Питерҙы ла күрҙек беҙ...

Питерҙы ла күрҙек беҙ...
Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе осраштырған, бергә туплаған һабантуй байрамы Санкт-Петербург тарафтарында ла үтте. Был юлы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен Рәсәй кимәлендә хәйбуллалар күрһәтте. Быйыл 50-се тапҡыр уҙғарылған милли байрамда тиҫтәләгән милләт вәкиле, Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы халҡы ҡатнашты. Ленинград өлкәһендәге Сярьги ауылы янындағы парк ул көндө ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Бейек ҡарағайҙар уратып алған Охта йылғаһы ярында байрам рухы тантана итте: милли йыр-моң яңғыраны, аш-һыу әҙерләнде.
Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың бары­һын да Хәйбулла районы делегацияһы тарафынан төҙөлгән башҡорт йәйләүе үҙенә йәлеп итте. Килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре – ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек кеүек халыҡ шөғөлдәре тәҡдим ителгән күргәҙмәләр менән танышты. Күптәр ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыуҙы, мейес янында ҡорот эшләүҙе тәүге тапҡыр күрһә, икенселәрҙе иһә туҡыу станоктарында ба­лаҫ һәм шәл һуҡҡан оҫтабикәләрҙең эше ҡыҙыҡһындырҙы.
Үҫәргән ырыуының ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре төп урын алған милли костюмдар күргәҙмәһе янынан да кеше өҙөлмәне. Шуны­һы ҡыуаныслы: ҡунаҡтар ҡурай, ҡымыҙ, бал, төрлө милли аш-һыу төрҙәрен, “Яңы тормошҡа” редакция-нәшриәт комплексы продукцияһын һатып алыу бәхетенә иреште. 
Ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ милләттәштәре менән аралашып, сарсаған күңелдәрен туған моңдар менән ҡандырып алғандан һуң, сараның төп өлөшө башланды. Байрамда Ленинград өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Дрозденко, Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы Георгий Полтавченко, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйе­се Румил Аҙнабаев, Татарстан Республи­ка­һының Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшиндарҙың ҡатнашыуы һа­бантуйға оло мәртәбә өҫтәне. Хәй­булла районының рәсми делегацияһы составында район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, “Бүре­бай тау-ба­йыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәм­ғиә­тенең генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай де­пу­таты Рөстәм Аблаев, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Карепанов һәм башҡалар бар ине.
Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург халҡы “Каруан­һарай” фольклор-эстрада төркөмө сығышын, хәй­бул­ла­лар­ҙың “Сиҙәм” халыҡ бейеү, “Аҡтамыр” вокаль, “Түңгәүер” ҡурай­сы­лар, “Ҡош юлы” фольклор ансамбл­дәренең дәртле бейеү­ҙәрен, моңло йырҙарын көслө алҡыштарға күмде. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған милли уйындарҙа һәр кем ихлас ҡатнашты.
Йыраҡ Питер ерендә — Нева яры буйында бер көн генә булһа ла күркәм милли байрамыбыҙ – һабантуй гөрләне: ул күптәр күңелендә йылы тойғо ҡал­дырҙы, яҡташтары менән осраштырҙы, үҙ халҡының мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ хистәре уятты.
Автор: Роза РӘСЕМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Баш­ҡар­ма комитеты рәйесе, Башҡорт­остан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаты:
– Санкт-Петербург менән Башҡортостанды тарихи дуҫлыҡ ептәре бәйләй, һәм уны нығытыу — беҙҙең изге бурысыбыҙ. Ошондай ҙур һәм йөкмәткеле сарала мәҙәниә­тебеҙҙе лайыҡлы күрһәткән хәйбуллаларға ҙур рәхмәт!
Лидия ӘЛМӨХӘМӘТОВА, Санкт-Петербургта йәшәй:
– Мин Аҡъяр ауылында тыуып үҫтем, Питерҙа 30 йылға яҡын йәшәйем. Тыуған еремде бик һағынам, туған телемде онотмайым. Яҡташтарымдың кил­гә­нен ишеткәс, барлыҡ эшемде ҡалдырып, байрамға ашыҡтым. Бик тулҡын­ланам. Хәйбуллалар өсөн ғорурланып ултырҙым, иҫ киткес сағыу тамаша бүләк иттеләр. Рәхмәт, яҡташтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb