Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ТЕАТР ТАМАШАСЫ ЙЫЯ АЛА ИКӘН ТИМӘК, ХАЛЫҠТЫҢ АҢЫ, МАТУРЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫШЫ УЯНА
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
ТЕАТР ТАМАШАСЫ ЙЫЯ АЛА ИКӘН ТИМӘК, ХАЛЫҠТЫҢ АҢЫ, МАТУРЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫШЫ УЯНА
Мәҙәниәт йылы аҙағында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов Константин Станиславский исемендәге премияға лайыҡ булғайны. Режиссер, педагог һәм ҙур коллективтың етәксеһе булған Олег Закир улы барыбер ҙә күптәрҙең яратҡан актеры булып ҡалалыр ул. Милли театрҙың роле заман менән бергә үҙгәрәме? Бөгөнгө театрҙың ниндәй көнүҙәк проблемалары бар? Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәй Федерацияһының Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Закир улы Ханов менән ошолар һәм, актер булараҡ, уның үҙенең ижады хаҡында әңгәмәләштек.
Баһаның ҙуры-бәләкәйе булмай
Актер булып эшләгән осорҙа ролдәр өсөн бирелгән наградалар байтаҡ булды. Ваҡытында улар ҙа күңелдә ниндәйҙер эҙ ҡалдырғандыр инде. Тик кеше бер көн менән генә йәшәмәй. Ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа, яҡшыһы ла, яманы ла онотола, сөнки киләсәккә үткәндәрҙе һөйрәп йөрөүҙең әһәмиәтен күрмәйем мин. Шулай ҙа үткән йылдарға әйләнеп ҡарағанда, иң тәүҙә Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы буйынса ҡуйылған "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спектакле хәтергә төшә. Бер нисә миҙгел буйына бик уңышлы барҙы ул. 1978 йылдың ноябрендә сәхнәгә сығарҙыҡ, ә 1980 йылда уны СССР-ҙың Дәүләт премияһына тәҡдим иттеләр. Суфия Ғилман ҡыҙы Кусимова "Правда" гәзитенә ҙур итеп мәҡәлә яҙҙы. Ул заманда "Правда" гәзитендә баҫылыу - был премияға үтеү, тигән һүҙ ине, шуға беҙ еңеребеҙгә ныҡлы ышаныс менән йөрөгәйнек. Тауыш биреү мәле етте һәм, улар йәш әле, уларҙың барыһы ла алда, тип, беҙҙе премияға үткәрмәнеләр. Баһалама ағзаларының, барыһы ла алда әле, тигәне раҫҡа сыҡты, сөнки 1996 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге РФ Дәүләт премияһына "Бибинур, аһ, Бибинур!" спектакле менән лайыҡ булдыҡ. Был премияны мин, Флорид Бүләков, Рифҡәт Исрафилов, Таң Еникеев Борис Ельциндың ҡулынан Кремлдең Георгий залында алдыҡ. Бик матур ваҡиға булғайны ул. СССР-ҙың халыҡ артистары Михаил Ульянов, Элина Быстрицкая, Михаил Глузский, Алиса Фрейндлих менән аралашыу үҙе бер бәхет булды. "Сатирикон" театры етәксеһе Константин Райкин менән дә шунда танышҡайныҡ. Аҙаҡтан беҙҙе яҙмыш уның менән тағы ла осраштырҙы - "Сатирикон"да өс йыл эшләргә тура килде миңә.
Ә 1980 йылда "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спектаклендәге ролдәребеҙ өсөн миңә, шулай уҡ Таңсулпан Бабичеваға, Нурия Ирсаеваға, Фидан Ғафаровҡа Салауат Юлаев премияһы тапшырылды. Республиканың иң юғары дәүләт наградаһы булараҡ, ул миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, үҙемә ҡарата талапсанлыҡ та артты. Ул бүләктең миҙалын мин айырыуса ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөм.
Яңыраҡ ҡына лайыҡ булған Станиславский исемендәге премия ла миңә ҡәҙерле, сөнки ул халыҡ-ара кимәлдәге театраль премия, унда һине театр эшмәкәрҙәре, театр әһелдәре, халыҡ-ара Станиславский исемендәге фонд ойошмаһы баһалай. Баһалама рәйесе, режиссер Сергей Женовач, баһалама ағзалары - Рәсәйҙең халыҡ артистары Людмила Максакова, Валерий Баринов, СССР-ҙың халыҡ артисы Олег Табаков, күренекле сәнғәт белгестәре Алексей Бартошевич, Инна Соловьева һәм башҡалар менән күрешеп, аралашыу, Елизавета Боярская, Данила Козловскийҙар менән бергә премия алыу минең өсөн ҙур дәрәжә. "Һуңғы йылдарҙағы ролдәре өсөн" тип билдәләнеләр уны. Иң ҡиммәтлеһе - мәскәүҙәрҙең минең ижадымды күреп, юғары баһа биреүе. Башҡорт театры К. Станиславский системалаған рус театр мәктәбенә нигеҙләнгән, шуға ла был шәхестең исемендәге премия алыу оло мәртәбә. Тантанала башҡорт телендә коллективыма, ғаиләмә рәхмәт белдерҙем һәм шул саҡта Данила Козловский һикереп торҙо ла: "Һеҙ башҡортса әйттегеҙ, әммә мин һеҙҙе аңланым!" - тине. Мин махсус рәүештә башҡортса һөйләнем, сөнки Бартошевич әйтеүенсә, был премия беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан Рәсәй төбәктәренә сыҡҡан. "Баш ҡаланан ситтә лә бынамын тигән театрҙар бар", - тип һоҡланыуын да белдерҙе Алексей Вадимович. Был уларҙың башҡорт театры сәнғәтен таныуы, тип аңларға кәрәк.
Халыҡ актеры ниндәй була?
Актер булараҡ, тамашасыларым тарафынан йыш ҡына "Һеҙ - халыҡсан актер", тигән һүҙҙе ишетеү, моғайын да, бөтөн наградаларҙан да өҫтөнөрәктер. Сәхнәлә һәр ваҡыт йөрәгем ҡушҡанса уйнайым. Халыҡсанлыҡҡа килгәндә, күңел ҡушҡанса уйнауҙың нигеҙе - атайымдан, БАССР-ҙың халыҡ артисы Закирйән Хановтан һәм әсәйемдән, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәмсинур Сиражетдинованан киләлер. Саҡ ҡына ла фәстермәйем дә, арттырмайым да - был ысынлап та шулай.
Бала саҡта әсәйем миңә үҙе театр студияһында уҡыған саҡта ҡараған спектаклдәре тураһында һөйләй торғайны. Бигерәк тә Шекспирҙың "Отелло"һы хәтерҙә уйылып ҡалған. Сюжет менән бергә артистарҙың нисек уйнауын, хатта уларҙың сәхнәнең ҡайһы урынында тороуын оҫта итеп һүрәтләр ине. Һәр хәлдә, мин 5-6-сы класта уҡ Отеллоға һоҡлана инем. "Театральная жизнь" журналында "Отелло" тигән берәй һүҙ күреп ҡалһам, шунда уҡ ҡыҙыҡһынып уҡырға тотонор инем. Спектакль генә түгел, кино булһынмы, башҡа йүнәлешме - әсәй сәнғәтте бик нескә тоя һәм аңлай ине. "Советский экран" журналын алдыра инеләр, бер тапҡыр шунда баҫылған "Тихий Дон" фильмының фотоларын күрһәтеп, миңә романдың айырым сәхнәләрен һөйләне һәм уның төп линияһын күрһәтте. "Бына, - ти, - Григорий башта бесән сапҡанда салғы менән бүҙәнәнең аяғын имгәтә. Ул саҡта - бүҙәнәне, һуғышҡа алынғас, үҙе тәүгә үлтергән Австрия һалдатын йәлләй. Аҙаҡтан һуғыш уны ҡанһыҙға әйләндерә һәм ул революция ваҡытында биш матросты бер юлы ҡылысы менән тураҡлай". Йәки: "Пантелей Прокоповичтың образы шул тиклем халыҡсан, килене менән һөйләшкәндә арҡаһын ишек яңағына ышҡып тырнап тороуын ҡара әле һин уның", - тип, тәү ҡарашҡа күҙгә лә салынмаған деталдәргә иғтибарымды йүнәлтә торғайны. Гоголь, Пушкин, Горький, Маяковский һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре менән тәүҙә ул таныштырҙы. Чеховты бөтөнләй аңламай инем, ә ул көлә-көлә "Хамелеон"ды һөйләй. Бына уның тәрбиәһе шулай булды. Тап ошолар минән актер яһағандыр ҙа, кем белә...
Сибай театры, ул быуын артистары, ғөмүмән, бик тәбиғи инеләр. Улар сәхнәлә, бәлки, ниндәйҙер юғары театраль ысулдар ҙа ҡулланмағандыр. Ләкин уларҙың уйнауында тәбиғилек, ихласлыҡ, эскерһеҙлек гел булды. Бер интервьюла әйткәйнем дә әле, мин шул тиклем һөмһөҙ булғанмын, үҙемсә, атайымдан күберәк беләм, яҡшыраҡ уйнайым, тип уйлай инем. Хатта уйлайым ғына түгел, быға ышана инем. Бер тапҡыр Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова дәрес алып бара. Юлы төшөп, атайым Өфөгә килгән дә, мине күрергә, тип, институтҡа ингән. Дәрес ваҡытында коридорҙа көтөп йөрөгән дә, ишектән башын тығып ҡарамаҡсы булған, йәнәһе, былар нимә эшләй икән? Уны күреп, Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы: "Закирйән Ханович, әйҙәгеҙ, үтегеҙ", - тигән була. Атайым бер нисә этюд ҡараны, Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы уның фекерҙәрен һорашты. Бер ваҡыт атайым: "Мин уйнап күрһәтәйемме?" - тине, миңә уңайһыҙ булып китте хатта. Ә атайым сыҡты ла, үҙен сәхнәләгеләй итеп тойоп, уйнап алып китте. Студенттар ултыра башты баҫып - беҙҙе бит Станиславский буйынса, тәҡдим ителгән талаптарҙы дөрөҫ, тормоштағы кеүек итеп уйнарға өйрәтәләр! "Атайым әҙерәк арттырып ебәрҙе, уның сәхнәгә килеп сығыуы нисектер тәбиғи булманы", - тип әйтеп ҡуйҙым ул уйнап күрһәткәс. Әле был ҡылығым өсөн үҙемә оят. Ул бит бик тәбиғи итеп уйнаған. Мин белер-белмәҫ көйөнә уны тәнҡитләп маташҡанмын. Был, әлбиттә, ахмаҡлыҡ та түгел, ә тормошто, буласаҡ һөнәремдең бар нескәлектәрен аңлап өлгөрмәгәнлек. Сәхнәлә, бигерәк тә беҙҙең милли театрҙа, ошондай эскерһеҙлек, ябайлыҡ, мәрхәмәтлек өҫтөнлөк итергә тейешлеген хәҙер мин, әлбиттә, бар тулылығында аңлайым.
Уҡып сығып, театрҙа эшләй башлағас, әсәй минең төп тәнҡитсемә әйләнде. Һәр бер премьерама килә торғайны. Театрҙа эшләй башлауыма биш йыл үткәс кенә, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спектаклен ҡарағас: "Бына хәҙер ысын артист булырыңа ышандым", - тине. Бөгөн мине тамашасы халыҡсан актер, тип таный икән, уны миндә атайым менән әсәйем тәрбиәләгән, һәм мин уларҙың улы булыуым менән ғорурланам.
Тормош тәжрибәһе лә мөһим
Ситтә эшләп килгәндән һуң, бөтөн нәмәгә - кешеләргә, ваҡиғаларға, йәмғиәткә, эшебеҙгә, коллективҡа ҡарашым тулыһынса тиерлек үҙгәрҙе. Быға тупланған тәжрибә лә, олоғая килә күңелдең олпатланыуы ла йоғонто яһайҙыр, һәр хәлдә, мин үҙемдең эске торошомда ла үҙгәреш тоям.
Бер ваҡыт шулай Дүртөйлө яғында гастролдә йөрөйбөҙ, бер үк ваҡытта районда медицина хеҙмәткәрҙәренең конференцияһы үтә ине. Мине, Фидан Ғафаровты, Нурия Ирсаеваны улар менән осрашыуға саҡырҙылар. Мин йәшмен, әммә күңелдә үҙ-үҙемә ышаныс тамырланып өлгөргән осор. Конференция мәлендә залдан бер ханым аяғүрә баҫты ла: "Бына, йәмәғәт, йәш кенә булһа ла, танылыу яулап өлгөргән Олег Ханов ултыра бында, ул Ҡыйғы районынан, минең яҡташым", - тине. Мин, уны-быны уйлап тормайынса: "Ғәфү үтенәм, әммә мин Ҡыйғынан түгел, ә Архангел районынан", - тип һүҙ ҡыҫтырҙым. Аҙаҡтан был ҡатын атайымды осратҡан да, ошо ваҡиға тураһында һөйләп киткән. Атай-әсәйем заманында Ҡыйғы театрында эшләгән, мин Ҡыйғыла тыуырға тейеш булғанмын, тик ундағы театр тарҡалғас, атай - Баймаҡҡа, әсәй, ауырлы булғас, үҙенең тыуған районына ҡайтҡан. Баяғы ҡатын шуға ла мине үҙенең райондашы итеп ҡабул иткәндер. Әммә мин уның ғорурланып әйткәненә ҡаршы сыҡтым булды бит инде. Салауат районы ла, Ҡыйғы ла, Архангел дә, Баймаҡ та, Сибай ҙа - минеке, тип кенә әйт тә ҡуй ҙа бит инде...
Йәки тағы бер миҫал. Ҡайнымдар Асҡын районында йәшәнеләр, йыл һайын уларға бесән сабырға ҡайта инек. Бер шулай ямғыр яуып китте лә, ҡайным менән урманға бәшмәк йыйырға киттек. Минең өҫтә - фуфайка, башта - фуражка, аяҡта кирза итек. Ҡаршыға бер бәшмәксе килеп сыҡты ла, нимәлер һорап, миңә мөрәжәғәт итте. Ҡарап торҙо ла был: "Һин бит Шомбай, Олег Ханов!" - тине. Ә миңә уның алдында ошондай кейемдәр менән баҫып тороуы бик уңайһыҙ. "Юҡ, мин уға оҡшағанмын ғына…" тип, ситкә китә һалдым. "Эй, кейәү, кешене рәнйеттең дәһә, ул бит һине күреп, шул тиклем шатланды, ихласлығын белдерҙе. Аҙаҡтан, мин Ханов менән осраштым, тип һөйләүе уның өсөн ғорурлыҡ бит", - тине ҡайным һуңынан...
Быны мин-минлек тә тип атап булмай, әммә холҡомдоң ошондай яҡтары, тиҙ генә бушҡа күңел кителгән, ҡайһы саҡта уйлап еткермәгән саҡтар бар ине, хәҙер иһә тормош аҡыллыраҡ булырға өйрәтте. Башҡаларҙан ниндәйҙер мөнәсәбәт көтөргә лә кәрәкмәй, булғанын баһалаһаң һәм ҡәҙерләһәң, шул еткән. Ейәнем тыуғас, мин күп нәмәне хәҙер унан өйрәнәм. Балаларҙың бөтөн хәйләһе, теләге интонацияһынан, күҙенән күренеп тора, һин уны күрәһең, әммә күрмәмешкә һалышаһың. Шуның шикелле, кешенең күп хәрәкәттәре, әйткән һүҙҙәре аша уның нимә, нисек, күпме теләгәнен һиҙәһең, тик тура бәреп әйтеү урынына, үткәреп ебәрә беләһең. Унан һуң, бөтөн кешене лә бер юлы яратып, бөтәһен дә ыңғай тойғолар менән генә ҡабул итеп булмай. Толстой әйтмешләй, бер битеңә сапһалар, икенсе битеңде ҡуйыу ҙа ярамаған эш. Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Бөгөн бына ошоларҙы аңлауым менән дә айырылам мин теге замандағы Хановтан.
Мәрхәмәтле, рәхмәтле була белеүгә лә йылдар үткәс өйрәнәһең икән. Яҡындарымдың ҡәҙерен бөгөн тағы ла нығыраҡ беләм. Яҙмыш Башҡорт академия драма театрынан - Йәш тамашасылар театрына, унан Мәскәүгә, Мәскәүҙән - Ырымбурға, унан - Салауат театрына, унан, ниһайәт, кире Өфөгә ташланы. Ошо әйләнеп торған ҡуласала эргәмдә һәр ваҡыт ҡатыным Анфиса булды. "Мин актриса булам, бында ғына йәшәйем", - тип тә әйтә ала ине бит ул. Шунан нисек уға рәхмәтле булмайһың инде…
Роль йөрәк аша үтергә тейеш
Башҡа театрҙарҙа эшләп алыуҙың ыңғай яҡтары булды, әлбиттә. Иң тәүҙә - тәжрибә туплайһың. Театрҙың, артистарҙың уйнауының, ғөмүмән, спектаклде ҡороуҙың башҡа төрлө ысулдары бар икәнен күреп беләһең. Унан һуң, миңә рус театрҙарында уйнарға, башҡа милләт кешеләре менән уртаҡ тел табырға өйрәнергә тура килде, был да оло тәжрибә.
Әммә быларҙың барыһының да тағы бер фәһемле яғын билдәләмәй булмай. Күҙлек кейһәң, китаптағы хәрефтәр яҡшыраҡ күренгән кеүек, ошо сит коллективтарҙа алған тәжрибә элек күрмәгән нәмәләрҙе асығыраҡ та, яҡтыраҡ та күрергә мәжбүр итә. Яҡшылабыраҡ ҡараһаң, беҙҙең театрҙағы ҡайһы бер нәмәләрҙе төҙәтергә генә түгел, тамырынан өҙөп ташларға һәм яңыса булдырырға кәрәк. Башҡорт театрының иң юғары үргә менгән сағында эшләгән актерҙар ҙа шул саҡтағы осҡондарҙы юғалтып бөтә яҙған. Әйтәйек, "Бибинур, аһ, Бибинур!" (Ф. Бүләков), "Мөгөҙлө шәп ир" (Ф. Кроммелинк), "Өлкән улым" (А. Вампилов), "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар", "Ҡыҙ урлау" (М. Кәрим) һәм башҡа спектаклдәрҙәге алымдар, бөгөнгө заман күҙлегенән шулай уҡ иҫкергән, тимәк, тамашасыға йоғонто яһауҙың башҡа алымдарын эҙләргә кәрәк. Шуныһы аяныслы, күп нәмә юғалған. Элек артистар үҙ ролен йөрәге аша үткәреп, тойғолары менән һуғарып, образдарын сәхнәгә тере итеп сығара ине. Бәлки, был ниндәйҙер кимәлдә шул тиклем ябай ҙа булғандыр, тик улар халыҡты ышандыра ала ине бит. Ә хәҙерге йәш быуын күңел һәм йөрәк көсөн түгергә теләмәй, аҡыл, тел, ысулдар менән генә тамашасыны яуларға ынтыла. Сәхнәлә бөтөн ҡанундарҙы ҡулланып, ҡоро ғына итеп уйнап күрһәтеү аҙ.
Һәр тере организмдағы кеүек, театрҙа ла даими процесс бара. Унда төрлө характерлы кешеләр бергә уҡмашып, ҡайнап йәшәй. Һәм ул, һәр тере организмға хас рәүештә, мотлаҡ үҫешергә тейеш. Бөгөнгө тиҙлек, мәғлүмәт заманында осорҙан артта ҡалмау өсөн дә көс кәрәк. Яңыраҡ самолетта Мәскәүгә китеп барам. Эргәлә бер иптәш гәзит уҡый, ә артта ултырған 3-4 йәшлек ҡыҙыҡай оҫта итеп планшетта уйнап бара. Бына донъяны ҡабул итеүҙең ике ысулы. Беҙгә, өлкән быуынға ла был йәһәттән йәштәрҙән артта ҡалырға ярамай. Әммә күптәр ҡыбырларға теләмәй, ә үткән быуаттағы алымдар менән бөгөнгө тамашасыны яулап булмай. Йәштәр иһә, көстәрен, хистәрен түккеһе килмәй. Әлбиттә, мин бөтәһе тураһында ла әйтмәйем. Һуңғы спектаклдәрҙе генә алғанда, "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға"ла - Руслан Хайсаровтың, "Ҡара йөҙҙәр"ҙә Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Римма Ҡаһарманованың эштәре миңә ныҡ оҡшай. "Ҡара йөҙҙәр"ҙә Әхәт Хөсәйенов нисек асылды! Йәштәрҙән Урал Әминев ысын сәхнә кешеһе, ул үҙен йәлләмәй эшләй. Тағы ла күптәр тураһында йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Театрға һуңғы йылдарҙа килгәндәрҙең араһынан әйткәндә, Лилиә Ғәлина фанатик артист. Ул артист булыр өсөн генә тыуған, сәхнәлә саҡта бер урында тороп сыҙамай бит ул, уның бөтөн булмышы уйнай. Илһам ене ҡағылған, тиҙәр ундайҙар тураһында. Шулай, театрҙың үҙенең ыңғай яҡтары ла, проблемалары ла бар, беҙ улар тураһында беләбеҙ, ниндәйҙер саралар ҙа күрелә.
Сәхнә теле дөрөҫ яңғыраһын
Булған проблемалар, кителгән ерҙәр ситтән ҡарағанда яҡшыраҡ күренә, тип әйткәйнем инде. Бында художество етәксеһе булып килгәс, беренсе спектаклдә үк башҡорт теленең нисек яңғырауын ишетеп, шаҡ ҡаттым. Баҫымдарҙы бөтөнләй дөрөҫ ҡуймайҙар, иҫкәрмә яһаһаң, беҙҙе шулай уҡыттылар, тиҙәр. Мин театрға башлап эшкә килгәндәге саф тел, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Йәнбулатова, Ғәзим Туҡаев, Роза Кәримова, Әҡлимә Садиҡоваларҙың һөйләшкән теле бөгөн килеп дөрөҫ түгел икән! Был беҙҙең театрға ғына хас бәлә түгел, телевидение, радиола ла шулай уҡ хәл күҙәтелә. Шуға ла театрҙа тел таҙалығы өсөн көрәш башланды. Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев йәштәргә сәхнә телен өйрәтә. Йәштәр менән шиғыр һөйләү буйынса матур тамаша ла әҙерләп күрһәттеләр, шағирәләр менән берлектә тағы бер проект барлыҡҡа килде. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап, һуғыш темаһына арналған шиғырҙар һөйләү буйынса тағы бер сара әҙерләнә. Сәхнә теленең таҙалығы - бер, актер дөрөҫ тын ала белергә лә, һүҙҙең мәғәнәһен аңларға өйрәнергә лә бурыслы. Ә әлеге проекттар йәштәргә ошо бурысты атҡарырға ярҙам итә.
Башҡорт телендә яҡшы итеп һөйләшергә уҡыу йортонда түгел, тап театрҙа өйрәнәһең инде ул. Хәтеремдә, эшкә килгәндә "р" хәрефен тейешенсә әйтеп еткерә алмай инем. Арыҫлан Мөбәрәковтан кәңәш һорағас, ул: "Ә һин ижекләп шиғыр уҡы", - тине. Ижекләп, йырлаңҡырап шиғыр юлдарын уҡығанда телдең моңон, ритмын тойоп алһаң, телмәр музыка кеүек яңғырай. Телдең моңон, гармонияһын татып ҡараған кешенең генә телмәре матур була. Иң аяныслыһы, телебеҙ ҡорой барған шишмә кеүек. Бөгөн беҙгә милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте донъя кимәленә сығарыу тураһында уйланырға ваҡыт. Европа, Көнсығыш илдәре менән йышыраҡ аралашҡан һайын, телебеҙҙе лә башҡа халыҡтарға ишеттерәсәкбеҙ, улар ҙа башҡорт теле менән ҡыҙыҡһына башлаясаҡ. Үҙ илеңдә "Мин башҡорт", тип йөрөүҙән файҙа юҡ, сөнки барыһы ла белә һинең башҡорт икәнеңде. Ә Германия йәки Ҡытай сәхнәһенә сығып, "Мин башҡорт", тип әйтеү, милли мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың асылын, рухын күрһәтеү - бөтөнләй икенсе нәмә. Беҙҙең халҡыбыҙ бер кемдән дә кәм түгел, уның да донъяға, философик төшөнсәләргә, тормоштоң мәғәнәһенә ҡарата үҙенең ҡарашы, алдынғы, зауыҡлы кешеләре бар. Бары тик ошоларҙы үҙ кимәлеңдә генә түгел, ә дөйөм кешелек кимәлендә күтәрергә кәрәк, шул саҡта ғына беҙҙең телебеҙ ҙә лайыҡлы яңғыраясаҡ.
Башҡалар беҙҙе таныһын өсөн...
Рәсәй, донъя кимәленә сығыу өсөн сит ил тамашасыһына ҡыҙыҡ булырҙай классик спектаклдәр ҡуйырға мөмкин ул, әммә иң мөһиме был түгел. Башҡорт театры башҡорт телендә һөйләшеүҙән тыш, донъяға үҙенең милләтенең рухын, асылын, күңелен асырға бурыслы. Бының өсөн милли драматургия юҡ, тип кенә әйтеү ҙә ниҙелер хәл итмәй. Был мәсьәләгә икенсе күҙлектән ҡарарға, булған авторҙарҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү өсөн яңы театраль ысулдар эҙләргә кәрәк. Режиссер Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр"ен генә алып ҡарайыҡ. Бына ул, исмаһам, яңы ракурс, яңыса ҡараш һәм был сәнғәт телендә бар халыҡтар менән дә һөйләшеп була. Рус кешеһе ҡараймы уны, немецмы, улар барыһын да аңлаясаҡ, сөнки был спектакль дин тураһында түгел, ә әҡлаҡһыҙлыҡтың, наҙанлыҡтың көсө, уның хатта трагедияға алып килеү ихтималлығы хаҡында. Ошондай кимәлгә күтәрелергә кәрәк бөгөн, икенсе акценттар, икенсе формалар, алымдар менән беҙҙең халҡыбыҙҙың ғына түгел, ә башҡа халыҡтарҙың да ауыртҡан урындарына баҫырға кәрәк.
Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән һүҙҙәрен йыш ҡабатлайым һуңғы арала. Режиссураға ла уҡырға кәрәк, артистарҙы ла, тотош халҡыбыҙҙы ла уҡытырға кәрәк. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа кешелектең тотош быуыны, хатта бер-ике быуын юҡҡа сыҡты. Уларҙа белемгә ынтылыш юҡ, мейеләре йә аҡса эшләү, йә һыра эсеү тураһында ғына уйлай. Йәмғиәттә әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Милләтебеҙҙә насар ғәҙәттәргә эйә булыусылар һаны бер нисә генә булған хәлдә лә, алманы эстән сереткән бәләкәй генә бөжәк кеүек, улар ҙа халыҡты серетә. Мәғариф яңынан түләүлегә әйләнә бара. Үткәндә генә уҡып ултырҙым, баҡтиһәң, хәҙер Рәсәй сит илдән летчиктарҙы эшкә саҡыра икән, сөнки үҙебеҙҙә сәләмәт кешеләр юҡ. Спортҡа килгәндә, ни өсөн беҙҙең фигуристар еңеү яулай алмай, тип аптыраған булабыҙ. Сөнки иң һәләтле тренерҙарыбыҙҙы ситтәр үҙ яғына ауҙарып бөттө. Көнбайыш шул тиклем ҙур көс түкте беҙҙе бөлдөрөү өсөн. Бөгөн ысын мәғәнәһендә нервылар, аҡсалар, иҡтисадтар алышы бара. Туранан-тура үлтермәһәләр ҙә, ниндәйҙер милли ҡиммәттәр нигеҙе юҡҡа сыға. Ә быларға аҡыл менән яраҡлашып өлгөрөүе шул тиклем ауыр. Ошоларҙы уйлайһың да, ярай әле, сәнғәт - театр, музейҙар, картина галереялары бар, тип ҡуяһың. Халыҡ был урындарҙы һаман да изгеләштерә, сөнки уларҙа уның күңеле ял итә. Кеше тын алырға тейеш әҙерәк көндәлек тормоштан. Ә театр, бигерәк тә милли театр, тап ошондай урындарҙың береһе.
Яңылышырға ла хоҡуғы бар
Әҙәбиттә шиғырҙар бар, уның ҡыҫҡаһы, оҙоно - поэмаһы бар, проза яратыусылар өсөн романы, повесы бар. Шуның кеүек, театр репертуарында ла төрлө спектаклдәр, әйтәйек, эксперименталь спектаклдәре лә, "Ҡоҙаса"һы ла булһын. Башҡорт театры халыҡтың ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙәтергә, әммә милли әҫәрҙәрҙән тыш, Шекспирҙы ла уйнарға тейеш. Үҙ дәүерендә башҡорт тамашасыһы Арыҫлан ағай Мөбәрәковтың Отеллоһын күреп, уның өсөн ҡайғырып, тетрәнеп ҡайтҡан. Улар Отелло өсөн ҡайғырмағандар, ә артистың уйнауына һоҡланып, күңелдәрен байытҡандар. Әгәр ҙә бөгөн тамашасы ҡайһы бер спектаклдәргә һирәк йөрөй икән, был спектаклдең насар булыуы тураһында һөйләмәй, тамашасы өсөн һайлау мөмкинлеге һәр ваҡыт булырға тейеш. Репертуарҙағы төрлө жанрҙағы һәр спектаклгә изге башланғыс, изге ниәт һалынған.
Шулай ҙа театрҙың репертуар һайлағанда яңылышырға ла хоҡуғы бар. Әгәр ҙә гел генә уңышҡа эшләһә, ул театр булмай. Театр - ул бит ижад, театрҙағы ижад, етмәһә, коллектив ижад. Спектакль ҡуйыу өсөн артистары, режиссеры, композиторы, рәссамы, тегеүселәре, һ.б. кәрәк. Умарталағы ҡорттар һымаҡ, уларҙың һәр береһенең үҙ вазифаһы, әммә улар бөтәһе бергә бер умартаны хасил итә. Һуңғы арала спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй, хатта билеттар алдан һатылып бөтә. Тимәк, халыҡта аң, матурлыҡҡа ынтылыш уяна, улар үҙ асылына ҡайта башланы, тип бик тә ышанғым килә...
Шулай итеп...
Станиславский исемендәге премия тапшырыу тантанаһында Алексей Бартошевич Олег Хановтың "Ричард III" спектаклендәге Ричард ролен телгә алып, шулай тигәйне: "Был мин күргән иң яҡшы Ричард! Әйтергә кәрәк, ул бик ҡурҡыныс роль. Сөнки актер геройының яуызлығы тыуҙырған ялтырауыҡҡа әүрәп, уны ниндәйҙер кимәлдә аҡлай башлай. Әммә Хановтың геройы әхлаҡи яҡтан бик яҡшы эшләнгән, сөнки уның геройының ҡылыҡтары өсөн аҡланғыһы ла, ғәфү үтенгеһе лә, хатта көс һәм власть алдында таң ҡалыу теләге лә юҡ. Былар уның ижады тураһында ғына түгел, ә кешелек булмышы хаҡында ла һөйләй". Әңгәмә барышында Олег Закир улы үҙенең ролдәре тураһында артыҡ һүҙ әйтмәһә лә, ошо баһа уны актер булараҡ та, кеше булараҡ та тулыһынса аса, минеңсә. Заман менән бергә үҙгәрергә мәжбүр булған хәлдә лә, XXI быуаттағы милли театрҙың сәхнәһендә тап ана шул әхлаҡлылыҡ, ябайлыҡ, ихласлыҡҡа урын мотлаҡ булырға тейеш.
Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө