Танһыҡ “Ямғыр тамсыһы”

Танһыҡ “Ямғыр тамсыһы”
Талантың булыу – бер бәхет, ана шуны әләф-тәләфкә туҙҙырмай, үҙеңә һәм йәмғиәткә файҙа килтерерлек итеп егә белеү – мең бәхеттер, моғайын. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижад һандығын барлап ултырғанда мейене ошо фекер бырауланы. Эйе, уларҙың йәшлегенә тура килгән совет заманының бер шәп яғын билдәләмәй булмай: китапты ул саҡта, оло хазина икәнен аңлап, ҙур-ҙур тираж менән баҫҡандар.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның йәмғеһе 27 шиғри йыйынтығының байтағы ба­лаларға арналған. Шулар араһынан, мәҫәлән, “Ҡалтай менән Балтай мә­рә­кәләре” 20500, “Отҡор терпе” – 21 мең, ике телле “Азамат менән ҡуян ба­ла­һы” 50 мең данала сыҡҡан булһа, рус телендәге “Я рисую” — 100 мең, ә Мәскәүҙә нәшер ителгән “Мой сыночек – мой птенец” хатта баш әйлә­нер­лек 300 мең данала донъя күргән. Ләкин егәрле шағир бер ваҡытта ла уңыштарына ҡыуанып ҡына ултыр­ма­ған, ҡәләмен ҡулынан һис төшөрмәй яҙған һәм әле лә яратҡан һөнәренә тоғро.
Заманалар менән бергә бала саҡ тигән гүзәл һәм мөғжизәле осорҙоң да йөкмәткеһе үҙгәрә барыуын күреп йө­рөгән әҙип йәш быуынға ниндәй рухи ризыҡ талап ителгәнлеген дә эске бер тойомлау аша самалап, инде демократия байрағы аҫтында, яңы ҡиммәттәргә таянып үҫеп килгән бәлә­кәстәргә “Ямғыр тамсыһы” исемле китабын тәҡдим итте. Тиражы менән ул алда һанап кителгән баҫ­маларынан байтаҡҡа кәм булһа ла (өс мең дана), сифаты, йөкмәткеһе яғы­нан шулай уҡ бай, йәнә лә үҙенсә­лек­ле итеп төҙөлгәнлеге менән ҡим­мәтле. Ике телле мөхиттә тәрбиә­лән­гән бала­ларҙың туған телгә ҡара­та ҡыҙыҡ­һыныуы, һыуһауы көслө бул­һа ла, бигерәк тә ҡала ерендә аралашыуҙың күберәк рус телендә барыуын да иҫәпкә алып, был кита­бын­дағы байтаҡ шиғырҙарҙы ул баш­ҡорт һәм рус телдәрендә йәнәш итеп ҡуйған. Шулай итеп, балаға бер үк әҫәрҙе ике телдә уҡып, сағыш­ты­рып, аңла­шылмаған ерен икенсе тел аша булһа ла төшөндөрөү мөмкин­леген дә бирә был китап. Тел байлығын үҫтереү өсөн уның ошо уҡ йыйын­тыҡ­ҡа ингән алфавитлы шиғырҙары ла бик ҡулай. Бер үк хәрефкә башланған әллә күпме һүҙҙе дөйөм бер мәғәнә менән бер­ләш­тереп бирә алыу ҙур оҫта­лыҡ та талап итә торғандыр. Улар уҡыуға ла, ятлауға ла бик йәтеш кенәләр. Мәҫәлән, “х” хәрефенә “Хәлилдең хыялдары хаҡында” тигән шиғыры:
Халҡыбыҙ – хазина!
Хайранмын халҡыма!
Хөрмәтем,
Хәстәрем,
Хыялым, 
Хистәрем –
Халҡыбыҙ хаҡына,
Халҡыбыҙ хаҡына! 
Йәки “ә” хәрефенә арналған “Әҡли­мәнең әйткәне”:
Әҙәплеккә әйҙәһендәр әкиәттәрем!
Әйләнәмдә әйләнһендәр
әхирәттә­рем!
Әҙәймәһен-әҙәймәһен әпәкәйгенәм!
Әрнемәһен-әсенмәһен әсәкәйгенәм!
Китаптың “Мин көсөк түгел дәһә” тип аталған бүлеген тотош юмористик шиғырҙар биләй. Халҡыбыҙ борондан мәрәкә яратҡан, хәбәр һөйләгәндә лә уйнап әйтеү – уның матур бер йола­һы. Авторҙың шаян шиғырҙары ла ана шул традицияларҙың тәбиғи бер дауамы һымаҡ ҡабул ителә. Уларҙа бер ниндәй ҡаты, насар кинәйә юҡ, бары күңелде күтәрә торған, балаларҙың фантазияһын үҫтереүгә ярҙам иткән сағыштырыуҙар, ихлас ишаралар һәм ҡыҙыҡ хәлдәрҙе балаларса бер ҡатлылыҡ аша һүрәтләүҙәр. Ул өлөш­кә ингән “Минең әле йоҡом килмәй, ауыҙымдың ғына бары йоҡоһо килә”, “Көҙгөгә ҡарап ашаһаң, икәү була бер алма!”, “Һуң сәйҙе өрөп эсергә мин көсөк түгел дәһә” кеүек юлдарҙан да Әсхәл Әхмәт-Хужа тыуҙырған әкиәти донъяның ни тиклем эскерһеҙ һәм яҡты булыуын тойомларға була. Мә­рә­кә шиғырҙарҙың күбеһе ике кеше һөйләшеүе аша сюжетты асыуға ҡоролғанлыҡтан, сәхнәләштереүгә лә бик уңайлы. “Тамыр” студияһында эш­лә­гән саҡта беҙ уларҙың бер нисәүһенә балалар менән видеороликтар ҙә төшөргәйнек. 
Был китапҡа ингән, халыҡ ижадына таянып ижад ителгән, шулай уҡ ике телдә бирелгән әкиәттәрҙең дә һутлы теле халыҡсанлығы, йомшаҡлығы менән арбай. Уларҙың ерлекле булыуы (мәҫәлән, “Әбйәлил менән күл эйәһенең ярышы”), баш бутарлыҡ ҡат­марлы сюжетҡа түгел, ә ябай ғына мажараға нигеҙләнеүе (мәҫәлән, “Азамат менән ҡуян балаһы”) балаға әкиәтте ҡабул итеүҙе, ваҡиғаны күҙ алды­на килтереүҙе, хәтерҙә ҡалды­рыуҙы еңелләштерә. 
Балалар өсөн яҙыу – ижадтың иң ҡатмарлы ла, яуаплы ла бер йүнә­леше. Күптәр тотоноп ҡарай уға, әммә сабыйҙар өсөн яҙам тип уйлап та, ололар өсөн сабыйҙар хаҡында, йә булмаһа, киреһенсә, мәғәнә һалыуҙан ҡурҡып, артыҡ сөсөләнеүгә күсеп китеүселәр ҙә осрай. Әммә башҡалар­ҙы албырғата алһаң да, баланы алдаштырып булмай. Ҡыҙыҡ булмаһа, ул тыңлап та тормай. Балалар өсөн тәғәйен шиғыр ул ҡорғаҡһыған, дым­ды ҡаҡлыҡтырып торған ерҙе лә ҡай­малап алып, барыбер ҙә үҙәгенә һеңә алған ямғыр тамсыһы һымаҡ булырға тейеш. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның “Ямғыр тамсыһы” исемле китабы – ана шундайҙар иҫәбенән.
Автор: Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb