Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рәмиҙе сәхнәлә күреп...
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 ноябрь 2011
Рәмиҙе сәхнәлә күреп...
Рәми Ғариповтың исеме яңғырағанда һәр саҡ күңел тетрәп, йөрәк һыҙлап китә. Шағирҙың: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” – тигән ялҡынлы юлдары һәр кемде, бигерәк тә йөрәгендә халҡы булғандарҙы тағы ла дөрләтеп ебәрә. Шуға ла Рәми Ғарипов исеме милләт тип янған ижад кешеләрен һәр саҡ уйға һала, уның аяныслы яҙмышы тотош халыҡ яҙмышы булараҡ иҫкәртеп, әленән-әле хәтерҙе уятып тора.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” тип аталған поэмаһы шағир тормошоноң бер хәтәр мәлен генә сағылдырыуға ҡоролһа ла, шул замандың, мөхиттең йөрәк ярып сыҡҡан ялҡынлы шаңдауы булып шул осорҙо мәңгеләштерә. Әҫәрҙе ҡат-ҡат уҡыйһың да шағирҙың яҙмышы һәр саҡ тормош һандалында торғанын күрәһең. Унда бер Рәми Ғариповты ғына түгел, дөйөмләштерелгән фажиғәле шағир яҙмышын замандар, осорҙар аша күреп һыҙланаһың. Шағирҙың “Аҡ тирмә”, “Батыр яраһы”, “Рух яҙыуы” һәм башҡа поэмаларындағы һымаҡ быуаттың боролошло мәлдәрендә халыҡтың төрлө ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға дусар ителеүе бер кеше яҙмышында сағылып, заман фажиғәһен күҙ алдына баҫтыра. Шағирҙың йөрәк яраларына замандың туҡтауһыҙ тоҙ һибеүе, “Ҡаратау тотҡоно”ноң төп геройы Рәмиҙең үрһәләнеүе, сараһыҙлыҡ ауазы әрнетә күңелде.
Шуғалыр ҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы театр факультетының уҡыу театры Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” поэмаһын сәхнәлә ҡуйырға ниәтләгәндер.
Хәҙер күп кенә тамашасы шиғри театр тип аталған спектаклде яңы күренеш булараҡ ҡабул итте. Ошо поэма буйынса ҡуйылған спектаклдең киләһе йыл халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу алдынан сәхнәләштерелеүе бөтәбеҙ өсөн дә бик әһәмиәтле.
Рәми Ғариповтың ярһып-янып йәштәр менән эшләү, уларҙы илһамландырып, заманды йәнләндереү һәм тормошто йәмләндереү маҡсатында тыуған яғына – “Һарғамыш” совхозына комсомол ойошмаһы етәксеһе булып ҡайтып, төрлө мәкерлектәр менән яғалашып, аҙаҡ оло маҡсатынан төңөлөп, Ҡаратауға ҡыуыш ҡороп йәшәргә сығып киткән осоро сағыла. Шағирҙың ҡайһы бер ҡара уйлы етәкселәрҙең бысраҡ эштәрен йөрәгенә һыйҙыра алмай ыҙаланыуы, оло донъяла япа-яңғыҙ ҡаңғырыуы күҙ алдына баҫа.
Тәү ҡарашҡа Автор һәм Шағир образынан башҡа персонаждар әллә ни айырылып, ҡысҡырып тормаған һымаҡ. Ләкин хаҡлыҡ һәм шиғриәт хаҡына бер бөтөнгә ойошҡан спектакль тотошлай күңелде арбап ала һәм ошо тәьҫирҙән ысҡындырмай.
Рәмиҙе Баймаҡ егете Тимур Рамазанов еренә еткереп башҡарҙы. Автор ролендә Белорет егете Илнур Сәлимгәрәев килештереп сығыш яһаны. Быға тиклем башҡа спектаклдәрҙә күренеп өлгөргән Зөлфир Басиров Ҡаратауҙы барлыҡ олпатлығында һәм серлелегендә асып бирә алды. Нәфис Сәйетов иһә ҡарағай ағасын үҙенсәлекле башҡарҙы. Лилиә Әҙелмырҙина, Зилиә Сафиуллина, Айһылыу Фәйезова менән Зөлмәрә Ғәбитова әле бер, әле икенсе образда Рәмиҙе солғап алған тәбиғәттең йәнле драматик образын оҫта итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
Театр факультетының актер оҫталығы кафедраһы мөдире, курстың художество етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичеваның спектаклдең режиссеры булыуы үҙе үк күпкә өмөтләндерҙе, һәм ул тулыһынса аҡланды.
Сәхнә теле уҡытыусылары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Суфия Ҡорбанғәлиева менән актер оҫталығы уҡытыусыһы Лилиә Исҡужина поэманы сәхнәләштереүҙә баһалап бөткөһөҙ көс һалған. Автор: Ирек Кинйәбулатов ,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
«Башҡортостан»
гәзитенән
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө