Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
М.В. Нестеровтың тыуыуына - 150 йыл
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 23 май 2012
М.В. Нестеровтың тыуыуына - 150 йыл
Быйыл күренекле рәссам Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тула. Һынлы сәнғәт әһеленең тыуған ҡалаһы булараҡ, Өфөлә лә ҙур саралар көтөлә. Был хаҡта республикабыҙ Президентының махсус ҡарары ҡабул ителде.
Михаил Васильевичтың тыуған көнө — 31 майҙа Өфөлә киң билдәләнәсәк. Тыуған йортонда рәссамдың барельефы менән таҡтаташ асыласаҡ. Артабан музейҙа уның тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмә эшләйәсәк. Был иҫтәлекле дата Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәләнә. Яңыраҡ ҡына Санкт-Петербургтың Рус музейында уға арналған күргәҙмә эшләй башланы. Унда М.В. Нестеров исемендәге музей экспонаттары ла урын алған. Артабан Мәскәүҙә Третьяков галереяһында бөйөк шәхестең бөтә һүрәттәренән күргәҙмә ойоштороласаҡ.
Көҙ айҙарына М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы үҙенсәлекле күргәҙмә әҙерләй. Бында Михаил Васильевичтың Рәсәйҙең төрлө төбәгендәге һаҡланған әҫәрҙәрен йыйып күрһәтеләсәк. Рәссамдың етмешкә яҡын хеҙмәте ҡатнашырға тейеш.
Михаил Нестеров 1862 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Шуға ла уның ижады һәм эшмәкәрлеге Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән. Рәссам булып танылғас та, үҙе үҫкән шаулы, күңелле бала саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған төйәген онотмай. Өфөгә йыш ҡайта. Йәмле Ағиҙел буйҙарына сығып, тәбиғәт күркәмлегенә әҫәрләнә. Талант әһеленең бихисап әҫәрҙәре бында яҙыла. Һынлы сәнғәттең халыҡ күңелендә эстетик зауыҡ, тирә-йүнгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын яҡшы аңлаған бөйөк рәссам тыуған ҡалаһында картиналар галереяһы булдырыу хыялы менән янып йәшәй. 1913 йылда оҫтаның ниәте бойомға аша: мәшһүр рәссамдарҙың 102 әҫәрен Өфөгә бүләк итә, шуларҙың 30-ы — үҙенеке. Ошо тәүге йыйылмалар 1919 йылда барлыҡҡа килгән Башҡорт дәүләт художество музейының нигеҙен тәшкил итә лә инде.
Күренекле рәссам оҙайлы ғүмер кисереп, 1942 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Ул һуңғы көндәренәсә илһамланып ижад итә. 1954 йылда музейға М.В. Нестеров исеме бирелә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө