Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Төрөктәр Динис Буляковтың романдарын үҙ теленә тәржемә итте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 21 сентябрь 2012
Төрөктәр Динис Буляковтың романдарын үҙ теленә тәржемә итте
Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Килмешәк» исемле романдары Төркиәлә нәшер ителгән.
Күренекле башҡорт яҙыусыһының ижады Төркиәнең Гази университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Нигяр Ҡалҡандың докторлыҡ диссертацияһы өсөн тема итеп һайланған булған. Һөҙөмтәлә, был ике романдың стилистикаһы, семантикаһы тикшерелгән ваҡытта улар төрөк теленә тәржемә ителгән.
Романдар Анкараның Этимесгут районы хакимиәте, «Бенгю» Евразия Яҙыусылар союзы һәм ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә нәшер ителгән.
Динис Бүләков.
1944 йылдың 18 майында Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған.
1959 йылда «Башҡортостан пионеры» гәзитендә «Маҡтансыҡ Зариф» исемле тәүге хикәйәһе донъя күрә.
1971 йылда Динис Бүләковтың йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларын сағылдырған «Ҡояш ярсығы» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы нәшер ителә.
Динис Бүләковты повесть жанрында ижад ителгән әҫәрҙәре аша ла яҡшы беләбеҙ. Уның «Ҡыңғырау сәскә», «Һары һандуғас балаһы», «Иң оҙон төн» һәм башҡа әҫәрҙәрендә гражданлыҡ, ғәҙеллек, әхлаҡлылыҡ, кешенең рухи тамырҙары идеялары ярылып ята.
Динис Бүләков – билдәле романсы ла. «Килмешәк», «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ» исемле романдары заманында яңы күренеш була.
1993 йылда «Ғүмер бер генә» әҫәре өсөн Динис Мөҙәрис улы Бүләков Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы менән билдәләнә.
Динис Бүләков 1995 йылдың 14 мартында беҙҙең аранан китеп барҙы. Ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды, Смак ауылында яҙыусының әҙәби музейы булдырылды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө