тынғы бирмәй ине. Кемгәлер, бәлки, әле лә башҡорт киноһы насар үҫешә кеүек тойолор, әммә был йәһәттән алға китеш бар, тип әйтер инем. Кино ла төшөрәбеҙ, кинопрокат та үҫешә. Былтыр "Визит" фильмын төшөрөү өсөн Президент грантын яуланыҡ. Режиссер булараҡ, фильмдар төшөрөү тураһында хыялланам, әлбиттә, әммә әлегә бындай теләгемде тормошҡа ашырыу кисектерелеп килә. Бына киностудияның хәлен бер аҙ яйға һалһаҡ, бәлки, нимәгәлер тотонормон да.
Шулай итеп...
"Ашаған белмәй, тураған белә" тигән тапҡыр мәҡәл киностудияның эшмәкәрлеген тулыһынса сағылдыра алыр ине, моғайын. Ысынлап та, башҡорт киноһы юҡ ул, беҙҙә кино төшөрә беләләрме, тип әйтеүселәр үҙҙәренең ни тиклем хата фекерҙә булыуын аңлаһа ине. Финанс ҡытлығы Рәсәйҙә бөтөн кимәлдә лә күҙәтелә, әхлаҡи ҡиммәттәр үҙгәргән, мәҙәниәт менән сәнғәткә тейешле иғтибар булмаған мәлдә йылына бер-нисә ҡыҫҡа метрлы булһа ла фильм төшөрөү үҙе үк уңыш. Унан һуң, бар эшмәкәрлеге башҡорт киноһын үҫтереүгә йүнәлтелгән киностудияның башҡа мәшәҡәттәре лә байтаҡ - архивта яҡтан фильмдарҙы тергеҙеү, ресраврациялауға матди саралар табыу, элекке кинотаҫмаларҙы, магнит таҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн цифрлы форматҡа күсереү, дәүерҙең данлыҡлы шәхестәре тураһында фильм-портреттар төшөрөү, ваҡиғаларҙы киножурналға индереп барыу шулай уҡ улар иңенә төшә. "Ә башҡорт киноһы бармы ул?" тигән һорауға яуапты, моғайын, барыбыҙ ҙа ай аҙағында буласаҡ кинофестивалдә күрербеҙ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө