Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Танһыҡ “Ямғыр тамсыһы”
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Танһыҡ “Ямғыр тамсыһы”
Талантың булыу – бер бәхет, ана шуны әләф-тәләфкә туҙҙырмай, үҙеңә һәм йәмғиәткә файҙа килтерерлек итеп егә белеү – мең бәхеттер, моғайын. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижад һандығын барлап ултырғанда мейене ошо фекер бырауланы. Эйе, уларҙың йәшлегенә тура килгән совет заманының бер шәп яғын билдәләмәй булмай: китапты ул саҡта, оло хазина икәнен аңлап, ҙур-ҙур тираж менән баҫҡандар.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның йәмғеһе 27 шиғри йыйынтығының байтағы балаларға арналған. Шулар араһынан, мәҫәлән, “Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре” 20500, “Отҡор терпе” – 21 мең, ике телле “Азамат менән ҡуян балаһы” 50 мең данала сыҡҡан булһа, рус телендәге “Я рисую” — 100 мең, ә Мәскәүҙә нәшер ителгән “Мой сыночек – мой птенец” хатта баш әйләнерлек 300 мең данала донъя күргән. Ләкин егәрле шағир бер ваҡытта ла уңыштарына ҡыуанып ҡына ултырмаған, ҡәләмен ҡулынан һис төшөрмәй яҙған һәм әле лә яратҡан һөнәренә тоғро.
Заманалар менән бергә бала саҡ тигән гүзәл һәм мөғжизәле осорҙоң да йөкмәткеһе үҙгәрә барыуын күреп йөрөгән әҙип йәш быуынға ниндәй рухи ризыҡ талап ителгәнлеген дә эске бер тойомлау аша самалап, инде демократия байрағы аҫтында, яңы ҡиммәттәргә таянып үҫеп килгән бәләкәстәргә “Ямғыр тамсыһы” исемле китабын тәҡдим итте. Тиражы менән ул алда һанап кителгән баҫмаларынан байтаҡҡа кәм булһа ла (өс мең дана), сифаты, йөкмәткеһе яғынан шулай уҡ бай, йәнә лә үҙенсәлекле итеп төҙөлгәнлеге менән ҡиммәтле. Ике телле мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙың туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы, һыуһауы көслө булһа ла, бигерәк тә ҡала ерендә аралашыуҙың күберәк рус телендә барыуын да иҫәпкә алып, был китабындағы байтаҡ шиғырҙарҙы ул башҡорт һәм рус телдәрендә йәнәш итеп ҡуйған. Шулай итеп, балаға бер үк әҫәрҙе ике телдә уҡып, сағыштырып, аңлашылмаған ерен икенсе тел аша булһа ла төшөндөрөү мөмкинлеген дә бирә был китап. Тел байлығын үҫтереү өсөн уның ошо уҡ йыйынтыҡҡа ингән алфавитлы шиғырҙары ла бик ҡулай. Бер үк хәрефкә башланған әллә күпме һүҙҙе дөйөм бер мәғәнә менән берләштереп бирә алыу ҙур оҫталыҡ та талап итә торғандыр. Улар уҡыуға ла, ятлауға ла бик йәтеш кенәләр. Мәҫәлән, “х” хәрефенә “Хәлилдең хыялдары хаҡында” тигән шиғыры:
Халҡыбыҙ – хазина!
Хайранмын халҡыма!
Хөрмәтем,
Хәстәрем,
Хыялым,
Хистәрем –
Халҡыбыҙ хаҡына,
Халҡыбыҙ хаҡына!
Йәки “ә” хәрефенә арналған “Әҡлимәнең әйткәне”:
Әҙәплеккә әйҙәһендәр әкиәттәрем!
Әйләнәмдә әйләнһендәр
әхирәттәрем!
Әҙәймәһен-әҙәймәһен әпәкәйгенәм!
Әрнемәһен-әсенмәһен әсәкәйгенәм!
Китаптың “Мин көсөк түгел дәһә” тип аталған бүлеген тотош юмористик шиғырҙар биләй. Халҡыбыҙ борондан мәрәкә яратҡан, хәбәр һөйләгәндә лә уйнап әйтеү – уның матур бер йолаһы. Авторҙың шаян шиғырҙары ла ана шул традицияларҙың тәбиғи бер дауамы һымаҡ ҡабул ителә. Уларҙа бер ниндәй ҡаты, насар кинәйә юҡ, бары күңелде күтәрә торған, балаларҙың фантазияһын үҫтереүгә ярҙам иткән сағыштырыуҙар, ихлас ишаралар һәм ҡыҙыҡ хәлдәрҙе балаларса бер ҡатлылыҡ аша һүрәтләүҙәр. Ул өлөшкә ингән “Минең әле йоҡом килмәй, ауыҙымдың ғына бары йоҡоһо килә”, “Көҙгөгә ҡарап ашаһаң, икәү була бер алма!”, “Һуң сәйҙе өрөп эсергә мин көсөк түгел дәһә” кеүек юлдарҙан да Әсхәл Әхмәт-Хужа тыуҙырған әкиәти донъяның ни тиклем эскерһеҙ һәм яҡты булыуын тойомларға була. Мәрәкә шиғырҙарҙың күбеһе ике кеше һөйләшеүе аша сюжетты асыуға ҡоролғанлыҡтан, сәхнәләштереүгә лә бик уңайлы. “Тамыр” студияһында эшләгән саҡта беҙ уларҙың бер нисәүһенә балалар менән видеороликтар ҙә төшөргәйнек.
Был китапҡа ингән, халыҡ ижадына таянып ижад ителгән, шулай уҡ ике телдә бирелгән әкиәттәрҙең дә һутлы теле халыҡсанлығы, йомшаҡлығы менән арбай. Уларҙың ерлекле булыуы (мәҫәлән, “Әбйәлил менән күл эйәһенең ярышы”), баш бутарлыҡ ҡатмарлы сюжетҡа түгел, ә ябай ғына мажараға нигеҙләнеүе (мәҫәлән, “Азамат менән ҡуян балаһы”) балаға әкиәтте ҡабул итеүҙе, ваҡиғаны күҙ алдына килтереүҙе, хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңелләштерә.
Балалар өсөн яҙыу – ижадтың иң ҡатмарлы ла, яуаплы ла бер йүнәлеше. Күптәр тотоноп ҡарай уға, әммә сабыйҙар өсөн яҙам тип уйлап та, ололар өсөн сабыйҙар хаҡында, йә булмаһа, киреһенсә, мәғәнә һалыуҙан ҡурҡып, артыҡ сөсөләнеүгә күсеп китеүселәр ҙә осрай. Әммә башҡаларҙы албырғата алһаң да, баланы алдаштырып булмай. Ҡыҙыҡ булмаһа, ул тыңлап та тормай. Балалар өсөн тәғәйен шиғыр ул ҡорғаҡһыған, дымды ҡаҡлыҡтырып торған ерҙе лә ҡаймалап алып, барыбер ҙә үҙәгенә һеңә алған ямғыр тамсыһы һымаҡ булырға тейеш. Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның “Ямғыр тамсыһы” исемле китабы – ана шундайҙар иҫәбенән.
Автор: Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө