Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төркиәлә Халыҡ-ара йәштәр һәм спорт байрамы үтте
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 23 май 2013
Төркиәлә Халыҡ-ара йәштәр һәм спорт байрамы үтте
Төрки телле милләттәрҙе берләштереүсе, мәҙәниәт, сәнғәт аша уларҙы тотош донъяға танытыусы халыҡ-ара Төрксой ойошмаһы быйыл үҙенең егерме йыллығын билдәләй. Юбилей йылында ТӨРКСОЙ тарафынан ойошторолған саралар тағы ла йәмлерәк, сағыуыраҡ төҫ ала. 15-нән 19-сы майға тиклем Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала үткән Йәштәр һәм спорт фестивале быға асыҡ миҫал.
Халыҡ-ара әһәмиәттәге байрамға донъяның 25 дәүләтенән 400-ҙән ашыу артист саҡырылғайны. Тамашаны һәм Төрксой эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн 20 төбәктән журналистар ҙа килде. Фестивалде тап ошо ваҡытҡа билдәләүҙең үҙ сәбәбе. 19 май Төркиәлә мәртәбәле дәүләт байрамы – Йәштәр көнө. Уның тарихы 1919 йылға - Төркиә республикаһы ойошторолоу мәленә барып тоташа һәм был дата ҙур сәйәси ваҡиғалар үҙәгендә торған шәхес, республиканыœ беренсе Президенты Мостафа Кемаль Ататөрктө иҫкә алыу көнө тип тә билдәләнә.
Йәштәр һәм спорт фестивален ТӨРКСОЙ менән берлектә Төркиәнең Йәштәр һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Матур байрамды асыу Ататөрк мавзолейына сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан Анкараның үҙәк урамдарының береһе буйлап Бөтә донъя төрки милләт йәштәре парады уҙҙы. Һуңынан Аныттәпә стадионында сағыу концерт үтте. Шуныһын да билдәләйек, байрам Фәйзи Fәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышы менән башланды. Уғаса фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Йәштәр һәм спорт министры Суат Ҡылыч тәбрикләне. Ул донъя йәштәрен берҙәмлеккә, татыулыҡҡа әйҙәгән ялҡынлы телмәре менән һоҡландырҙы. Кис көнө министр төрлө илдәрҙең ижади делегация вәкилдәрен үҙендә ҡабул итте. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында ул «Фестиваль беренсегә ойошторолдо, әммә һуңғыһы булмаҫ, тигән ышаныста ҡалам. ТӨРКСОЙ үҙен донъя кимәлендә танытҡан абруйлы ойошмаларҙың береһе. Беҙҙең иғтибарҙы ла һөҙөмтәле эштәре менән йәлеп итте. Киләсәктә лә улар менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ» тип белдерҙе.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Төркиә Республикаһы Президенты Абдуллах Гөл дә ҡабул итте. Осрашыуға Йәштәр көнөнә арнап республика тарихына бәйле ижади конкурста еңеү яулаған төрөк уҡыусылары һәм студенттары ла саҡырылғайны. Абдуллах Гөл йәштәргә Ататөрк нәсихәттәрен һөйләне. Беренсе сиратта, тыуған телегеҙҙе белегеҙ, өйрәнегеҙ. Үҙ халҡығыҙға булған хөрмәт башҡа милләттәргә ҡарата ла һөйөү менән бағырға ярҙам итәсәк. Яҡшы белем алырға тырышығыҙ. Айырым илдең генә түгел, тотош донъя, цивилизация киләсәге һеҙҙән тора, тип һәр береһенең ҡулын ҡыҫты.
Төркиәлә Халыҡ-ара дуҫлыҡ һәм именлек символы тип аҡ күгәрсен иҫәпләнә. Уны һынландырған хореографик композиция фестивалде ябыу концертын асты. 25 дәүләттән килгән ҡыҙҙар бер-нисә көн эсендә өйрәнгән «Дуҫлыҡ» бейеүен башҡарып зәңгәр күккә тыныслыҡ ҡоштарын осорҙо. Ҙур тамаша Төркиә артистары һәм спортсылары сығыштары менән сиратлашып барҙы. ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеге бары тик ҡәрҙәш халыҡтар мәҙәниәтен пропагандалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Тәржемәһеҙ ҙә аңлашылған мәҙәни диалогты донъяның башҡа милләттәре менән дә булдыра. Ҙур концерт программаһында ҡытайҙар ҙа, американдар ҙа, Африка йәштәре лә ҡатнашты. Ябылыу тантанаһының иң сағыу мәле – бер юлы бер сәхнәгә фестивалгә төрлө тарафтан саҡырылған 400 артистың сығыуы. Улар башҡарыундағы төрөк бейеүе ҡәрҙәш милләттәрҙе берләштергән илгә рәхмәт билдәһе һәм берҙәмлек, дуҫлыҡҡа дан тантанаһы!
Журналистар өсөн дә ҡыҙыҡлы, бай программа төҙөлгәйне. Иң башта ҡаурый ҡәләм оҫталарын Төрксойҙың штаб-квартираһында ҡабул иттеләр. Осрашыуҙа, үкенескә ҡаршы, бөгөн пресс-релиздар журналистикаһы заманында йәшәйбеҙ, тип билдәләнде. Төрки мәҙәниәтен киң яҡтыртҡан аналитик материалдар аҙ булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был тәңгәлдә ТӨРКСОЙ ойошмаһы тарафынан күп эштәр атҡарыла. Шулай ҙа традицион мәҙәниәтебеҙҙе поп тулҡын ҡапламаһын, бай мираҫ килер быуындарға ла ҡалһын өсөн төбәктәрҙә, илдәрҙә лә әүҙемлек күрһәтелергә, мәҙәниәт үҫеше өсөн сығымдар йәлләнергә тейеш түгел тигән фекерҙәр яңғыраны.
Төркиәнең мәҙәниәт министрлығы эргәһендә бына инде 13 йыл Дәүләт төрки музыкаһы ансамбле эшләп килә. Етәксеһе - Ирфан Гюрдал. Ул ҡәрҙәш милләттәрҙең музыка ҡоралдарын өйрәнә, үҙ ҡулдары менән эшләй, төрки телле халыҡтарҙың йыр-моңдарын үҙләштереп, 25 кешенән торған коллектив өсөн репертуар туплай. Ансамблдә башҡорт йыр-моң сәнғәтенә лә ҙур иғтибар бүленә. Журналистар өсөн ойошторолған күрһәтмә сығыштарын улар башҡорт халыҡ йыры «Уралым»дан башланы.
Йәнә шуны билдәләйек. Төркиә Республикаһы быйыл «Евровидение» халыҡ-ара йырсылар бәйгеһендә ҡатнашмаған. Тапшырыуҙарын 8 төрки телдә алып барыусы ТРТ-Ауаз каналы былтыр шундай уҡ әһәмиәттәге телевизион конкурсҡа старт биргән. «Евразия йондоҙо-2012»лә 6 ил ҡатнаша. Истамбулдан алып барылған һәм алты илдә трансляцияланған финал ваҡытында, смс-тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеүсе тип Ҡырғыҙыстандан Гөлегет Ҡалыҡов табыла. Халыҡ-ара йыр бәйгеһенең быйылғы финалы шуға ла Бишкекта үтәсәк. Һәләтле йәш йырсыларығыҙҙы донъя кимәленә сығарырға һеҙҙең төбәктәрҙең дә мөмкинлеге бар тип журналистар аша хеәмәттәшлек сәләмен ТРТ телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәкселәре күндерҙе. Шәп фекер! Бының өсөн урындарҙағы телерадиотапшырыуҙар компанияһына ТРТ каналы менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырырыу шарт. Был аҙым башҡорт тапшырыуҙарын донъя кимәлендә эшләүсе телевидение эфирында күрһәтергә, ә журналистарға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ваҡытлыса Төркиәлә эшләргә мөмкинлектәр аса.
Евразия яҙыусылары берлегендә үткән осрашыу ҙа йылы тәъҫораттар ҡалдырҙы. Союз рәйесе Яҡуп Fүмәруғлы башҡорт әҙәбиәтенең кисәгеһенә лә, бөгөнгөһәнә лә юғары баһа бирҙе. Ағиҙел журналы менән булдырылған ижади хеҙмәттәшлекте өлгө итеп күрһәтте. Әйткәндәй, төрки киңлектә генә түгел, донъя әһәмиәтендә ҙур танылыу алған ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматов тураһында «донъяны ҡәләме менән яулаған шәхес» тиҙәр. Мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, абруйлы әҙиптәр, бөйөк ижадсылар ҙа төбәкте танытыусы, иғтибарҙы үҙебеҙгә йәлеп иттереүсе, ябай аралашыуҙағы һәм әлбиттә ҙур сәйәсәткә ҡағылған кәртәләрҙе юҡҡа сығарыусы бөйөк илселәр. Шуға бындай хеҙмәттәшлектәрҙе үҫтерергә, үҙебеҙҙең бай тарихлы, боронғо һәм шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы халыҡ булыуыбыҙҙы күрһәтергә кәрәктер.
Автор: Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө