Рәсәй киноһы көнө

Рәсәй киноһы көнө
27 август – Рәсәй киноһы көнө. 1919 йылдың 27 авгусында В.И.Ленин кинематографты национализациялау тураһындағы Декретҡа ҡул ҡуя, шуға күрә СССР-ҙа, ә аҙаҡтан Рәсәйҙә лә был көн киноиндустрияға бәйле кешеләр өсөн байрамға әүерелә. Тәүге киносеанс Парижда 1895 йылда үтә. Рәсәйҙә ҡуйылған тәүге фильм 1908 йылдың 15 октябрендә күрһәтелә. Владимир Ромашков, «Из-за острова на стрежень» тигән халыҡ йырына нигеҙләнеп, Степан Разин тураһында «Понизовая вольница» тигән ете минутлыҡ фильм төшөрә. Ә «Броненосец Потемкин» тигән төҫлө фильм 1925 йылда экранға сыға. Уны Сергей Эйзенштейн төшөргән була.
Васильевтарҙың «Чапаев» фильмы 1935 йылда I Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивалендә беренсе премияға лайыҡ була.
Кино тиҙ үҫешә торған сәнғәт төрө. Ошо осор эсендә кино телһеҙҙән – тауышлыға, ҡаралы-аҡтан төҫлөгә әйләнде. Һәм ул идеялогияны алға һөрөүсе генә түгел, ә индустрия йәһәтенән дә бик табышлы өлкә икәнен күрһәтте. Уңышлы фильм тиҙ арала төшөргән сығымды ғына ҡаплап ҡалмай, ә билет һатыуҙан да (телевидение, видеопрокатты иҫәпкә алмағанда ла) бик күп аҡса йыйып ала.
Фильмдар жанрҙар төрлөлөгө менән дә йәлеп итә: фәнни, документаль, публицистик, нәфис, фильмдарҙы һайлап ҡарарға мөмкин. Кинофестивалдәр шулай уҡ тамашасы иғтибарынан ситтә түгел: «Оскар», Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивале, Каннылағы «Алтын пальма ботағы» һәм башҡа фестивалдәр мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртыла килә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb