Рух инеше — тыуған ерендә

Рух инеше — тыуған ерендә
Мәрйәм Бураҡаева республикала әүҙем йәмәғәтсе, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм һоҡланғыс әсә булараҡ танылыу яулаған. Ейәнсуралар өсөн ул бынан егерме йыл элек Иҫәнғолда тәүге башҡорт гимназияһын астырыуға өлгәшеп, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү йүнәлешенә ныҡлы башланғыс һалыуы менән дә ҡәҙерле.
Иҫәнғолдағы мәҙәниәт һарайында аҙна һайын тип әйтерлек һәр төрлө сараның үткәрелеп тороуына урындағы халыҡ күнегеп бөткән һәм күңеле теләгәненә һайлап ҡына йөрөй. Ошо көндәрҙә күренекле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның 70 йәшлек юбилейына арналған кисәгә дәррәү йыйылдылар.
Район үҙәгенең генә түгел, бөтөн Ейәнсураның өлкән быуын зыялылары, бер-береһе менән баш ҡағып иҫәнләшеп, төпкә үтә һәм шаршау асылғанын сабыр ғына көтә. Бына бер төркөм уҡыусы килеп инеү менән, тын ғына ултырған залда йәнлелек һиҙелде. Туған телебеҙҙә матур итеп һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, урындағы башҡорт гимназияһында тәрбиәләнеүселәр икән....
Шаршау асылырын белдереп, тирә-яҡҡа йәм һибеп, рухландырып, моң таралды. Һай, үҙебеҙҙең ҡурай! Күңел төпкөлөнә үтеп, йөрәкте семетеп-семетеп ала. Киләһе һүҙҙең нәҡ гимназия уҡыусыларына бирелеүе ғәжәп түгел: улар әле белем-тәрбиә алған мәғариф учреждениеһы бынан егерме йыл элек тап Мәрйәм Бураҡаеваның ныҡышмаллығы һәм тырышлығы менән асылған. Балалар тарафынан юбиляр хөрмәтенә әҙерләнгән бейеү композицияһы ла тап Бураҡаеваса — “Арғымаҡ” тип аталды. Авторы Йәмил Йәнбәков әйтеүенсә, АРҒЫМАҠ һүҙе үҙ эсенә ете төшөнсәне алған — аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡот. Иң мөһиме – бейеүҙе башҡарған уҡыусылар ошо сәхнәгә ни өсөн сығыуын һәм үҙ сығыштарында нимәгә ишара яһауын төплө аңлатты. 
Ғәҙәттә, юбилей йәки ижад кисәләрен үткәреүселәр сәхнә биҙәлешен дә, үҙҙәренең өҫ-башын да артыҡ шаштырып ебәреүсән. Ә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙе булып ҡалды: ҡиәфәтендә лә, һүҙ-телмәрендә лә шашыныу-шапырыныу, кәпәренеү-маҡтаныу әҫәре юҡ ине. Һәр ҡотлау-тәбрикләүҙе, маҡтау һүҙҙәрен, бүләктәрҙе Бураҡаеваға ғына хас булғанса тәбиғилек, ябайлыҡ менән ҡабул итеп, кисәнең йомғаҡлау өлөшөндә үҙен хөрмәтләп килгән балаларына, туғандарына, ҡорҙаштарына, һабаҡташтарына, уҡыусыларына, ижадташ дуҫтарына һәм барлыҡ яҡташтарына ихлас рәхмәтен һәм ҡыуанысын белдерҙе.
Сығыш яһаусылар бик күп булды. Сәхнәгә берәрләп сығып та, төркөмләп күтәрелеп тә йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, маҡтау, ғорурланыу, һоҡланыу хистәрен белдерҙеләр. Хатта туғыҙынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан күренекле яҡташыбыҙ, күренекле йырсы Мәғфирә Ғәлиева ла дүрт йөҙ саҡрым юл үтеүҙән һис ҡурҡып тормаған, баш ҡалала донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә бергәләп байтаҡ ҡына татырға тура килгән, ғүмер юлдарында бер-береһен ярҙамдан яҙҙырмаған хөрмәтле ерҙәшен тәбрикләргә тип ҡайтып төшкән. Республикабыҙҙың Мәғариф министрлығынан, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһынан, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенән айырым вәкилдәрҙең килеп ҡотлауы Бураҡаеваның яҡташтары өсөн мәртәбәле булыуының бер билдәһенә әүерелде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев үҙенең сығышында былай тине:
— Ейәнсура башҡорт гимназияһының һуңғы өс йыл рәттән өлгәш, шулай уҡ спорт буйынса ҡаҙанған уңыштары был уҡыу йортоноң баштан алып дөрөҫ йүнәлештә барыуын күрһәтә.
Кисәлә Бураҡаеваның һабаҡташы Маһинур Мозафарова яҡташыбыҙға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Әммә уның юбилярға ҡарата булған мөнәсәбәте яңыраҡ үҙе нәшер иткән “Ейәнсура районы. Дәүерҙәр һәм шәхестәр” китабында нығыраҡ сағыла: “Илдә эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, ярлылыҡ хөкөм һөргәндә, Мәрйәм Бураҡаева әсәһенең тыуған ауылы Ибрайҙа талҡан эшләү цехы асып ебәрҙе. Кеше менән аралашыусан, алсаҡ, эш рәте белгән кешегә был әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Уның ҡарауы, ғаиләһен һәм Ибрай ауылы халҡын эш һәм йәшәү сығанағы менән тәьмин итә. Ошо үҙе батырлыҡ түгелме ни?! Әле типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә, етенсе тиҫтәне ҡыуған ил инәһе эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, күптәргә өлгө лә, эш биреүсе лә, тормош тотҡаһы ла булып китһен әле! Ошо үҙе генә лә — ҙур маһирлыҡ, Мәрйәмдең тәүәккәл, хәл иткес мәлдә башҡаларға ла, балаларына ла маяҡ булыр кеше, ысын ватансы булыуына дәлил..." 
Автор: Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb