Тараймаһын ине офоҡтар

Тараймаһын ине офоҡтар
Яҡташтар менән осрашыуҙан һуң бер кәлимә һүҙ
Һағынып ҡайтып, тыуған ерҙәреңдә булыу, яҡташтарың менән күрешеү – һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Ә инде тыуған яҡтарыңа ҡәләмдәш дуҫтарың, фекерҙәштәрең, моңдаштарың менән барыу, ошондағы осрашыуҙарҙа уларҙың да ҡыуанғандарын күреү – оло бер байрам. 
Үҙемдең тыуған Туҡсоранда йыл да булырға тырышам, ҡайтып күңелемде яңыртып киләм. Был тарафтарҙа дуҫ­тарым менән дә байтаҡ юлдар үтелде. Тик һуңғы ваҡытта бындай сәфәрҙәрҙә йөрөргә оҙаҡ ҡына насип булмағайны.
Быйыл ошо ваҡиға тормошомда тағы ҡабатланды. Өс көн Ырымбур далаларында, ҡаланың үҙендә халыҡ менән осрашып йөрөнөк. Сәйәхәт минең 75 йәшлекте үҙенсә йомғаҡлау һымаҡ уйланылғайны. Яҡташтарым өсөн дә, юлдаштарым өсөн дә был осрашыуҙар күңелле тантанаға әйлән­де. Ләкин минең өсөн был ҡайтыуым байрамдан бигерәк яҡташтарым алдында эшләгән эштәрем хаҡында хисап биреүем, улар алдында үҙемсә һынау үтеүем ине. 
Беренсе көн Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының Ҡаран ауылында халыҡ менән осраштыҡ. Икенсе көн Переволоцк районының Ғәбдрәфиҡ клубына ауылдаштарым йыйылды. 
Һәр ерҙә яҡташтарым яҡты йөҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды, бар ха­лыҡты ла һыйҙыра алмаған клуб­тарҙа үткән сығыштарыбыҙҙы ал­ҡыштарға күмделәр, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп оҙатты­лар. Ихласлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ — яҡташтарымдың ма­тур сифаттары араһынан ошо икәүһен айырым әйтеп үтке килә. Ошондай осрашыуҙарға Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ бигерәк тә мохтаж, айырыуса һыуһап йәшәй. Ша­­ғир­ҙа­ры­быҙҙы, яҙыусыларыбыҙҙы, ар­тис­тарыбыҙҙы был яҡтарҙа бик һирәк күрәләр, хатта ғүмерҙә бер күрмәгән ауылдар халҡы бар. 
“Юлдаш” һүҙенең тәрән мәғәнәһен, тоғро юлдаштың ҡәҙерен юл йөрөгән һайын нығыраҡ аңлайһың. Тыуған яғы­ма ҡайтҡанда был юлы ла юлдаштарымдан бик уңдым. Ҡәләмдәштәрем — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рә­йесе урынбаҫары Спартак Ильясов, шағирҙар Зөфәр Вәлит, Туҡ буйы егете Хисмәт Юлдашев, “Аҡбуҙат” журна­лы­ның баш мөхәррире, Туҡ буйы килене Тамара Искәндәриә-Юлдашева яҡташ­та­рыма йөрәк һүҙҙәрен, уй-теләктәрен еткерҙе, шатлыҡтары һәм борсо­лоу­ҙары менән уртаҡлашты. Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәүилә Мәсәли­мова­ның тауышын быға тиклем радионан һәм телевидениенан һәр саҡ көтөп алған халыҡ әле үҙен күреп, үҙен тыңлап кинәнде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рэм Гәрәевтең баянда өҙҙөрөп уйнауы, йәш артистка Регина Баракованың бейеүе ос­­­­­ра­шыу­ҙарыбыҙға йәм өҫтәне. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Ил­шат Ишморатовтың ҡурайҙа уйнауын халыҡ йотлоғоп тыңланы, ҡурай менән баян ҡушылып, дәртле көйҙәр баш­ланғас, әллә күпме кеше бейергә тө­шөп китте. Был сығыштарҙың һәр береһе тураһында яҡташтарым һағы­нып хәтерләр, оҙаҡ ваҡыт ҡат-ҡат һөйләр әле. 
Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән талантта­рыбыҙҙың сығышы ошо яҡтар тыуып үҫкән һәләтле йырсыларҙыҡы менән аралашып барҙы. Ҡаран ауылында Әх­мәр мәктәбенең элекке директоры, үҙе шағирә лә, йырсы ла Флүзә Хәлитова минең һүҙҙәргә яҙған ике йырын башҡарҙы. Осрашыуҙарҙа Ғәбдрә­фиҡ ауылы мәктәбендәге минең уҡы­­­­тыу­­сыларым, әсәйемдең бер туғандары Рәҡип бабайымдың, Рама­ҙан аға­йымдың улдары һәм ҡыҙҙары, Өфөнән, Күмертауҙан килеп етеп, ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙан­ған табибы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Вахитов, һаулыҡ һаҡлау ветераны Лена Нәҙерғолова, педагогтар Рәмилә Надирова, Ришат Вахитов, инженер Рәфис Вахитов ихлас йырланы, башҡа бик күп туғандарым, ауылдаштарым ҡунаҡ ҡаршылауҙы, һый-хөрмәт күр­һәтеүҙе ойоштороуҙа йүгереп йөрөп ҡатнашты. Переволоцк районы хаки­миәтенең был осрашыуға ҙур иғтибар биреүенә, мине ололап ҡотлауҙарына ҙур рәхмәт. Алисово ауылында йәшәгән бер туған һеңлем Зөлхизә Агишеваға өс көн буйы минең юлдаштарымды ҡунаҡ иткән өсөн рәх­мәтем сикһеҙ. 
Беҙҙең Соран һәм Ҡаран буйындағы был тантаналар изге Ураҙа айы башланған хәйерле ваҡытҡа тура кил­де. Мәрхүм туғандарыбыҙҙың яҡты рухына бағышлап, ҡорбан салдылар, Ҡөрьән аштарында булдыҡ. Халыҡ менән осрашыуҙарыбыҙ алдынан Ҡот­лом­бәттән Ғәфүр хәҙрәт Моратов, Ғәбдрәфиҡтан Әнүр хәҙрәт Вахитов, Ҡунаҡбайҙан Фәрит хәҙрәт Бикбаев доға уҡыны. Ҡөрьән һүҙе менән әҙип, шағир һүҙенең, доға моңо менән ҡурай моңоноң бергә ҡушылыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, минең тыуған районымда өс кенә башҡорт ауылы, һәм өсөһөндә лә мәсет бар. Өс хәҙрәттең икеһе — Мәккәгә сәфәр йөрөп ҡайтҡан хажиҙар. 
Ауылдарҙан һуң Ырымбурға килдек. Юлдаштарымдың күбеһе тиерлек был ҡаланы быға тиклем күргәне юҡ ине. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың изге йорто Каруанһарайҙа тәүге ҡат булып шатландылар. Егеттәр манараға күтә­ре­леп, ҡала күренештәрен ҡарап төштө. 
Һуңғы ваҡытта Ка­руан­һарай өсөн байтаҡ бәхәс-тартыш булды, башҡорт халҡының был изге йортона оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙыусылар табылды. Аллаға шөкөр, низағтар тынған һымаҡ. Беҙҙе имам-хатип, Баймаҡ районының ир-азаматы Хөрмәтулла Буранбаев, “Каруанһарай” йәмғиәте рәйесе Ғөлимә Жанғабилова ихлас ҡаршы алды. Ғәбдрәфиҡтан ҡус­тым Әнүр Вахитов хәҙрәт бында икенсе имам-хатип булып эшләй. Ырымбурҙа беҙҙе Иҫәнгилде егете Марат Сарбаев, Ҡотломбәттә тыуған, Ырымбурҙа эш­ҡыуарлыҡ ме­нән уңышлы шөғөл­ләнгән һеңле­ләрем Кәримә, Нәфисә, Зәкиә Смаковалар ихлас ҡаршы алды. Нә­фисә бик һәйбәт шиғырҙар яҙа, Ырымбурҙа “Кисеү” исемле китабын сығарҙы.
Туҡсоран буйҙарындағы сәйәхәте­беҙ Ырымбурҙағы Хөсәйен Ямашев исемендәге милли китапханала тамамланды. Бында ла ҡала башҡорттарына әйлән­гән кисәге дала ул-ҡыҙҙары күп йыйылғайны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре осрашыуға бик тырышып әҙерләнгән. 
Китапханала байтаҡ йыйынтыҡ­тары­быҙҙы күрҙек. “Ҡолой кантон” кита­бының бында килеп етеүе уны яҙған Спартак Ильясов өсөн бик тул­ҡынландырғыс яңылыҡ булды. 
Йыш ҡына ошо яҡтарҙың арҙаҡлы шәхестәре Мөхәмәтша Буранғоловты, Дауыт Юлтыйҙы, Сәғит Агишты, Ғаб­дулла Амантайҙы һ.б. ғорурланып телгә алдыҡ. Каруанһарайҙа булғанда ошонда уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында эшләгән, атаҡлы Башҡорт педагогия техникумында уҡыған Ғаб­­­дулла Амантай, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Ғәйнан Хәйри, Зәйнәб Биише­валарҙың исемдәрен хөрмәт менән хәтерләнек. 
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: сәфәребеҙ остазым Баязит Бикбайҙың тыуған төйәгендә тамамланды. Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан сиген­дә мәшһүр әҙибебеҙҙең яҡташтары көйөргәҙеләр, район хакимиәте баш­лығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтов етәкселегендәге ҙур төркөм, икмәк-бауырһаҡ, ҡурай моңо, йыр-бейеү ме­нән ҡаршы алды. Һалҡын шишмәнең шифалы һыуынан ауыҙ иттек, ошонда халыҡ менән осраштыҡ, йәшел сирәмгә баҫып, һүҙебеҙҙе, моңобоҙҙо еткерҙек. Был атаҡлы шишмәне бик тәрбиәләп тоталар, матур ял итеү урыны төҙө­гәндәр. Юшатыр аша яңы күпер, Ҡалтаға асфальт юл һалынған. Баязит Бикбай исемен йөрөт­кән, ҡаршыһында шағирҙың Өлфәт Ҡобағошов эшләгән матур һәйкәле ҡуйылған Мораптал мәктәбендә му­зейҙы ҡараныҡ. Баязит Бикбайға, Морапталда музейы эшләгән Ғәзиз Әл­мө­хәмәтовҡа, башҡа арҙаҡлы шә­хестәренә оло хөрмәт күр­һәткәндәре өсөн район хакимиә­тенә, ауыл етәкселәренә ҙур рәхмәт. Булған ерҙә ҡыуанып йөрөнөк, осрашыуҙарҙан һуң улар ҙа һөйөнөп, күңелдәре үҫеп, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды.
Тик бер генә сәйәхәт тә бары шат­лыҡтарҙан ғына тормайҙыр. Әлеге сә­фәребеҙҙә күңел ҡырылған, ныҡ борсолған саҡтар ҙа булды. Шуларҙың береһе — “Каруанһарай” гәзитенең киләсәк яҙмышы. Был баҫма — Ырымбур башҡорттарының үҙ-ара бәйлә­нешен булдырып, уларҙы туплап торған бик мөһим көс. Ләкин хәҙер мат­буғатҡа хаҡ ныҡ артты. Өлкә Хөкүмәте бүлгән кескәй генә ярҙам шул көйө ҡалһа, бындағы берҙән-бер башҡорт гәзите ябыласаҡ. “Каруанһарай” йәшә­һен өсөн бөтә көстө биреп нисәмә йылдар тынғы белмәйенсә эшләгән Фәһимә менән Са­лауат Аҡдәүләтовтар ошо хаҡта бик борсолоп һөйләне. Төп өмөт, төп ышаныс — Башҡортостан Респуб­ликаһы, уның тиҙ арала ярҙам итеүе. Яңы гәзит ойоштороу — ҡатмарлы эш. Ә инде байтаҡ ваҡыт сығып килгән гәзит ябылһа, сығыуҙан туҡтаһа, эште яңынан башлап ебәреүе бик ауыр, хатта мөмкин булмаған хәл. 
Башҡорт ауылдарындағы мәктәп­тәрҙең яҙмышы ла ныҡ хафаға һала. Переволоцк районындағы өс башҡорт ауылының береһендә — Ҡотломбәттә генә баш­ҡорт теле уҡытылған мәктәп һаҡланған. Заманында ул тулы урта мәктәп булып гөрләп тора ине. Унан һуң һигеҙ йыл­лыҡҡа ҡалдырылды. Утыҙҙан артыҡ бала уҡыһа ла, быйылдан башланғыс мәктәп итмәкселәр. Район хакимиәте етәксеһе Вадим Виноградов менән һөйләшкәндә, ул, нисек тә берҙән-бер башҡорт мәктәбен һигеҙ йыллыҡ көйө һаҡлап ҡалырбыҙ, тигән вәғәҙә бирһә лә, тынысланып булмай. 
Өс ауылда ла мәсет асылды, тигәй­нем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһендә мәктәп ябылды. Мәсеттәрҙең төҙөлөүе һәйбәт, мәктәп­тәрҙең ябылыуы — милләттең килә­сәгенә янаған бик ҙур ҡурҡыныс. 
Туҡсоран далаларындағы һырттар­ҙан тиҫтәләрсә саҡрымдарға киңлектәр асылып китә. Улар меңәр йылдар шулай йәйрәп ятҡан. Ошо күҙ иңләмәҫ араларҙа киң күңелле яҡташтарым борон-борондан донъя көткән. Ерҙәге офоҡтар тараймаҫ, ә бына милләте­беҙҙең киләсәктәге рухи офоҡтары тараймаһын ине.
Рауил БИКБАЕВ,Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb