Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Тыумыштан артист
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Тыумыштан артист
Сәнғәт донъяһына һәр кем үҙ юлы менән килә. Ә бер барып эләккән кеше ул донъяның мөғжизәләр иле икәнен тойоп, үҙе лә шуның бер өлөшө булып китһә, үҙен бәхетле һанай алалыр, моғайын. Октябрь айында үҙенең мәртәбәле 65 йәшлек юбилейын билдәләгән уҙаман, Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты
Риф Сәйфуллин — шундайҙарҙың береһе.
Риф Ғәли улы ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә тамашасы күңелендә ҡалырлыҡ әллә күпме роль уйнаған! Ә бит бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ун туғыҙ йәшлек егет тормошон ҡырҡа үҙгәртеүҙе кәрәк тапмаһа, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Хәйер, яҙмыштан ҡасып та булмайҙыр...
Бала саҡтан сәхнәгә тартылып, мәктәптә һәм ауылда үткәрелгән барлыҡ кисәләрҙә ҡатнашып, спектаклдәрҙә уйнап йөрөһә лә, артист булырға хыялланмай ул. Сөнки бәләкәй ауылда тыуып үҫкәнгә ундай һөнәр барлығын да белмәй әле ул саҡта. Ә бына күңелендә рәссам йә хәрби кеше булыу теләген йөрөтә. Мәктәпте тамамлағас, бер туған ағаһы Барыйҙың саҡырыуы буйынса Себергә эшкә юллана егет. Бер йыл ябыҡ хәрби ҡалала токарь булып эшләгәс, Ленинградтағы юғары радио техник хәрби училищеға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Тик ғүмер буйы офицер булған атаһы улының был юлдан китеүенә ҡырҡа ҡаршы була. Шуға күрә йәш егет Томск политехник институтының киске бүлегендә инженер-төҙөүсе һөнәренә белем ала башлай. Ауылдан сығып китеүенә йыл ярым тигәндә ул тыуған яғына юллана. Өфөнөң ни тиклем матурланып киткәнен күреп, ыңғай үҙгәрештәренә һоҡланып, Башҡортостанын һағынған Рифтең тыуған яғына ашҡыныуы тағы ла көсәйә.
Йәйге ялға ҡайтҡанында Өфөлә сәнғәт институтына актерлыҡҡа ҡабул итеүҙәре тураһында хәбәр ҡолағына салынғас, йәш кеше, апаһы Эльвира менән кәңәшләшеп, театр бүлегенең тәүге студенттары рәтенә баҫа. Шулай күп уйлап тормай, күңелендә быға тиклем бөрөләнә биреп ҡуйған уйҙарын тормошҡа ашыра Риф.
Халыҡ артисы Риф Сәйфуллин оло сәнғәткә ана шундай урау юлдар аша килә. Килә лә ғүмерлеккә тороп ҡала. Улай ғына ла түгел, сәнғәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый!
1973 йылда ҡулына “Кино һәм драма актёры” тигән диплом алғас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырып торһалар ҙа, йәш белгес кәләше Рәмилә Сәлимгәрәева эшләп йөрөгән Сибай театрына юллана. Шулай ҙа актерға ул йылды эшкә башкөллө сумырға форсат булмай – армияға саҡырыла. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, 1974 йылда уға тәүге һәм үҙ ғүмерендә берҙән-бер эпизодик роль бирәләр – Имран Касумовтың “Шайтан тоҡомо”нда төрмәлә ултырып сыҡҡан бер бәндә образы. Ә унан һуң сәхнә оҫтаһына һәр саҡ төп геройҙарҙы ғына уйнарға насип була.
“Режиссерҙарға ышаныстары өсөн рәхмәтлемен. Шундай яҡшы мөнәсәбәт кенә мине ғүмерем буйы ошо театрҙа эшләргә, яңынан-яңы ролдәр ижад итергә мәжбүр иткәндер”, – ти халыҡ артисы. Ысынлап та, баш ҡала театрҙары әллә күпме саҡырып торһа ла, Сибай тамашасыһына тоғро ҡала ул. Актер Сибайға йәне-тәне менән береккән. Хәҙер инде Риф Сәйфуллинды – театрһыҙ, ә театрҙы унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
Тиҫтәләрсә йыл эсендә ул йөҙҙән ашыу роль уйнаған, спектаклдәрҙең мәғәнәһенә ярашлы образдар тыуҙырыу өсөн күпме тынғыһыҙ көн генә түгел, төндәр үткәргән. Артист булыу – ул кешегә тәбиғәттән бирелгән булмыш, яҙмыш. Талант юҡ икән, бер теләк йә тырышлыҡ менән генә әллә ҡайҙа китеп булмай. Ә Риф әфәнделә шуларҙың барыһы ла тупланған. Шулай булмаһа, биш кенә йыл эшләгәндән һуң йәш артисҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемде бирерҙәр инеме лә, театрҙа хеҙмәт итеүенә ун дүрт йыл үтеүгә, республиканың халыҡ артисы дәрәжәһенә күтәрелер инеме?! Ул ваҡытта халыҡ таныған, яратҡан артисҡа 38 генә йәш була. Был бары тик оло талант эйәләре өлөшөнә төшә торған көмөштөр.
Риф әфәнденең репертуарына күҙ һалғанда, театр тәнҡитселәре иң тәүҙә уның Алексей Дударевтың “Һуңғы аҙым” (“Порог”) драмаһындағы Андрей Буслай образын телгә ала. Драманы сәхнәгә сығарғас, хатта ки: “Риф Сәйфуллин үҙенең артислыҡ оҫталығының иң юғары нөктәһенә менде”, – тигән фекерҙәр була. Был әҫәр Сибай театры сәхнәһендә режиссер Рафаэль Әйүпов тарафынан ҡуйылғайны. Буслай образын асыу өсөн күпме тынғыһыҙ уйҙар өйөрмәһендә ҡалғанын оҫта үҙе генә белә. Һөҙөмтәлә сәхнәлә тыуҙырылған был образ тамашасылар йөрәген тетрәтә.
“Тамаша” журналына биргән әңгәмәһендә (2014 йыл, 2-се һан) Риф Сәйфуллин былай тигәйне: “А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”ын эшләгәндә, эсеп юҡҡа сыҡкан, асарбаҡҡа әйләнгән кеше образын тыуҙырырға тура килде. 1983 йыл ине. Ул осорҙа эскеселәр, аҙған-туҙған кешеләр булманы тип әйтергә мөмкин. Образды ижад итеү өсөн бер аҙна тирәһе хәйерсе һымаҡ кейенеп, шундай кешеләр менән аралаштым. Уларҙың холоҡ-фиғелен өйрәндем. Хатта эскеселәр ояһына барып эләктем. Туҡмала яҙҙым, етмәһә, үлтерәбеҙ, тип киҫәтеп тә бөттөләр. Сәхнә костюмын да тап шул “халыҡтыҡына” ҡарап тектергәйнек”.
Утыҙ йылдан һуң “Һуңғы аҙым” йәш режиссер Вадим Ғилманов ҡуйылышында сәхнәгә ҡабаттан күтәрелгәс, Риф Сәйфуллинға инде атай ролен башҡарыу ышанып тапшырыла. Талант эйәһенең ым-ишараһы, күҙ ҡараштары, тамаҡ ҡырыуҙары, атлап йөрөштәре – барыһы ла геройҙың улы Андрейҙың бушҡа уҙған ғүмере өсөн әрнеүҙәрен, өмөттәре аҡланмауына рәнйеүҙәрен асып һала. Был юлы ла спектаклдә артистар ансамбле тыуҙырыуға Риф Сәйфуллин тос өлөш индерҙе.
Ә инде театр репертуарының арҡа һөйәген тәшкил иткән “Ғүмерлек ғазап”тағы (авторы – Салауат Әбүзәр, режиссеры – Дамир Ғәлимов) Сәлмән образы – һуңғы йылдарҙа ижад ителгән ролдәрҙең иң сағыуҙары иҫәбендә.
...Бөйөк Ватан һуғышын үткән, Бухенвальд концлагерының бар афәтен үҙ тәнендә татыған төп герой Сәлмәндең, һуғыш тамамланһа ла, кисерәһе ғазаптары бөтмәгән икән. Тыуған ауылында уны һатлыҡ йән, бандит тип ыҙалаталар. Был тамға уның ғаиләһенә лә тынғы бирмәй. Төрлө ерҙән тикшереү менән килеп йөҙәтәләр. Етмешенсе йылдар ҡоролошо ҡорбанына әйләнгән Сәлмәндең кисерештәрен тыныс ҡына ҡарап булмай...
Былары Риф Сәйфуллиндың тәжрибә туплағас сәхнәгә сығарған ролдәренең ҡайһы берҙәре генә. Ә театрҙа яңы ғына эш башлаған сағында, йәғни 1976 йылда, йәш артист Иван Лазутиндың “Кем ғәйепле?” әҫәрендә Валерий Снегирев ролен башҡарып, “Республиканың иң яҡшы актеры” исемен яулай. Ул заманда йәш артистар өсөн бына шундай һөнәри бәйгеләр үтә торған булған. Был исем әле Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе йөгөн тартҡан Әхтәм Абушахманов менән икеһенә бирелә. Ике йәш актер Мәскәүгә ун биш көнлөк юллама менән бүләкләнә. Илебеҙҙең баш ҡалаһында театр тамашаларына, концерттарға йөрөү бәхете тәтей уларға.
“Был минең өсөн ҙур мәктәп, ысын мәғәнәһендә оло бүләк булды. В. Высоцкийҙың концертын ҡарау бәхете лә тейҙе. Бәйгелә еңеү үҙенә күрә киләсәк уңыштар өсөн трамплин ине”, – тип хәтерләй хәҙер ул ваҡиға тураһында актер.
Уңышлыларҙан тағы ла Володя Бусыгин (Александр Вампилов, “Өлкән улым”), мәктәп директоры (Туфан Миңнуллин, “Туҡтаров”), Фердинанд (Фридрих Шиллер, “Мәкер һәм мөхәббәт”), Хәким (Ғәфүр Ҡәйүм, “Мираҫ”) һәм башҡа бихисап ролдәрен атарға була.
Риф Сәйфуллин менән һөйләшкәндә фекерҙәренең тәрәнлегенә, даирәһе киңлегенә инанаһың, сәхнә теорияһын һәм практикаһын яҡшы белеүе һоҡландыра. Репетициялар барышында үҙ фекереңде төплө итеп әйтеп биреү, йәш артистарға кәңәштәрҙе ипле итеп еткерә белеү һәләтенә эйә ул.
“Роль бирелгәс, нисек итеп эш башлайһығыҙ? Ул мотлаҡ режиссер күҙаллағанса булырға тейешме, әллә актер үҙе уйлағанса килтереп сығарамы?” – тигән һорауға артист: “Ролде алғас, ул – һинеке. Бәләкәйме, ҙурмы – унан тормай. Бирелгән икән, артист уның өҫтөндә еренә еткереп эшләргә бурыслы. Спектаклде ҡарап ултырған тамашасы сәхнәлә шул ролдә бары тик артисты ғына күрә. Уны ышандыра алырлыҡ итеп образ тыуҙырыу иң тәүҙә артисҡа бәйле. Әлбиттә, режиссерҙың биргән йүнәлешен тотаһың. Спектаклдә артистар ансамбле барлыҡҡа килһә, тимәк, уны тыуҙырыуға һин дә үҙ өлөшөңдө индергәнһең. Ә роль өсөн иң төп яуаплылыҡ, әлбиттә, актерҙа”, – тип яуапланы.
Сибай театрын 30 йылға яҡын етәкләгән художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дамир Ғәлимов актер тураһында: “Бөгөн ул — ысын мәғәнәһендә театрҙың йөҙөк ҡашы. Театр тарихын байытыусы актер. Йәштәр өсөн остаз, абруйлы сәнғәт оҫтаһы. Театр уның ижадына мохтаж”, – тигән фекерҙә.
Артисҡа әллә ҡайҙан саҡырып, үҙенә тартып торған ыҫпайлыҡ, әҙәплелек хас. Ул турала Гөлшат Әхмәтҡужина “Ватандаш” журналында яҙып сыҡҡан “Сәнғәт иленә тоғролоҡ” исемле мәҡәләһендә былай тигәйне: “Тыумыштан бик һирәк кенә кешеләргә хас бер һыҙат бар: ул – тәбиғи ыҫпайлыҡ. Был һыҙатты әҙәм балаһына тәрбиә менән дә, тыҡып-туҡып та индереп булмай, минеңсә. Кешелә ул йә бар, йә юҡ. Миңә, мәҫәлән, бар булмышы менән үҙендә ыҫпай тәбиғилек сағылдырған кешеләрҙе һирәк осратырға тура килде. Шуларҙың береһе – Риф Ғәли улы Сәйфуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге премия лауреаты”.
Беҙ, уны күреп-белгәндәр, әле булһа 65 йәшлек ир-уҙаманға ҡарап һоҡланабыҙ. Төҙ баҫып йөрөүҙәре, хәрбиҙәрсә матур буй-һыны, мөләйем йөҙ һыҙаттары, ябайлыҡҡа төрөнгән бөйөклөк, тирә-яғындағыларға ихтирамлы мөнәсәбәт, хеҙмәткә һаҡсыл, аяулы ҡараш... Бына шулар барыһы ла артисҡа мөһабәтлек өҫтәй.
Коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова Риф Сәйфуллин тураһында: “Театрыбыҙҙа шундай артист булғанына ҡыуанам. Ул беҙгә мәртәбә, йәм өҫтәп тороусы артистар плеядаһынан. Партнер булараҡ та иҫ китмәле. Уның менән сәхнәлә бергә уйнауы еңел дә, яуаплы ла. Спектакль барған ваҡытта төрлө хәл булыуы ихтимал, мәҫәлән, онотоп, яңылышып китәһең. Ул бына шундай хәлдәрҙән сығарып ебәрә ала. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”һен генә алайыҡ. Мин ул спектаклдә уйнарға бер генә көн репетиция яһап сыҡҡайным сәхнәгә, уға тиклем күҙәтеп кенә ултырырға тура килгәйне. Тамаша барышында Дәрүиш образындағы Риф Ғәли улының күҙҙәренең яныуҙары, яңылышып китмәһен инде, тип миңә ҡараш ташлап алыуҙары, көс-дәрт биреүҙәре шул тиклем ҙур ярҙам булды. Ә “Башмағым”дағы образында бармаҡ остары менән ҡул биреүҙәре генә лә ни тора! Уның хатта бармаҡ остарынан да нур ағыла бит! Ҡарашы нурлы уның. Ул спектаклгә йән өрөүгә һәләтле актерҙарҙан.
Бына яңыраҡ ҡына премьераһы булып үткән әҫәрҙе – Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” пьесаһын – алайыҡ. Риф Ғәли улы унда 15 минутлыҡ ҡына роль уйнай. Шулай ҙа ул сәхнәгә килеп сығыу менән, спектакль тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй, хатта һауа ла башҡаса аңҡып, сафланып киткәндәй тойола. Ана шундай ул беҙҙең Риф Сәйфуллин!”
Риф Сәйфуллиндың оло сәнғәткә юлы уңдырышлы ерҙә башлана: уның уҡытыусылары данлыҡлы шәхестәр Шәүрә Мортазина, Фәрдүнә Ҡасимова, Рафаэль Әйүпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова була. Һабаҡташтары ла хәҙер инде – танылған сәхнә оҫталары. Уларҙың исеме һәр кемебеҙгә таныш: Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Олег Ханов, Рафиға Ғәлина, Зилә Сәлишева, Юнир Салауатов, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Анфиса Хафизова һәм башҡалар.
Ҡасандыр Константин Станиславский: “Һин ҡуйған спектаклдән һис юғында өс кеше уйланып сыға икән, тимәк, һин нимәгәлер өлгәшкәнһең”, – тигән. Ғүмеренең 65 йәшлек үрен артылған, халыҡ ихтирамын яулаған артист киләсәктә лә тамашасыларҙы ҡыуандырып, уларҙы уйландырырылыҡ әллә күпме роль уйнар әле.
Автор: Алһыу АҠБУЛАТОВА, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө