Яҡтылыҡ өсөн янды

Яҡтылыҡ өсөн янды
Үткән йыл тарихҡа инер мәҙәни сараларға бай булды. Шуларҙың береһе – беренсе башҡорт рок төркөмө солисы, йырсы Дим Мәннәндең яҡты иҫтәлегенә арналған “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” фильмының исем туйы. “Дәрүиш-Хан” моңо миңә бала саҡтан ағайҙарым аша ҡаныма, аңыма һеңгәйне, ә хәҙер килеп, Ләйсән Мәжитова төшөргән фильм аша Мәннәндең бар яҙмышы, кисерештәре, шатлығы, ҡайғыһы, иманы күңелемә үтеп инде. 
Ошондай тойғоларҙан һуң фильмдың авторы һәм режиссеры Ләйсән МӘЖИТОВА менән әҫәре хаҡында бер аҙ фекер алышыу теләге тыуҙы.
– Фильм төшөрөүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙымы, юлығыҙға ҡаршы сығыусы­лар булманымы? 
– Ярҙам итеүселәр ҙә, ярҙан этеүселәр ҙә күп булды шул. Әммә тәүгеләре кү­берәк. Донъяның матурлығын ғына кү­рергә өйрәнеп барам. Ярҙам иткәндәргә рәхмәт: Альбина Шәмсетдинова, Альбина Йосопова (“Тамыр”ҙа бергә эшләйбеҙ), Учалынан Рәзифә Күҫәкова (Дим ағайҙың тәүге ҡатыны Сәриәнең апаһы), Шәүрә Ғаппасова Хәйбуллала геройым­дың дуҫ­тарын табышты, таныштырҙы. Ҡаршы­лыҡтар булһа ла, барыһы ла нисектер еңел хәл ителде. Был Дим ағайҙың үҙенсәлекле ярҙамы кеүек тойҙом.
– Илһам сығанағы нимәлә сағылыш тапты? 
– Дәррәү тотондом да, ни өсөндөр, Хәйбулланан ҡайтҡас, ниңә быны эшләр­гә булдым әле тигән көнгә төштөм... Дим ағайҙың замандаштары, уның менән бер төркөмдә уйнаған ағайҙар әңгәмәнән баш тарта, берәүһенең – ваҡыты, икенселәрҙең теләге юҡ. Кем инде мин улар өсөн? Бала-саға кеүекмендер. Уларҙың хәтер һандығында һаҡһыҙ бутаныр, тинеләрме икән? Шунан тапшырыу теләгәнсә килеп сығырмы-юҡмы, тип бер аҙна тирәһе йөрөнөм. Ә бер көндө Альбина апай (Дим ағайҙың ҡатыны) миңә уның яҙмаларын алып килде. Шуларҙы берәм-берәм ҡарап ултырғанда, үҙемдең телефон номерымды табып алдым. 2004 йылда бер йырыма аранжировкалаусы эҙләгәндә, Дим ағай менән өс минут самаһы аралашырға форсат тейгәйне. Ярҙам итә ул, тип бер апай уның телефон номерын биргәйне. 
Гоголь урамындағы мәсеттә күрешергә һөйләштек. Осрашыу алдынан блокно­тымдың бер битенә телефонымды яҙып, уға тотторормон тип әҙерләп ҡуйҙым. Ун йылдан һуң шул ҡағыҙҙың килеп сығыуы тетрәндерҙе генә түгел, бар булмышымды зымбырлатты. Шул мәлдә был эшкә юҡҡа тотонмағанымды аңланым. Дим ағай ни өсөндөр яҙманы һаҡлаған. Мистикаға ышанмаҫ ерҙән ыша­нырһың. Был хәлдән һуң юлымдан тайпылманым да, икеләнмәнем дә. Шул ҡағыҙ киҫәге илһамландырып торҙо инде. Әлбиттә, телефонымда ла, өйҙә лә, машинала ла, плеерҙа ла тик уның ғына көйҙәре яңғыраны ошо арала. Ҡанат­ландым.
– Үҙ эшегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме? Һеҙ көткәнсә булдымы?
– Эшенән ҡәнәғәт булғандар һирәктер ул... Бигерәк тә ижадсылар араһында. Һәр ваҡыт ошо ерен үҙгәртер инем, бы­ныһын былайыраҡ төҙәтке килә, тип уйлай башлайһың. Әммә мин мәлендә туҡтай беләм. Фильм нисек бар, шулай килеп сыҡты. Тамашасыларҙың күпселе­ге рәхәтләнеп ҡараны. Башы менән аҙағын саҡ ҡына төҙәтер инем, әммә фильмдың мәғәнәһе бының менән барыбер үҙгәрмәйәсәк. 
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: фильм йырсының фанаттары, минең һымаҡ ябай тамашасы өсөн төшөрөлдө. Тамашанан һуң бер ағай: “Дим ошолай ине, Дим былай ине”, – тип һөйләне. Фильм­дың һай йөкмәткеле булыуын да әйтте. Уның һүҙҙәрен ҡабул иттем, хатта ҡайһы бер фекере менән килештем дә. Тән­ҡитҡә, теләк-тәҡдимгә ҡолаҡ һала беләм. Әммә был ағайҙың аралашҡандан һуң барыһын да Интернет селтәренә яҙып һалыуы ғәжәпләндерҙе. Мине автор-ҡыҙ тип яҙған, исемемде иҫтә ҡалдырырға була бит. Башҡортостанда һәр өсөнсө башҡорт ҡыҙы Ләйсән исемен йөрөтә шикелле. Иҫкә төшһә, әле булһа ауыр тойғолар кисерәм. 
“Әгәр фильмдың авторы мин бул­һам...” тип башлағандар ҙа табылды. Дим ағайҙың кем икәнен онотоп, уны ете ятып, бер төшөндә күрмәгән кешеләр ине улар. Бер тамашасы хатта: “Ә йырсы үҙе бындамы?” – тип һорағайны... Геройым­ды нисек аса алдым, шулай эшлә­нем. Минеңсә, фильм арыу ғына килеп сыҡты. Тамашасыларҙы ҡыҙыҡ­һынды­рыуы, аҙаҡ­тан уйланырға мәжбүр итеүе, һорау биреүселәрҙең күп булыуы – быға дәлил. Театрҙың тамаша залы тулы ине. Фильм тамамланып, проек­торҙан ағылған ут һүнгәндә лә “шылт” иткән тауыш та сыҡманы. Һауаны әсе, шул уҡ ваҡыт­та яҡты һағыш сорнаны. Фойеға сыҡҡан тамашасыларҙың күҙендә йәш тамсылары йылтыраны. Үҙем дә күкрә­гемде ярып барған оло һағыш сорнауын тойҙом, түгелеп-түгелеп илағы килә ине. 
Оҙаҡ уйландым аҙаҡ был кисә, ошо яҙмыш хаҡында. Күңелемдә бер йы­рының һүҙҙәре үрһәләнде: “Ян, әммә яндырма. Юғиһә йәшәү буш. Ян, әммә яндырма. Яҡтылыҡ өсөн ян!” 
Ҡайһы берәүҙәр үҙ тормошон шул хәтлем тәләфләй. Ғүмер оҙонлоғо менән генә билдәләнмәй кешенең асылы, уның кемлеген эшләгән ғәмәлдәре, яҡты, асыҡ күңеле күрһәтә. Дим Мәннән мәңгегә утыҙ бишендә ҡалды, тик йырҙары һәм аҙаҡ табылған шиғырҙары уны үлемһеҙ итте.
Айгөл ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb